Ҡорос
| Ҡорос | |
| Төҫ | Һоро |
|---|---|
| Асыу датаһы | 1865 |
| Етештереү ысулы | сталеплавильное производство[d] |
| Recycling code | 40 |
| Модуль Юнга | 210 гигапаскаль |
Ҡорос — тимерҙең углерод (0,02—2,14 %) менән иретмәһе. Составында углерод күләме 2,14 % күберәк булһа — иретмә суйын тип атала.
Йөкмәткеһе
Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Cоставына марганец, кремний, көкөрт, фосфор ҡатышмалары, шулай уҡ легирлау элементтары (хром, никель, молибден, вольфрам, ванадий, баҡыр, кобальт һ.б.) инә. Үҙенсәлектәре химик составына, микротөҙөлөшөнә, эшкәртеү ысулдарына бәйле.
Классификация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәғәйенләнеше буйынса конструкция (0,7 %‑ҡа тиклем углерод инә), инструмент (0,7 %‑тан артыҡ), махсус үҙенсәлектәре (йылыға, коррозияға, эҫегә сыҙамлы, ныҡлығы юғары һ.б.) булған ҡорос айырыла.
Конструкция ҡорос[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Конструкция ҡорос — төҙөлөштә, машиналар төҙөү сәнәғәтендә ҡулланылған ҡорос. Төрлө төркөмдәрғә бүленә. Конструкция углеродлы ҡоростарҙын сифаты. Конструкция углеродлы ҡоростарҙын сифаты насар компонеттар — фосфор (P) һәм көкөрт (S). Көкөрт — ҡорос өсөн иң насар компонент.
- Ябай сифаты — P һәм S — 0,05 % тиклем (Ст маркировкаһы).
- Сифатлы — P һәм S — 0,035 % тиклем (С маркировкаһы).
- Юғары сифатлы — P һәм S — до 0,025 % (А маркировкаһы марканың артта).
- Үтә юғары сифатлы — Р һәм S — 0,015 % тиклем (Ш маркировкаһы марканың артта).
Башҡортостанда етештереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостанда ҡорос етештереү тау сәнәғәте үҫеше менән бәйле.
19 быуат башында тигелдә иретеү (был ысул 20 быуат башына тиклем файҙаланыла һәм электр м‑н иретеүгә алыштырыла) юлы м‑н ҡойолған Ҡорос Златоуст ҡорал фабрикаһында, Златоуст (Косотур) заводында алына.
Ҡорос буйынса тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
19 быуат уртаһында П. П. Аносов Ҡорос төҙөлөшөн тикшерә, булат Ҡорос һ.б. алыу ысулдарын эшләй. 1940—2002 йй. Белорет металлургия комбинаты юғары сифатлы Ҡорос иретеү б‑са төп пр‑тие була (80‑се йй. 150‑нән ашыу маркаһын етештерә); Бөйөк Ватан һуғышы барышында И. П. Бардин етәкс. оборона сәнәғәте өсөн Ҡорос махсус сорттарын етештереү ойошторола. 90‑сы йылдарҙа Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында һәм Авиация техник университетында (Р.Ғ.Зарипова, Г. А. Салищев) интенсив пластик деформация ысулы м‑н субмикрокристалл һәм нанокристалл хәлендәге структураларҙы формалаштырыу иҫәбенә Ҡорос ныҡлығын арттырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (мәҫ., 12Х18Н10Т маркалы тутыҡмай торған Ҡорос ныҡлығы 2—4 тапҡырға арта).
Рәсәйҙең эре ҡорос етештереүселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
| 2007 | 2006 | Ойошма | Етештереү 2007 йылда |
Етештереү 2006 йылда |
|---|---|---|---|---|
| 15 | 12 | Северсталь | 16,75 | 17,60 |
| 16 | 14 | Евраз | 16,30 | 16,10 |
| 21 | 23 | ММК | 13,30 | 12,45 |
| 33 | 31 | НЛМК | 9,06 | 9,13 |
| 48 | 47 | Металлоинвест | 6,43 | 6,28 |
| 51 | 47 | Мечел | 6,09 | 5,95 |
| 120 | 120 | ТМК | 2,19 | 2,15 |
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡорос // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.