Эстәлеккә күсергә

Ҡурҡыу (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡурҡыу
Атамаһы Страх
Сәнғәт формаһы хикәйә
Жанр хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 25 декабрь 1892 (6 ғинуар 1893)
Баҫылған Новое время[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Ҡурҡыу  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1892 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1892 йылдың 25 декабрендә «Новое время» гәзитенең 6045-се һанында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

А. П. Чеховтың «Ҡурҡыу» (Минең дуҫымдың хикәйәһе) хикәйәһе 1892 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр 1892 йылдың 25 декабрендә «Новое время» гәзитенең 6045-се һанында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға, А. Ф. Маркс нәшер иткән Чехов әҫәрҙәре йыйылмаһына индерелгән. 1897 йылда «Палата № 6» йыйынтығында баҫылып сыға.

Чехов тере саҡта норвег, венгр, немец, серб-хорват, словак һәм француз телдәренә тәржемә ителә.

Яҙыусы Горбунов-Посадов хикәйәне «билдәләнерлек һәм бер ниндәй ҙә йоғонтоһо булмаған» әҫәр тип таба.

Нәшерсе Н. А. Лейкин көндәлегендә: «Чеховтың «Новое время» гәзитендәге әйбере яҡшы оҫта күренә. Хикәйә «Ҡурҡыу» тип аталһа ла, был атама бер ни ҙә аңлатмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, «Сорок мучеников» ҡушаматлы эскесенең тоны бер нисә бик уңышлы һыҙаттар менән күрһәтелгән.

Публицист М. О. Меньшиков «Ҡурҡыу» хикәйәһендә, башҡа әйберҙәрендәге кеүек үк, яҙыусы-«талантлы рәссам һайлап алған кеүек сибек һәм ебегән урыҫ кешеләрен, шундай матур тышҡы хәлдәрҙә лә бөтөнләй ни йәшәй белмәгән, ни үҙен, ни башҡаларҙы бәхетле итә алмаған яңы Обломовтарҙы һүрәтләй»[1].

ЯҙыусыР. И. Сементковский «Ҡурҡыу» хикәйәһе персонаждарында, «тәрән тормош дөрөҫлөгө бар, ә был дөрөҫлөк шунан ғибәрәт: фәлсәфә һатырға яратыу, дөйөм идеялар менән мауығыу урыҫ интеллигент кешеһендә беҙҙе уратып алған ысынбарлыҡта үҙ урыныңды табыу һәм беҙҙе университеттарҙа уҡыған саҡта рухландырған дөйөм идеалдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн хеҙмәт итеү оҫталығынан ҙур өҫтөнлөк алып тора»,- тип яҙа[2].

П. И. Краснов Чеховты Мопассан менән бер һанай. Чеховҡа өҫтөнлөк биреп, ул «Чехов хайуандарҙы түгел, кешеләрҙе күрә» ти һәм миҫалға «Ҡурҡыу» хикәйәһен килтерә. Ундағы «героиня шул тиклем мотивлы, шул тиклем урынлы йығыла, шунлыҡтан уҡыусыла бер ниндәй ҙә әхлаҡи нәфрәт тыуҙырмай»[3].

Тәнҡитсе Волжский хикәйәне яҙыусыға хас, характерлы әҫәр тип һанай. Ул: «Был көндәлек тормош донъяһы, йәшәүҙең мәғәнәһеҙлек донъяһы, яйһыҙлығы һәм йүнһеҙлеге геройға «теге донъя күләгәләре һәм өрәктәр донъяһынан» бер ҙә ҡурҡыныс күренмәй»[4][5],- тип яҙа.

  • Аноним һөйләүсе, йыш ҡына Силиндарҙа бер нисй көн ҡунаҡта була.
  • Димитрий Петрович Силин: һөйләүсенең йәш дуҫы.
  • Мария Сергеевна: Силиндың ҡатыны. Хикәйә аҙағында һөйләүсе уға ғашиҡ була.
  • «Сорок мучеников»: башта һөйләүсенең, һуңынан Силиндарҙың хеҙмәтсеһе, эскесе Гаврила Северовтың ҡушаматы.

Санкт-Петербург университетында уҡып бөткәс, Дмитрий Петрович Силин баш ҡалала түрә булып эшләй. Әммә утыҙ йәшендә ул, ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә теләп, отставкаға сыға. Һөйләүсенең быға шиге булыуға ҡарамаҫтан, Силин был эштә уңышҡа өлгәшә. Үҙен бәхетле тойор өсөн уның бөтә әйбере лә бар: яратҡан ҡатыны Мария Сергеевна, ике балаһы, алға табан тәгәрләгән хужалығы һәм уларға йыш ҡына ҡунаҡҡа килеп йөрөгән дуҫы. Һуңғыһы, әлбиттә, бик үк яҡшынан түгел, сөнки Мария, Дмитрийҙың ҡатыны, һөйләүсегә ныҡ оҡшай.

Бер тапҡыр Силин һөйләүсегә үҙенең шәхси тормошоноң бары тик фасад ҡына булыуы тураһында әйтеп һала: ул ҡатынын ярата, ләкин унан яуап итеп яратыуҙы һиҙмәй. Туйға тиклем ул «аҡылын юйып Машаны ярата һәм уның артынан ике йыл буйы йөрөй». «Ул Машаға кейәүгә сығырға биш тапҡыр тәҡдим яһай, тик тегеһе уға ҡарата битараф булғанлыҡтан, баш тарта. Алтынсы тапҡыр ҡыҙҙың алдында тубыҡланып йөрөп, хәйер һораған кеүек уның ҡулын һорағас, ниһайәт, Маша ризалыҡ бирә». Тик хәҙер ҡатынына Силин оҡшамай. Ул иренә һөйөү урынына бары тик тоғролоҡ һаҡларға ғына вәғәҙә бирә.

Шул уҡ кистә һөйләүсе Мария менән яңғыҙ ҡала һәм үҙенең иң яҡшы дуҫының ҡатынын яратҡанлығын аңлай. Улар икәүһе бергә төн үткәрә. Төнгө сәғәт өстә, Мария үҙ бүлмәһенә инеп барғанда, бүлмәгә, фуражкаһын онотоп ҡалдырҙым, тип әйткән ире килеп инә. Силин һөйләүсенең оялып ҡыҙарынған битенә ҡарай һәм ҡарлыҡҡан тауыш менән: «Моғайын, минең маңғайыма бер нимә лә аңламау яҙылып ҡуйылған. Әгәр һеҙ берәй нимә аңлаһағыҙ, мин… һеҙҙе ҡотлайым. Минең күҙҙәрем ҡараңғы »,- ти.

Ошо хәлдән һуң һөйләүсе үҙенә ҡайтып китә һәм юл буйы хәлдең нишләп былай килеп сыҡҡаны, ә икенсе төрлө булмағаны тураһында уйлай. Дмитрий Петрович һәм уның ҡатыны менән ул башҡаса бер ваҡытта ла осрашмай.

  • Чехов А. П. Страх // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Françoise Darnal-Lesné, Dictionnaire Tchekhov, p. 230, L’Harmattan, 2010, ISBN 978-2-296-11343-5.
  • La Peur, traduit par Édouard Parayre, révision de Lily Denis, éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1971, ISBN 2 07 0106 28 4.
  • La Peur, in Récit d’un inconnu et autres nouvelles, Folio classique no 304, 2008, ISBN 9782070345571.
  1. М. О. Меньшиков. Без воли и совести. — «Книжки Недели», 1893, № 1, стр. 204
  2. Р. И. Сементковский. Что нового в литературе. Критические очерки. — «Ежемесячные литературные приложения к журналу „Нива“», 1903, № 6, стлб. {0}[13]{/0}} (1936)
  3. Пл. Краснов. Осенние беллетристы. Ан. П. Чехов. — «Труд», 1895, № 1, стр. 205
  4. Волжский. Очерки о Чехове. СПб., 1903, стр. 65
  5. А. Л. Липовский. Представители современной русской повести и оценка их литературной критикой. — «Литературный вестник», 1901, № 5, стр. 8

Ҡалып:Изолированная статья