Ҡумыҡ аш-һыуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡумыҡ аш-һыуы
 Ҡумыҡ аш-һыуы Викимилектә

Ҡумыҡ аш-һыуы ( рус. кумыкская кухня, ҡум. къумукъ аш уьй) — ҡумыҡтарҙың ҡәҙимге милли аш-һыуы.

Бөтә ислам доньяһындағы кеүек үк, ҡумыҡтарҙың да аш-һыу әҙерләгәндә айырым тыйыуҙары бар - харам (ярамаған) һәм хәләл (рөхсәтле) ҡағиҙәләренә буйһоналар. Һуғымға салған хайуандарыҙы "Бисмил-ләһи Аллаһу әкбәр", тип, боғаҙлап ашайҙар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡумыҡ аш-һыуы быуаттар дауамында үҫешә һәм үҙ сығанаҡтарын төрки ҡәбиләләрҙең аш-һыу традицияларынан ала, уларға, үҙ сиратында, шулай уҡ Кавказ һәм башҡа төрки ҡәүемдәрҙең (һундар, хазарҙар һ.б.) аҙыҡ-түлек әҙерләү ысулдары ҙур йоғонто яһай.

Милли аш-һыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икмәк

Икмәк (ҡум. Этмек) — ҡумыҡтарҙың милли икмәге. Уны бешереүҙең тиҫтәләгән ысулы бар.

Күмәстәр (сүрәктәр)

Күмәстәрҙе (ҡум. Чурек), ҡумыҡтар бойҙай йәки кукуруз ононан баҫылған ҡамырҙы ҡуй майында ҡыҙҙырып бешерә. Сусҡа майы, харам һаналғанлыҡтан, ҡулланылмай.

Аштар


Аш (һурпа) (ҡум. Шорпа) — ҡумыҡ аштарының дөйөм атамаһы. Улар төрлөсә бешерелә: ит, йәшелсә һалып, шулай уҡ һөтлө аш та әҙерләйҙәр.

Фасоль ашы (ҡум. Бурчакъ шорпа) — ҡумыҡтарҙың яратҡан аштарының береһе, уны һарыҡ ите һурпаһына фасоль, бәрәңге һәм туҡмас һалып бешерәләр.

Хинкал


Хинкал — Дағстандағы башҡа халыҡтарҙыҡы кеүек үк, ҡумыҡтарҙың төп ризыҡтарының береһе. Уны ит һурпаһына ҡамыр киҫәктәре һалып бешерәләр.

Халпама — ҡумыҡ хинкалы, кукуруз ононан әҙерләнә. Ғәҙәттә тултырма (колбаса) бешереп алынған һурпала бешереп алалар.

Кюрза

Кюрза (ҡум. Кюрза) — ҡумыҡ билмәне.

Долма

Долма (ҡум. Долма) — аналогы рус. голубцы, көнсығыш традицион ашамлығы, йөҙөм япрағына ит фаршы төрөп бешерәләр. Ойоған һөткә һарымһаҡ иҙеп эшләнгән соус менән бирелә.

Былау

Пилав — ҡумыҡ былауы. Кишер менән һарымһаҡ һалып бешерелгән традицион һәм киптерелгән емеш (киш-миш, күрәгә) менән бешерелгән аҡ былау төрҙәре бар[1].

Аш  — дөгөнән былау кеүегерәк бешерелгән ризыҡ.

Шешлек

Чишмик — ҡумыҡ шешлеге.

Бутҡалар

Чилав — дөгө, кукуруз һәм бойҙайҙан бешерелгән бутҡа. Уны һыуҙа ла, шулайуҡ һөттә лә бешерәләр.

Тахана — бойҙай онон аҡ майҙа ҡыҙҙыралар һәм һыу өҫтәп шыйығайталарң

Турамалар

Ҡумыҡ турамалары (рус. салаттар) сей йәшелсәнән (помидор, ҡыяр, борос) һәм йәшел тәмләткес үләндәрҙән тора. Ғәҙәттә, ҡаймаҡ һалып бирәләр.

Пиццалар

Чуду — төрлө эслек менән йоҡа көлсә (күмәс)[2].

Тултырмалар

Сохта — һарыҡ бауыры, һуған, йөҙөм йәки күрәгә һалып эшләнгән йыуан тултырма. толстая колбаса из бараньей печени с луком и изюмом или курагой.

Тәмле-татлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галива — ҡумыҡ хәлүәһе, уны айырыуса теләп файҙаланалар. Хәлүәнең рецептары бик күп.

Гүләмә — хәлүә һалып бешерелгән печенье.

Һөт ризыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡумыҡтар һөттө киң ҡуллана, һаумал килеш тә, ойотоп та файҙаланалар, эремсек һәм йогурттан тыш, аҡ май, ҡатыҡ, ҡорот, ҡаймаҡ етештерелә.

Эсемлектәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Цикнай — йөҙөм һутынан эшләнгән эсемлек.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Матиев Ш.Ш. Кумыкская Кухня. — Республика Дагестан: Наука Дагестан, 2012. — 144 с.
  • Абуева.Ж. Дагестанская Кухня. — Республика Дагестан: Эпоха, 2012. — 230 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]