Agrostis L., nom. cons.[2]
Ҡондораҡ (лат. Agrostis , бор. юнан. ἄγρωστις, рус. Полевица) — Төньяҡ ярымшарҙа һәм тропиктарҙың таулы райондарында үҫә торған бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ ҡый үләндәре төрө, киң таралған ҡыяҡлы үҫемлек ырыуы. Еңел тупраҡта, дымлы урындарҙа: болондарҙа, һаҙлыҡтарҙа йәки һыу ятҡылыҡтары ярҙарында үҫә. Йыш ҡына һыубаҫар болондарҙың үҫемлек донъяһының төп компоненты булып тора.
Бейеклеге 1 метрҙан ашыу, сиҙәм барлыҡҡа килтерә.
Был үләндәр һутлы һәм ҡоро мал аҙығы булараҡ ҡулланыла, декоратив баҡса ултыртҡанда газон булдырыу өсөн сәселә.