Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу
«Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» | |
Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу татар. Кузы Күрпәч белән Баянсылу | |
Жанр | |
---|---|
Төп нөхсә теле |
башҡорт |
«Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» — төрки халыҡтарҙа, күбеһенсә башҡорттарҙа киң таралған эпик әҫәр. Ул башҡорттар менән бергә ҡаҙаҡтарҙа, уларҙан ҡала уйғыр, себер татарҙары, алтай, татар халыҡтарында һәм башҡа халыҡтарҙа үҙенә айырым версияларҙа һәм күп төрлө варианттарҙа йәшәй. Эпостың башҡорт версияһы менән башҡа халыҡтарҙағы, айырым алғанда, ҡаҙаҡ фольклорындағы версиялар араһында уртаҡ йәки оҡшаш яҡтар ҙа бар, айырмалар ҙа байтаҡ[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» — башҡорт тел ғилеме ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри формаһы ла, сәсмә формаһы ла бар. 1938 йылда хәҙерге Силәбе өлкәһендәге Оло Тәгеш ауылында Ғәлимов Сәләм башҡорт халҡының «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосын үҙенең әсәһе Өммөгөлсөм Ғәлимованан яҙып алған.
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эпос нигеҙендә ҙур ҡайғы менән тамамланған Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыуҙың мөхәббәт тарихы ята. Төп геройҙарҙың аталары, ырыуҙар араһындағы дуҫлыҡты ҡан- ҡәрҙәшлек менән нығытыу өсөн, яңы тыуған балаларын йәрәшә. Дуҫы үлгәндән һуң, Маянһылыуҙың атаһы, ҡыҙын етем Ҡуҙыйкүрпәскә теләмәгәнлектән, икенсе йәйләүгә күсеп китә. Йылдар үткәс, төп герой үҙенең йәрәшкән ҡыҙы барлығын белеп ҡала һәм уны эҙләп сығып китә. Ул үҙенең яратҡан ҡыҙын таба, әммә мәкерле кешеләр уны үлтерә, бынан һуң Маянһылыу үҙенең күкрәгенә бысаҡ ҡаҙай.
Эпостың бер вариантын Т. С. Беляев яҙып алған (Ҡунҡас сәсәндән, тип фараз ителә). Эпос мотивтары буйынса ул «1809 йылда башҡорт телендә башҡорт ҡурайсыһынан яҙып алынған һәм Рифей тауҙары үҙәндәрендә рәсәй теленә тәржмә ителгән «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» башҡорт повесы»н («Куз-Курпяч, башкирская повесть, писанная на башкирском языке одним курайчем и переведённая на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года», Казань, 1812) ижад икән.
Был әҫәр фольклор варианттарынан бер ни тиклем айырыла: Ҡуҙыйкүрпәс, Мөхәммәт илселәре (әүлиә һәм мәскәй) ярҙамында бөтә ҡаршылыҡтарҙы ла үтеп сығып, һөйгәне менән никахлаша. Бар нәмәне күреп торған мәскәй тылсымлы таҡтала геройға уның киләсәген күрһәтә: әле тыумаған улы Барлыбайҙы һәм киләсәктә бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, түңгәүер, үҫәргән һ. б. башҡорт ырыуҙарының етәкселәре булып киткән ете ейәнен күрһәтә. Был вариантта ырыуҙарҙың ҙурыраҡ союздарға берләшеү мотивы асыҡ сағылған, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы ыңғай баһаланған. «Өҫтәлмә»лә Беляев, «башҡорт ҡәбиләһенә нигеҙ һалыусы тураһында повесты тамамлап, уның тоҡомдары тураһында дауам итәм» тип яҙған («Алдар менән Зөһрә» уның дауамы тип фаразларға мөмкин)
Аҡҡош башҡорт мифологияһында изге ҡош тип һаналған [2]. Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу тураһындағы хикәйәтенең тағы бер вариантында башҡорттар борон кеше менән аҡҡоштоң берлегенә йәки аҡҡоштарҙың кешенән барлыҡҡа килеүенә инанғаны түбәндәге ситләтелгән дәлилдәрҙә асыҡ күренә. Ғ. Сәләм версияһында аҡҡоштар, имеш, Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыуҙың ҡәбере өҫтөндә үҫкән алмағастарҙың һутынан барлыҡҡа килгән. Мәсетле районы ҡошсо ырыуы башҡорттарынан яҙып алынған «Көнһылыу» риүәйәтендә бер-береһенә ғашиҡ йәндәр — Арыҫлан менән Көнһылыуҙың аяныслы үлеменән һуң уларҙың ҡәбере өҫтөндә ҙур тау барлыҡҡа килә. Туғыҙ ай үткәндән һуң тау ярылып китә, һәм унан ике аҡ ҡош осоп сыға.
Тикшереүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эпос тексын Баязит Бикбай, Нәжиб Иҙелбай башҡорт теленә тәржемә иткән. Эпос күп кенә төрки телле халыҡтар фольклорында йәшәй. Эпостың яҡынса 40-ҡа яҡын варианты билдәле. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Барсынһылыу», «Ҡарабай менән Һарыбай», «Күсәр хан менән Күсмәҫ хан», «Ҡорман батыр», «Алмабикә менән Алмабатыр» һ. б.
Ғалимдар Миржанова, Кирәй Мәргән, Фәнүзә Нәҙершина, Мөхтәр Сәғитов, Ниғмәт Шоңҡаров һ. б. Башҡортостан территорияһы төбәктәренә, Ҡурған, Ырымбур, Һамар, Силәбе һ. б. өлкәләргә сығып эшләгән. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Ғилми архивында, Ғайса Хөсәйенов исемендәге ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, шулай уҡ БДУ-ның фольклор фондында һаҡлана. Эпостың өлөштәре һалмаҡ көй стилендә башҡарыла. Көй варианттары Камил Рәхимов тарафынан нотаға һалынған[3].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады. 4‑се т. Эпос. Өфө, 1999
- Народный эпос “Кузы-Курпес и Маян-Хылу”. Уфа, 1964
- Рахимкулов М.Г. Любовь моя — Башкирия. Уфа, 1985
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ҙелбаев М. Х. "КУЗЫЙКУРПЯС МЕНЭН МАЯНХЫЛУ", эпос
- «Куз-Курпяч, башкирская повесть, писанная на башкирском языке одним курайчем и переведенная на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года» . //Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы». Дата обращения: 14 июнь 2015.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Народный эпос “Кузы-Курпес и Маян-Хылу”. Уфа, 1964
- ↑ Ҡоштар культы
- ↑ ҙелбаев М. Х. "КУЗЫЙКУРПЯС МЕНЭН МАЯНХЫЛУ", эпос