Ҡотдосова Шәфиҡа Йософ ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡотдосова Шәфиҡа Йософ ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 18 март 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Севастополь, Таврида губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 апрель 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (46 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Симферопольское музыкальное училище имени П. И. Чайковского[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный артист Татарской АССР

Ҡотдосова Шәфиҡа Йософ ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Рәхимова, 18 март 1910 йыл , РИ, Таврия губернаһы, Аҡъяр18 апрель 1956 йыл , СССР, РСФСР, Мәскәү) — йырсы (лирик-колоратуралы сопрано), пианиносы, Муса Йәлил исемендәге (956) Татар дәүләт опера һәм балет театрының опера солисы (1941—1951), Татар дәүләт филармонияһы солисы (1951-1954). Татарстан Республикаһы атҡаҙанған артисы (1954). «Алтынсәс» операһында Алтынсәс арияһын беренсе башҡарыусыларҙың береһе (1941).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1910 йылдың 5 (18) мартында Аҡъярҙа (хәҙер Севастополь) ҡала мәсете муллаһы Йософ хәҙрәт Рәхимовтың ете балалы ғаиләһендә алтынсы бала булып тыуған. Истанбулда дини академия тамамлаған. Сығышы менән атаһы Ульяновск губернаһы Ҡурмыш өйәҙе Яңы Муса ауылынан. Әсәһе Фатима, ағалары Фазыл, Наил, апаһы Ғәйшә, һеңлеһе Нурия. 1909 йылда Йософ хәҙрәт Исмәғил Ғаспыралы саҡырыуы буйынса Аҡъярға килеп, яңы мәсеткә, татар милли мәктәбенә нигеҙ һала. Ҡыҙына исемде Исмәғил Ғаспыралы һәм Зөһрә Аҡсуринаның ҡыҙҙары Шәфиҡа хөрмәтенә куша.

Шәфиҡа музыкага өй шартларында Смольный затлы ҡыҙҙар институтын тәмамлаган поляк кызы Елена Строменскаянан өйрәнә. Уның кәңәшн менән Мәскәү консерваторияһына уҡырга керергә тип бара, ләкин мулла ҡыҙы булыу сәбәпле, уны консерваторияға алмайҙар. Аҡъярға кире әйләнеп Ҡайта. Севастополгә гастролдәргә килгән Ҡырым татар театры спекталдәрен ҡарағас, драма актеры булырга хыяллана башлай. Татар клубында асылған драмтүңәрәктә спектаклдәргә ҡатнаша (мәҫәлән, «Аршин мал алан»да Гөлчәһрәне уйнай).[1].

1927 йылда юрист Абдраим (Ғабдерәхим) Ҡотдосовҡа кейәүгә сығып, Керчь ҡалаһына күсә. Беренсе балаһы Жәүит тыуа. Радионың симфоник оркестрында пианист-концертмейстер булып урынлаша. Ҡыҫҡартыуға эләгеп, кинотеатрға тапер булып күсә. 1934 йылда икенсе улы Эрик (Эрнст) тыуа. Совхоз директоры булып эщләгән ирен партиянан сығаралар. Шәфиҡаға ике эштә эшләргә тура килә: көндөҙ заводта иҡтисадсы, кисен кинотеатрҙа тапер булып пианинола уйнай.

Аҡмәсеттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1936 йылда Ҡотдосовтар ғаиләһе Аҡмәсеткә күсә. Аҡмәсеттә музыка бүлегендә фортепиано һәм вокал факультеттарын тамамлай (1930,1940. Фортепиано факультетында уның менән Мәскәү һәм Лениград консерваторияларында белем алған Ева Павел ҡыҙы Сеферова (милләте менән әрмән) шөғөлләнә. Музыка факультетын тамамлағас, ҡырым-татар йыр һәм бейеү ансамблендә солистка булып урынлаша. Ҡырым радиокомитетында пианист-аккомпаниатор булып эшләй. Татар халыҡ, Ҡырым татарҙары йырҙарынан, романстар, опера арияларынан торған үҙ концерт программаһын булдыра.

Ҡазанда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1940 йылдың көҙөндә Ҡырымға килгән комиссия (рәйесе Йәүҙәт Фәйзи) * Ш. Ҡотдосованы Мәскәүҙә уҙасаҡ татар сәнғәте декадаһына опера йырсыһы булараҡ һайлап ала һәм Ҡазанға саҡыра. «Алтынсәс» операһынан Алтынсәс ролен өйрәнеү өсөн йырсы ғаиләһе менән Ҡазанға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, декада уҙмай ҡала. Операның премьераһы 1941 йылдың 12 июлендә Ҡаҙанда уҙа. Алтынсәс арияһын Ғәлиә Кайбицкая менән сиратлап башҡаралар.

Шәфиҡа Татар дәүләт опера театрында әйҙәүсе йырсыға әүерелә. 1950 йылда уға ТАССР-ҙың атҡаҙанған артисы исеме бирелә.

НКВД талабы менән (Урта Азияға гастролгә барғас, һөргөндәге туғандары менән күрешеп, сәйәси ышанысты юғалтҡан өсөн) 1951 йылда «һөнәри яраҡһыҙ» тип, эшенән ҡыуыла. Олег Лундстрем уны үҙенең джаз төркөмөнә йырсы итеп ала, ләкин СССР-ҙа джаз уйнау тыйылғас, төркөм тарҡала.

Мәскәүҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гастроль бюро саҡырыуы буйынса Мәскәүгә китеп, бер нисә йыл ил буйынса гастролдәрҙә йөрөй. 1953 йылда Ҡазанға ҡайтып, «Алтынсәс» операһында Алтынсәс арияһында яҙылып китә. Москонцерт солисы булып урынашып, ҙур сәхнәләрҙән танылған йырсылар Иван Козловский , Зара Долуханова, Бәһбудов Рәшид Мәжид улы менән бергә йырлай.[2]

1956 йылдың 18 апрелендә Мәскәүҙә ашҡаҙан яман шеше ауырыуынан вафат була.

Ҡайһы бер опера партиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡазан опера театры сәхнәһендә ике тиҫтәнән артыҡ төп роль башҡара:

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы Севастополь мәсетенең имам-хатибы Йосыф Рәхимовҡа 1938 йылда «халыҡ дошманы» тип сығарылған үлем язаһы тураһында ҡарар ун йылға ирегенән мәхрүм итеүгә алыштырыла. Төрмәлә 1943 йылдың 19 февралендә йөрәк өйәнәгенән вафат була. 1957 йылда аҡлана.

Инҡилаб һәм Беренсе бөтә донъя һуғышы йылдарында Ҡырымдағы тугандарының ҡайһы берҙәре трагик рәүештә вафат була.

Ағаһы Камил Рәхимов (1890-1978), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Бөрйәндә һөргөндә була, композитор, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Һеңлеһе Нурия Рәхимова, әҙәбиәт белгесе, педагог.

Беренсе ире Ғабдерәхим (ҡырымтат. Abdureim, Абдраим) Ҡотдос улы Котдусов Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.

Өлкән улы Жәүит Ҡотдосов (1927—), хор дирижеры, композитор, профессор, ТАССР (1968), РСФСР (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре[3].

Кесе улы Эрнст (Ирек) Ҡотдосов (1934—) Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. Икенсе ире Алексей Григорий улы Мамай, профессор[4].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кумысников Х. Л. Шефика Кутдусова. Челнинка: КамАЗ нәшриәте, 1995.
  2. Фидаил Мәжитов. Ҡанаты ҡайырылған һандуғас. «Майҙан», 2010 йыл, март, 153-се бит.
  3. Шафиҡа Кутдусова. Т.: «Ысын күңелдән» нәшриәте, 2015.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кутдусова Шафика. crimea.ru (рус.)
  2. Кутдусова Шафіка Юсуфівна. Енциклопедія Сучасної України (укр.)
  3. Татар энциклопедиясенең шәхесләр исемлеге. Казан: ТР ФА Татар энциклопедиясе институты, 136нчы бит
  4. Роза Мулланурова. Хуш, якты йолдызым. «Сөембикә», 2020 ел, апрель, 30-33нче бит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]