Ҡоштар паркы (Исфаһан)
| Ҡоштар паркы | |
| Дәүләт |
|
|---|---|
| Административ-территориаль берәмек | District 9[d] |
| Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Зайендеруд[d][1] |
| Рәсми асылыу датаһы | 1996[1] |
| Майҙан | 50 000 квадрат метр[1] |
| Рәсми сайт | gardenbirds.isfahan.ir |
![]() | |
Ҡоштар паркы (Исфаһан ҡалаһы) (фарс. باغ پرندگان اصفهان, Baghe Parandegan Isfahan) — Иранда Исфаһандағы Зәйендеруд йылғаһы буйында матур ял итеү урыны, Наджаван тәбиғәт паркы билмәһәендә урынлашҡан, дөйөм майҙаны 55 мең квадрат метр тәшкил итә. Шуның 17 мең квадрат метры Ҡоштар баҡсаһының үҙенә арналған. Бында ҡоштар иркен йөрөй, яһалма күлдәрҙә, — ҡойма артында тотолған йыртҡыстарҙан башҡа барыһы ла йөҙә[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1998 йылда Исфаһан мэрияһы ярҙамында паркҡа нигеҙ һалына[3].
Йәшәүселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бында Иранда тыуған һәм Австралия, Танзания, Индонезия, Ҡытай һәм башҡа илдәрҙән килтерелгән 130 төрҙән торған 4 меңдән ашыу индивид: төҫлө тутыйғоштар, фазандар, тауистар, пеликандар, тукандар, өйрәктәр, ҡарғалар, фламинголар һәм башҡа бик күп ҡоштар йәшәй. Ҡоштарҙың ҡанаттары ҡырҡылмай[4][5]. Парктың иҫтәлекле урындарының береһе — аҡ тауистар.
Шулай уҡ территорияла серпентарий эшләй, унда һөйрәлеүселәрҙең күп төрҙәрен күрергә мөмкин.
Паркта булыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был баҡса Исфаһанда иң матур һәм кешенең иң күп килгән урындарҙан һанала. Урындағы халыҡ һәм башҡа төбәктәрҙән килгән туристар бында рәхәтләнеп ваҡыт үткәрә. Балалы ғаиләләр өсөн ял итеү, шулай уҡ төрлө үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын өйрәнеү өсөн бик шәп урын. Сит ил туристары һирәк була, был күп осраҡта туристик агентлыҡтарҙа мәғлүмәттең етешмәүенә бәйле.
Йорт хайуандары өсөн йәшәү шарттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Парк хеҙмәткәрҙәре йорт хайуандарының дөрөҫ һәм уңайлы йәшәүе өсөн бөтә шарттар ҙа үтәлеүен тәьмин итә. Түбәндәге уңайлыҡтар бар:
- ҡаҙ, фламинго, пеликан кеүек йөҙөүсе ҡоштар өсөн быуалар;
- «парник» йылы яратыусы ҡоштар өсөн теплицалар-кәштәләр, уларҙа, мәҫәлән, тутыйғоштар аҫрала;
- йыртҡыс ҡоштар өсөн металл вольерҙар, унда бөркөт, өйрәк, ҡарға һ.б.
- осло ҡаялар (парктың көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан) һәм сүл секторҙары, мәҫәлән, бүҙәнәләр өсөн;
- йәшел урман плантациялары, унда тауистар һәм фазандар йөрөй.
Баҡса 25-32 метр бейеклектәге 16 күсмә металл колонна менән уратып алынған, ҡоштар парк сиктәренән ситкә осоп китмәһен өсөн селтәрҙәр менән уратып алынған. Хайуандарға ер эсендә иркен йөрөргә рөхсәт ителә .
Ғилми тикшеренеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡоштар баҡсаһы ял итеү паркы булараҡ ҡына ҡалмай, ғилми-тикшеренеу һәм белем биреүҙең базаһы булараҡ та эшләй, шул иҫәптән түбәндәге махсус бүлектәр
- Инкубатор;
- Энергия блогы;
- Медицина блогы;
- Карантин блогы;
- Таксидермия блогы.
Баҡсаның бөтә майҙандарын да дезинфекциялау, санация үткәрелә. Ҡоштарға ай һайын Ньюкасл ауырыуына ҡаршы прививка эшләнә .
Адресы һәм эш ваҡыты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урыны: Исфаһан, Сохреварди майҙаны, Әлефат урамы (Зәйендеруд йылғаһының һул яры, Си-о-Се Пол күперенән 5,5 км алыҫлыҡта).
Эш ваҡыты: көн һайын, 08.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 https://www.irna.ir/news/5805360
- ↑ Сад птиц в иранском Исфахане. Дата обращения: 31 май 2026.
- ↑ Парк птиц города Исфахан. Официальный портал мэрии города Исфахана на персидском языке. Проверено 10 марта 2017 года 2014 йыл 13 апрель архивланған.
- ↑ Парк птиц города Исфахан. Информационно-туристический портал «Маканбин» (Иран) на персидском языке. Проверено 11 марта 2017 года 2017 йыл 10 июнь архивланған.
- ↑ Парк птиц в Исфахане. Дата обращения: 31 май 2026.
