Ҡотоев Хөсәйен Муллаян улы
| Ҡотоев Хөсәйен Муллаян улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 25 декабрь 1923 |
| Тыуған урыны | Балҡандар (Силәбе өлкәһе), Нагайбәк районы, Силәбе өлкәһе |
| Вафат булған көнө | 23 апрель 1945 (21 йәш) |
| Һөнәр төрө | яугир |
| Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ҡотоев Хөсәйен Муллаян улы (1923—1945) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының взвод командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөсәйен Муллаян улы Ҡотоев 1923 йылдың 25 декабрендә Силәбе өлкәһе (РСФСР) Нуғайбәк районындағы Балҡан ауылында тыуған[2].
Хәрби хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда саҡырыла. Саҡырылыуын төрлө сығанаҡ төрлөсә хәбәр итә: 1941, 1942 йылдың апреле йә 6 декабре тип тә яҙалар. Баймаҡ район хәрби комиссариаты башта атаһы Муллаян Ҡотоевты, атаһын, һуңыраҡ улы Хөсәйенде фронтҡа оҙата.
Ҡотоев Хөсәйен 1943 йылда 1‑се Атлы армия исемендәге Тамбов кавалерия училищеһын тамамлай.
112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 58‑се гвардия кавалерия полкының элемтә отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә.
1943 йылдың 26-27 сентябрь көндәрендә ҡаҙанған батырлығы өсөн Белорус фронты Хәрби Советының 1943 йылдың 31 октябрҙә сығарылған 22/н ҡарары менән Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1945 йылдың апрелендә фронтта атаһы менән күрешә, икәүләп фотоға төшәләр.
1945 йылдың 23 апрелендә батырҙарса һәләк була. Германияла, Шмахтенхаген ауылында ерләнгән[2].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[3]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡотоев Хөсәйен Муллаян улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Баймаҡ районында һәм Силәбе өлкәһе Нуғайбәк районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО. Картотека награждений, шкаф 49, ящик 4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. КУТУЕВ Хусаин Муллаянович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2021)
- Память народа. Ҡотоев Хөсәйен Муллаян улы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2021)
- Хөсәйен Муллаян улы Ҡотоев
- Хәтер юлы 2021 йыл 3 июнь архивланған.
- Проектно-исследовательская работа об отце исыне Кутуевых Муллаяне и Хусаине