Ҡонаевтың йорт-музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡонаевтың йорт-музейы
Нигеҙләү датаһы 2002
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Алматы
Рәсми сайт kunaev-museum.kz
ikf.kz
Карта

Ҡонаев музейыАлматы ҡалаһында (Ҡаҙағстан) Динмөхәмәт Әхмәт улы Ҡонаевтың мемориаль музейы һәм мемориаль фатиры

Музей тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Д. Ҡонаев музейы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡонаевтың тыуыуына 90-йыл айҡанлы 2002 йылда Түлебаев урамы, 119 адресы буйынса йорт-музей асыла[1].


Музей булдырыу өсөн уның туғандарынан килгән ғаилә иҫтәлектәре: документтар, фотоһүрәттәр һәм видео материалдары, портреттары, көнкүреш әйберҙәре -нигеҙ була. Һуңыраҡ улар Ҡонаевтың дуҫтары һәм фекерҙәштәренең керемдәре менән тулылана. Музей экспозицияһы тау инженерынан алып етәксегә тиклем юлын һүрәтләй[2]. Музей коллекцияһында күренекле дәүләт эшмәкәренең тормошона ҡағылышлы 3 мең тирәһе экспонат һаҡлана, Ҡаҙағстан тарихы буйынса бай материал тупланған. Экспозиция 210 кв. м дөйөм майҙан менән ике залда урынлашҡан.

Мемориаль фатир[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылда Д. Ә. Ҡонаевтың тыуыуына 100-йыл айҡанлы 1969—1993 йылдарҙа Ҡаҙаҡ ССР-ы башлығы йәшәгән фатирҙа мемориаль фатир асыла[3].

230 кв.м майҙанды биләгән фатирҙа Ҡонаевтың 7000 дана китап иҫәпләнгән китапханаһы, шәхси әйберҙәре һәм дәүләт эшмәкәрҙәренең бүләктәре бар[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]