Эстәлеккә күсергә

Ҡорманай (Ауырғазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡорманай
рус. Курманаево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ауырғазы

Ауыл советы

Өршәк

Координаталар

54°08′12″ с. ш. 55°38′19″ в. д.HGЯO

Ауыл с

2005

Халҡы

306[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453477

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 205 861 002

Код ОКТМО

80 605 461 106

Ҡорманай (Рәсәй)
Ҡорманай
Ҡорманай
Ҡорманай (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡорманай

Ҡорманай (рус. Курманаево) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. Өршәк ауыл Советы состпвына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 306 кеше[2]. Почта индексы — 453477, ОКАТО коды — 80205861002.

Ауырғазы йылғаһы буйында урынлашҡан.

Өфө өйәҙе Мөҡмин ауылы мишәрҙәре Ҡорманай Ғәзиев етәкселегендә 1757 йылда Ауырғазы йылғаһы буйына, быға тиклем башҡорт ауылы Бүрҙәк булған ергә төпләнеү маҡсатында, Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы Мерәҫ ауылы (хәҙер — Дәүләкән районы Иҫке Мерәҫ ауылы) башҡорттары менән 20 йылға керҙәшлек килешеүе төҙөй[4]. Өс йылдан һуң Өфө провинция канцелярияһынан ҡуртымға алынған биләмәләр менән файҙаланыуға хоҡуҡтарын раҫлау тураһында указ алалар. 30 йылдан һуң, мишәрҙәр был ерҙәрҙе һатып алған һәм биләмәгә хужа булып та ҡуйған[5]

Яңы ауыл Ҡорманай тип атала.

1816 йылда ауылда — 444, 18 йылдан һуң 634 мишәр йәшәй. XIX быуат башында ревизия материалдары буйынса Ҡорманай Ғәзиевтың улдары билдәле. Был Әшрәф (1774 йылғы), Ҡалҡаман (1782 йылғы) һәм Әсфәндиәр (1793 йылғы). Ошо уҡ ауылда мишәр кенәздәре Богдановтар төпләнә[6].

1795 йылда 100 йортта — 367 кеше, 1865 йылда 144 йортта 1120 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мәсет, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән, улус идараһы урынлашҡан[7].

«Ауыл» статусын Башҡортостан Республикаһының «тораҡ пункттарының барлыҡҡа килеүе, берлешеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы уҙгәреүе, административ уҙәктәр күсереү менән бәйле рәүештә Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона уҙгәрештәр индереү тураһында» 2005 йылдың 20 июлендеге 211-з һанлы Законына ярашлы рәүештә алды,

6.торама тибын ауыл тип билдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә:

5) Ауырғазы районында:…

э) Өршәк ауыл Советының Ҡорманай ауылын

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 306 151 155 49,3 50,7
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — татарҙар (96 %)[8].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Гоголь урамы (рус. улица Гоголя)
  • Ибраһимов урамы (рус. улица Ибрагимова)
  • Ҡорманай баҡсалары урамы (рус. улица Курманаевские огороды)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Тирмән урамы (рус. Мельничная улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Таулы урамы (рус. Нагорная улица)
  • Баҫыу урамы (рус. Полевая улица)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
  • Йылға урамы (рус. Речная улица)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Туҡаев урамы (рус. улица Тукаева)
  • Фрунзе урамы (рус. улица Фрунзе)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[9].

Ревизия материалдарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1850 йылда[10] Ҡорманай ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәт ҡомартҡыһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡорманай мәмерйәһе. 1770 йылда бында ошо ауыл янында урынлашҡан мәмерйәнең тасуирламаһын ҡалдырған рус академигы Иван Лепёхин була.

Тарихи ҡомартҡылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мосолман мәғрифәтсеһе һәм дауалаусыһы Йәғәфәр ишан ҡәбере[13]
  • YouTube сайтында Видео В Курманаеве берёзы зашумят
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ҡорманай (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Ҡорманай (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Гвоздикова И. М. Новые документы об аресте Салавата Юлаева. // История СССР. 1978. № 5. С. 141—145; МИБ. Т. 4. Ч. 2. С. 17-18
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 54. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Ҡорманай (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  9. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 3 по Республике Башкортостан
  10. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  11. Башкортстанда Гыйбадулла Алпаровны искә алалар — «Татаринформ» мәғлүмәт агентлығы, 2009, 18 март(недоступная ссылка) (тат.)
  12. Башҡорт энциклопедияһы — Фәтҡуллин Фәрит Миңнула улы 2016 йыл 22 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 сентябрь 2019)
  13. Аургазинский район 2022 йыл 26 июнь архивланған.