Ҡула
Ҡула | |
Тығыҙлыҡ | 8600 килограмм на кубический метр |
---|---|
Моос шкалаһы буйынса ҡатылыҡ | 3[1] |
Етештереү ысулы | бронзовое литьё[d] |
![]() |

Ҡула - баҡыр иретмәһе, ғәҙәттә аҡ ҡурғаш төп ҡушылдыҡ булып тора, ләкин алюминий, кремний, бериллий, ҡара ҡурғаш һәм башҡа элементтар ҡушылған баҡыр иретмәләрен шулай ук ҡула индерәләр. Мәгәр цинк ҡатнашмаһы (был еҙ ) һәм никель (был мельхиор) ҡулаға индерелмәй. Ҡағиҙә булараҡ, барлыҡ ҡулаларҙа ла аҙ ғына күләмдә өҫтәмәләр: цинк, ҡурғаш, фосфор һәм башҡалар ҡушылған була.
Кеше аҡ ҡурғашлы ҡуланы ҡула осоро башында иретергә өйрәнгән, һәм ул бик оҙаҡ ҡулланылып килгән. Хатта Тимер быуат башланыу менән дә ҡула мөһимлеген юғалтмай.
ҡула, тығыҙлығы маркаһына һәм индерелгән ҡушылмаларына ҡарап, 7500-8700 кг / м³ тәшкил итә; иреү нөктәһе 930-1140 ° C.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙең саҡтан элек бишенсе меңйыллыҡҡа ҡараған иң боронғо ҡула әйберҙәр Иран тау битендә һәм Сербиянең Плочник ауылы янында табылған. Рәсәйҙә иң боронғо ҡула экспонаттарҙы 1897 йылда Рәсәй археологы Николай Веселовский Кубань йылғаһы төбәгендә (Майкоп мәҙәниәте тип атала, б.с.э. дүртенсе меңйыллыҡтың икенсе яртыһы ) асҡан. Майкоп ҡурғандары ҡулаһы, нигеҙҙә, баҡыр һәм мышаяҡ иретмәһенән тора. Тора-бара ныҡлы һәм һығылмалы металл турында мәғлүмәт Яҡын Көнсығышҡа һәм Мысырға барып етә. Бында аҡ ҡурғаш-баҡыр иретмәһенә күсеүҙән һуң, ҡула иң мөһим декоратив материалдарҙың береһе булып китә.
Боронғо Башҡортостандың ҡула ҡомартҡылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡ Уралда ҡула быуаттың иң иртә археологик ҡомартҡылары б.э.т. II мең йыллыҡ башына ҡарай. Башҡортостанда ҡула быуатҡа ҡараған яҡынса 600 ҡомартҡы табылған, уларҙың күбеһе Ағиҙел, Дим, Кама, Урал, Ыҡ, Әй һ.б. йылғалар бассейнында урынлашҡан. Көньяҡ Уралда баҡыр рудниктарын эшкәртеү энеолит осоронда башлана. Баҡыр рудаһы ятҡылыҡтарына айырыуса Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүҙәре - Дим, Яйыҡ, Һаҡмар һ.б. йылғалар бассейндары бай.
ҡула ҡойоу эше м‑н шөғөлләнеү эҙҙәре - ҡойоу формалары, иретеү туҫтаҡтары һәм тигелдәре, шлак һәм баҡыр рудаһы бөртөктәре Айыт торамаһында, Баланбашта, Таулыҡай торамаһында һ.б. табылған. ҡула биҙәүестәр, хәнйәр, һөңгө осо, бысаҡ, ураҡ, балта, биҙәүестәр һ.б. ҡула әйберҙәр киң ҡулланылыш тапҡан һәм сауҙа йәки алмашыу объекты булған [2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гришин Ю.С. Древняя добыча меди и олова. М., 1980.
- Бронза, сплав // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галичский клад изделий из бронзы, один из самых древних в Северо-восточной Европе, Абашевская культура 2016 йыл 6 март архивланған.
- Секреты антикварной бронзы 2020 йыл 26 октябрь архивланған.