Ҡунафин Ғиниәт Сафиулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ғиниәт Ҡунафин
Ғиниәт (Ғиниәтулла) Сәфиулла улы Ҡунафин
Тыуған көнө:

22 ноябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (70 йәш)

Тыуған урыны:

Сәйетбаба ауылы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

әҙәбиәт ғилеме

Эшләгән урыны:

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе:

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме:

профессор

Уҡыу йорто:

Башҡорт дәүләт университеты

Награда һәм премиялары


Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009)

Ғиниәт (Ғиниәтулла) Сәфиулла улы Ҡунафин (22 ноябрь 1946) — башҡорт әҙәбиәте ғалимы, филология фәндәре докторы, профессор, Халыҡ-ара төрки академияһы академиге, Башҡортостан Фәндәр академияһының академик-секретары, академияның мөхбир ағзаһы (2012), Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғиниәт (Ғиниәтулла) Сәфиулла улы Ҡунафин[1]  1946 йылдың 22 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Урта мәҡтәпте тамамлағас, уҡытыусы булып эшләй, һуңынан «Йондоҙ» район гәзите хеҙмәтҡәре.

Әрме хеҙмәтен үткәс, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл диплом менән тамамлай. 1973—1976 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. 1976—1981 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, 1981—1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында өлкән уҡытыусы, артабан доцент һәм профессор.

Ҡунафин Ғ. С. университетта филология һәм журналистика факультетын асыуҙа әүҙем ҡатнаша, был факультеттың беренсе деканы була һәм артабан 10 йыл (1990—2000) ошо вазифаны уңышлы башҡара.

2000 йылдан башлап «Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына тиклемге башҡорт әҙәбиәте» кафедраһын етәкләй. 1977 йылда кандидатлыҡ ә 1998 йылда —  «XIX быуат—XX быуаттар башында башҡорт поэзияһының жанр системаһы үҫеше» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1990 йылдан РФ Һәм РБ Яҙыусылар Берләшмәһе ағзаһы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан яҙыусылар берләшмәһе эргәһендәге әҙәби тәнҡит секцияһы етәксеһе.
  • I, II һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, 2000—2010 йылдарҙа Ревизион комиссия ағзаһы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡунафин Ғиниәтулла Сәфиулла улы —  450 ғилми эше, шул иҫәптән 30 китабы сыҡҡан.

  • Башкирские просветители-демократы XIX века. — М., 1981. — 256 с.
  • Просветитель и писатель Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. — Өфө, 1991. — 256 б. (баш.)
  • Башкирская литературная песенная поэзия XIX — начала ХХ века. — Уфа, 1997. — 155 с. (рус.)
  • И песней, и сатирой. — Уфа, 1999. — 257 с. (рус.)
  • Башкирская поэзия XIX — начала ХХ века. — Уфа, 2002. — 215 с. (рус.)
  • Башкирская нарративная поэзия XIX — начала ХХ века. — Уфа, 2003. — 179 с. (рус.)
  • Поэтическое эхо прошлого. — Уфа, 2004. — 314 с. (рус.)
  • Башкирская литература XIX — начала ХХ века. — Нефтекамск, 2006. — 273 с. (рус.)
  • Культура Башкортостана и башкирская литература в XIX — начале ХХ века. — Уфа, 2006. — 280 с.
  • Духовное сияние времен. — Уфа, 2006. — 491 с. (баш.)
  • Поэтическая радуга Акмуллы. — Уфа, 2006. — 238 с. (баш.) (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2001)
  • Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2010)
  • Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (2011) исемендәге премия лауреаты
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәҡәре (2009)
  • Башҡортостандың халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1997),
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Татарская электронная библиотека: Гиният Кунафин. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 февраль 2013. 20 ғинуар 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]