Ҡормантау мәҙәниәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡормантау мәҙәниәте
Башланыу датаһы 11 б.э.т. мең йыллыҡ
Тамамланыу датаһы б. э. т. 600
Карта

Ҡормантау мәҙәниәтебронза быуаты аҙағы — иртə тимер быуат башы археологик ҡомартҡыһы (Б.э.т. 11—6 быуаттар). Башҡортостандың Ғафури районыны Ҡормантау ауылы эргəһендəге шул исемдәге тау битләүендәге торама исеме буйынса аталған. Ҡормантау тауы тирәләй тағы ла Табын, Воскресенское, Михайлов торамалары уырнлашҡан[1]. Ҡормантау мәҙәниәте өйрəнеүселəр: В. А. Иванов, М. И. Касьянов, К. В. Сальников һәм башҡалар. Иртә тимер быуатта Башҡортостан территорияһының урман зонаһында — Ананьин, Гамаюн, Горохов, Пьяный Бор, Саргатка мәҙәниәттәре, дала зонаһында — Ҡормантау, Савромат, Сармат мәҙәниәттәре формалашҡан. Боронғо кешеләр торамаларын ҡалҡыу урындарҙа төҙөгән. Ярым ер өйҙəр һəм тура мөйөшлө бағана конструкциялы ҡоролмалар торлаҡ хеҙмəтен үтəгəн. Керамика тышҡа йəки эскə ҡарай бөгөлгəн ҡыҫҡа вертикаль муйынлы, бəлəкəй генə соҡорло биҙəк аралаштырып, ҡыя һыҙыҡтар, шаҡмаҡтар, ишелгəн бау эҙе менән биҙəлеп, əүəлəп эшлəнгəн түңəрəк төплө, көршəк рəүешендəге һəм йомро ҡорһаҡлы һауыттарҙан ғибəрəт.

Ҡурғанлы ҡəберлектəрҙә күпселек ерләү ҡомартҡылары табыла. Һул ҡабырғаға бөгəрлəнгəн килеш һалып, башы менән көнсығышҡа йəки көнбайышҡа ҡаратыу ерләү йолаһы булған. Бронзанан эшләнгән уҡ башаҡтары һəм һөңгө остары, сикə сулпылары, бырау, сулпылар, һырғалар, беҙҙəр, таштан эшләнгән иген онтағыстар, бысаҡ рəүешендəге пластиналар, уҡ башаҡтары, бысаҡтар, ярғыстар,тишкестəр, ҡырғыстар кеүек əйберҙəр табылған.

Ҡормантау мәҙәниәте түбəнге Кама буйында Ҡазан эргəһе мəҙəниəте нигеҙендə формалашҡан. Халыҡ малсылыҡ, башлыса һыйыр малы, сусҡа, йылҡы үрсеткəндəр, игенселек, һунарсылыҡ (ҡондоҙ, төлкө, ҡоралай, мышыға һунар иткəндəр) менән шөғөлләнгән. Баҡыр ҡойоу эше менән дə таныш булғандар. Ҡормантау мәҙәниәте вəкилдəре Бура мəҙəниəте, Межа мəҙəниəте һəм Черкаскүл мəҙəниəте халҡы менән бəйлəнеш тотҡан. Ҡормантау ҡəбилəлəре Ананьин мəҙəниəте һəм Ҡара Абыҙ мəҙəниəте халҡы формалашыуы компоненттарының береһе булған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иванов В.А. Проблема культуры курмантау //Приуралье в эпоху бронзы и раннего железа. Уфа, 1982.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]