Эстәлеккә күсергә

Ҡорбанғәлиев Марат Шамил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡорбанғәлиев Марат Шамил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 май 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1]
Тыуған урыны Хатырчи районы[d], Навои өлкәһе[d], СССР[1]
Вафат булған көнө 9 февраль 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2] (72 йәш)
Вафат булған урыны Өфө[2]
Һөнәр төрө актёр, театр режиссёры
Эш урыны Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры
Уҡыу йорто Ҡазан театр училищеһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡорбанғәлиев Марат Шамил улы (26 май 1949 йыл9 февраль 2022 йыл) — театр актёры. 1999—2022 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының рус труппаһы актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2015). Ҡаҙағстандың Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1977).

Марат Шамил улы Ҡорбанғәлиев 1949 йылдың 26 майында Үзбәк ССР-ы Хатырчи ауылында тыуған[3]. 1971 йылда Ҡазан театр училищеһын тамамлай.

1981—1993 йылдарҙа Ҡаҙағстанда Урал өлкә драма театрында эшләй. 1979 йылдан алып Краснодар край драма театрында эшләй башлай, 1993 йылдан 1999 йылға тиклем — «Старый дом» Новосибирск драма театры актеры. 1999 йылдан алып — Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры актёры[3].

Ижади юлы. Ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марат Ҡорбанғәлиев төрлө жанр актёры. Ул тыуҙырған образдар киң һәм психологик күп планлы булыуы менән айырылып тора. Милли Йәштәр театрына эшкә килгәнгә тиклем башҡа театрҙарҙа төп ролдәрҙә уйнай: Урал өлкә драма театрында — Разлюляев («Ярлылыҡ оят түгел» (А. Н. Островский; дебют, 1971), Ҡодар («Ҡуҙый Күрпәс менән Маянһылыу», Ғ. М. Мусрепов), Эдмунд Кин («Кин IV», Г. И. Горин); Краснодар драма театрында — Кенәз Мстиславский («Батша Фёдор Иоаннович», А. К. Толстой), Борис Мякишев («Изгелек эшләргә ашығығыҙ», М. М. Рощин); Новосибирск драма театрында — Пугачёв (С. А. Есениндың «Пугачёв» поэмаһы буйынса спектакль), Утешительный («Уйынсылар», Н. В. Гоголь)[3].

Милли Йәштәр театрында уйнаған ролдәре[4]

  • 2020 — Боронғо ҡарт — «Синяя-синяя речка» (Б.Вахти)
  • 2019 — Мифтахетдин — «ШКИД Республикаһы» (Г.Белых, Л.Пантелеев)

Актёр үҙен режиссер юҫығында ла һынап ҡарай: «Маска» Йәш тамашасы театры (Өфө) сәхнәһендә А. Староторскийҙың һәм Л. Титованың «Король һыйыры», С.Беловтың һәм С.Куваевтың «Эт булғым килмәй» һәм башҡа спектаклдәр ҡуя[3].

Артистың 70 йәше тулыу айҡанлы Милли йәштәр театрында уның хөрмәтенә «Отель двух миров» заманса притчаһы ҡуйыла (режиссер М. Кулбаев). Юбиляр был спектаклдә Маг ролен уйнай. Ошо кисәлә уға Театр эшмәкәрҙәре союзының Станиславский көмөш миҙалы тапшырыла[5].

Сәхнә ветераны ауырыуҙан һуң 2022 йылдың 9 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булды[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. YouTube сайтында Видео Сказка на ночь. Рассказ Мустая Карима «Туда или сюда». Читает народный артист РБ Марат Курбангалеев