Ҡуййылға (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡуййылға
Ҡайҙа ҡоя Уйылға
Ҡушылдыҡ Ҡамбулат (Ҡуййылға ҡушылдығы), Ҡоротамаҡ һәм Головановский[d]
Һыу йыйыу бассейны Бассейн Тобола[d]
Бассейн майҙаны 1040 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Оҙонлоҡ 59 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Коелги[d]
Карта

Ҡуййылға (рус. Ко́елга) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе үҙәк өлөшөндә Көньяҡ Урал буйындағы йылға. Уйылғаның һул, иң ҙур ҡушылдыҡтарының береһе (Тубыл бассейны).

Оҙонлоғо — 59 км

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат сығанаҡтарында — Койелга, Койжилга, Коилга тигән атамалары осрай. Башҡорт телендәге «ҡойо» һәм «йылға» һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән, йәғни «ҡойо йылғаһы», йәки «йылға ҡойоһо» тигәнде аңлата тигән фараздар бар[2]..

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:

« Коелга, река, левый приток Увельки, бассейн Уя; село, бывшая крепость, основанная в 1747 г., Еткульский район.

В источниках ХVIII в. — Койелга, Койжилга, Коилга. Наиболее распространенное толкование топонима от башкирских слов: кой (куй) — «овца», елга — «река». т. е. Койелга — «овечья река». Другое толкование от башкирских слов: койо — «родник», «источник», елга — «река», т. е. «родниковая река», или «река с родниками».[3][4]

»

Башҡорт телендәге «О» өнө топонимдарҙы урыҫ теленә әйләндергәндә «А» өнөнә, ә «У» өнө «О»-ға әйләнеүсән икәнен иҫәпкә алғанда, ошо фараз дөрөҫлөккә тап киләлер.

Тамағы һәм инеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сыбаркүл районындағы Сыбаркүлдән баш ала. Ҡуййылға ауыл биләмәһендә Уйылға йылғаһына барып ҡоя. Өлкәнең ике — Сыбаркүл һәм Эткүл районы биләмәләрендә аға.

Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

← Һул ҡушылдыҡтары
→ Уң ҡушылдыҡтары

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡуййылға йылғаһының уң ярына урынлашҡан ауылдар: Малково, Пустозерово, Травник, Щапин, Бурһыҡ, Звягино, Коелга.

Файҙаланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күп кенә ауылдар эргәһендә плотиналы быуалар төҙөлгән. Пустозёрово һәм Травники ауылдары араһында балыҡсылыҡ хужалығы бар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Река Коелга
  3. Шувалов Н. И. Буташ // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области