Ҡуйсаҡ (археологик ҡомартҡы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡуйсаҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе

Ҡуйсаҡ, (рус. Куйсак) — Силәбе өлкәһенең Еңгәй ҡасабаһынан алыҫ түгел урынлашҡан Һынташты мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары комплексы, б.э.т. III—II мең йыллыҡтарға ҡарай.[1][2][3]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡуйсаҡ археологик ҡомартҡылары Силәбе өлкәһенең Еңгәй ҡасабаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 2,3 км алыҫлыҡта Еңгәй йылғаһы (Яйыҡ йылғаһы бассейны) уң ярында һәм уның уң ҡушылдығы Ҡуйсаҡ буйында урынлашҡан.

Табылдыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡомартҡы нығытмалы тораманан, тораҡтан һәм ҡәберлектән тора.

Ҡуйсаҡ торамаһы

Дөйөм майҙаны 15,6 мең м². Диуарҙар һәм уратып ҡаҙылған соҡорҙар менән ҡурсаланған. Тышҡы һаҡ системаһы эскеһенә радиаль диуарҙар менән тоташҡан. Һаҡ диуарҙары буйлап эске яҡтан оҙон уртаҡ ҡабырғалы торлаҡтар урынлашҡан. Тышҡы ҡуласала — 20, эскеһендә 11 торлаҡ булған. Торлаҡтар бүрәнәләрҙән һәм кәҫтәрҙән һалынған. Тораманан көнсығышҡа һәм көнбайышҡа ҡарай тораҡтар табылған. Көньяҡ-көнсығыш диуар буйында — 10, көньяҡ-көнбайыш диуар буйлап 6 торлаҡ асыҡланған.

Ҡуйсаҡ ҡәберлеге

Ҡәберлек майҙаны 20 мең м², тораманан төньяҡта урынлашҡан. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә, уның диаметры 6—25 м, бейеклеге 0,2—0,4 м тәшкил итә. 29 ҡурған табылған.

Ҡуйсаҡта бронза уҡ башаҡтары, бысаҡтар, шлак, таш суҡмар, балталар, ҡойоу формаһы һәм хайуан һөйәктәре табылған.

Табылдыҡтар араһында геометрик биҙәкле яҫы төплө һауыттар булған.

Ҡомартҡы материалдары Силәбе дәүләт университетынң археология музейында һаҡлана.

Асыш тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Археологик ҡомартҡы 1987 йылда инженер-геолог, аэрофотодешифрировка белгесе Батанина Ия Михайловна[4] тарафынан асыла.

1988 йылда А. И. Гутков, 1992—94 йылдарҙа Т. С. Малютина, 1994 йылда А. Д. Таиров өйрәнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. И. М. Батанина, Т. С. Малютина Ҡуйсаҡ//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 11 август архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Торама//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  4. Батанина Ия Михайловна //Энциклопедия Челябинской области

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Зданович Г. Б., Батанина И. М. «Страна городов» — укреплённые поселения эпохи бронзы XVIII—XVII вв. до н. э. на Южном Урале //Аркаим: исследования, поиски, открытия. Челябинск, 1995
  • Малютина Т. С., Зданович Г. Б. Куйсак — укреплённое поселение протогородской цивилизации Южного Зауралья //Культура древних народов степной Евразии и феномен протогородской цивилизации Южного Урала: материалы 3‑й междунар. конф. «Россия и Восток: проблемы взаимодействия». Челябинск, 1995.
  • Горбунов В. С. Поселенческие памятники бронзового века в лесостепном Приуралье. Куйбышев, 1989.
  • Обыдённов М. Ф., Обыдённова Г. Т. Памятники бронзового века Южного Урала. Уфа, 1996.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.