Ҡурмас байрамы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡурмас — бөтәүләй ашау өсөн ҡыҙҙырылған бойҙай. Боронғо зороастризм дине йолаhы буйынса, йылына ике тапҡыр көҙ һәм яҙ миҙгелдәрендә көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, йәғни һарысайҙың Сөмбөлә (21 сентябрҙә) һәм буранайҙың Науруз байрамдарында (21 мартта) әҙерләнә торған төп ризыҡ. Был йола орлоҡ культы менән бәйле, сөнки ул — буласаҡ уңыштың башы: «Бойҙай уңhа — аш булыр, уңмаhа, таш аш булыр» (Мәҡәл). Шуға күрә Науруз байрамында ошондай теләктәр теләнгән:

« Нар, нар, нарына!
Бәхет бирһен барына!
Мал-тыуарҙар түл йәйһен,
Бала-саға ит ейһен!
Малың ашһын ҡуранан,
Ашлыҡ ашһын буранан!
Һөтлө булһын бейәгеҙ,
Уҡлы булһын йәйәгеҙ!
Тура атһын уғығыҙ,
Барға сыҡһын юғығыҙ!
Ил-йортоғоҙ һил булһын,
Күңелегеҙ киң булһын!
»

Ата-бабаларыбыҙҙың боронғо замандарҙа уҡ иген үҫтереү менән шөғөлләнгәнен «сәсеү» һүҙенең мәғәнәһенән күрәбеҙ. Сөнки Көньяҡ Уралда көн күргән боронғо арийҙарҙың теле санскрит һүҙлегендә «sasya» (посев, всход, урожай зерна, злаков) башҡортса шулай уҡ hаҡланған — «сәсеү».

Иген үҫтереп көн күргән халҡыбыҙҙың был шөғөлө һәм йолалары ауыҙ-тел ижадында ла сағыла. Мәҫәлән, боронғо башҡорт ырыуҙарының береһе Бөрйәндә яҙып алынған «Бабсаҡ менән Күҫәк» эпосында шул райондың Байназар ауылы эргәһендәге Ҡурыуҙы тауының атамаhы түбәндәгесә аңлатыла:

Төрлө ырыу бейҙәренә Мәсем хан күҙгә күренмәҫ бер йыртҡысты тотоп үлтерергә ҡуша. Ҡыпсаҡтарҙың Бабсаҡ бейе был бойороҡто үтәгәндә, Ҡараҡөлөмбәт уның үҙен һағалап тороп үлтерә һәм хан һәм башҡа бейҙәр тарафынан батыр тип таныла. Дошманы Ҡараҡөлөмбәт тарафынан үлтерелгән ҡыпсаҡ ырыуы батыры Бабсаҡ бейҙең ҡатыны ауырындағы балаhы менән уның ҡулында ҡала. Ошо бала тыуып- үҫеп, буй еткергәндә, Ҡараҡөлөмбәтте үҙ атаһы түгеллеге тураһында имеш-мимеш хәбәрҙе ишеткән Күҫәк дөрөҫлөктө белергә теләй. Бының өсөн малай әсәһенән ҡурмас ҡыҙҙыртып ала һәм уны үҙ ҡулдары менән усына һалыуын һорай. Шул саҡ Күҫәк эҫе ҡурмасты тотҡан әсәһенең ҡулдарын үҙ ҡулдары менән ҡыҫып йомдора һәм серҙе сисеүен һорай. Ҡулы бешеүгә түҙә алмаған ҡатын улына дөрөҫтө һөйләргә мәжбүр була. Дөрөҫлөктө белгәс, Күҫәк атаhы тип йөрөгән дошманы Ҡараҡөлөмбәттән үс алыуҙы тау башына мендереп, тереләй утта ҡурыу аша башҡара. Һүҙҙең мәғәнәһенә килгәндә, башҡорт теленең hүҙлегендә «ҡур» hүҙе түбәндәгесә аңлатыла:

  1. Ҡымыҙ, бал, ҡатыҡ, ҡамыр әсеткеhе, ҡурбаш;
  2. Башланғыс, нигеҙ булған мал-мөлкәт; мая. Ҡур аҡса. Ҡур мал.

Тимәк, был осраҡта «ҡур» — «башлап ебәреүсе», «тоҡом башлаусы», «нигеҙ hалыусы», «барлыҡҡа килтереүсе», «күбәйеүгә, таралыуға, үрсеүгә сәбәп булдырыусы» тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Тимәк, кемдеңдер-нимәнеңдер тәүбулмышына хас булған тик тороу, ойоғанлыҡ, һиллек хәленән сығарып, ҡыбырлатыу, йәшәтеү, тереклек итеүгә килтереү, булышлыҡ итеү. Үҫеш осороноң бер мәлендә ашамай, ҡуҙғалмай көпкә төрөнөп ятҡан бөжәк, көплө ҡорт та ҡурсаҡ тип атала бит! Йәғни уның ҡур хәлендәге сағы, йәғни энергия запасы, ҡеүәт дәрәжәһе (потенциал). Ҡур — тимәк, дәрт итеү, хәрәкәт яһау һәләте. Хәрәкәт (ғәр.) — тыныс, тик торошҡа ҡапма-ҡаршы хәл; бер хәлдән икенсе хәлгә, бер урындан икенсе урынға күсеш; ҡуҙғалыш, үҙгәреш. Ислам динен ҡабул итеү сәбәпле, ғәрәп терминдары ҡулланылышҡа үтеп инеп, боронғо телебеҙгә хас һүҙҙәр шулай онотола төшкән. Ҡур һүҙе туранан-тура Көньяҡ Уралда йәшәгән боронғо арийҙарҙың дини ҡараштарына тап килгән йога тәғлимәтендәге сәбәп-эҙемтә бәйләнешенә ишаралай, сөнки уның ҡапма-ҡаршы мәғәнәләге икенсе төшөнсәнең атамаһы булыуы ла билдәле: ҡур — ниндәйҙер эш-хәлдән ҡалған эҙемтә; шауҡым.[1].

Ҡурмас тураһында мәғлүмәт әйтем-мәҡәлдәрҙә лә осрай:

  • Ярлының итәгенә ҡурмас һалһаң, түгелер.
  • Ҡурың бөтһә, кеше ҡәҙерен белерһең.

Ауыҙ-тел ижадының боронғо төрө булған ошо мәҡәлдән ҡур һүҙенең тағы бер мәғәнәһенә иғтибар итмәй булмай. Миҫалдан күреүебеҙсә, «ҡур» — күҙгә күренмәгән, ләкин уның барлығына нескә кимәлдәге эске тойомлау аша ышанырлыҡ ниндәйҙер бер ҡеүәт, көс, йәшәүгә ынтылыш булдырыусы эске торош, дәрт. Тимәк, ҡурмас — кешегә көс-ҡеүәт биреүсе ҡиммәтле аҙыҡ төрө булараҡ. ошондай атамаға эйә.

Миҫалдарҙан күребеҙсә, ҡурмас ҡурыу йолаһы йыл әйләнәһендә ике тапҡыр, йәғни орлоҡ сәсеү һәм унан үҫкән игенде йыйып алыу эштәре менән бәйле башҡарылған. Йәғни эштең башы ла, аҙағы ла ошо йоланы үтәүгә бәйле.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ҡыйшыҡ уҡ атҡан менән тура китмәҫ, күңелдән яман hүҙҙең ҡуры китмәҫ (Аҡмулла)

Ҡулланылған әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. I, II, III, IV, V — Өфө: Китап, 2012.
  • Башҡорт халыҡ ижады: йола фольклоры. I том. — Өфө: Башҡортосстан китап, 1995. — 560 бит.
  • Биишев А. Г., Ишмөхәмәтов З. К. h. б. Башҡорт теленең hүҙлеге.- 2 томлыҡ.- М.: «Русский язык», 1993. — 1-се том. — 861 бит.
  • Ғизәтуллина Р. Х. Йәншишмә ҡайҙан башлана? — Өфө: Китап, 2013. — 184 бит.
  • Кочергина В. А. Санскритско-русский словарь. — М., 1996. — 895 с.