Эстәлеккә күсергә

Ҡыйышҡы (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Ҡыйышҡы
Аксаковское
Морфометрия
Үлсәме1900 × 120 км
Майҙаны0,2 км²
Гидрология
Тоҙлолоғосөсө ‰
Урынлашыуы
54°34′10″ с. ш. 56°03′39″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]]Ҡырмыҫҡалы районы
Идентификаторы
Код в ГВР: 10010201411111100004276
Рәсәй
Точка
Ҡыйышҡы
Аксаковское
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Ҡыйышҡы
Аксаковское

Ҡыйышҡы (Аксаковское) (Яндекс-карталарҙа: Киишкинское, унан да алда — Киишки[1]) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы күл, Ағиҙел үҙәнендә урынлашҡан. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965 йылдан[2]). Күл — Ағиҙел йылғаһының иҫке үҙәне, йылға менән күл ер аҫтынан тоташа. Эргәлә Сәйлекүл күле ята.

Һаҡлау зонаһы майҙаны 24,1 км². Күл неоген тоҡомдарында (балсыҡ, ҡом, ҡырсынташ) барлыҡҡа килгән. Һаҡлау объекты: тарихи һәм мәҙәни әһәмиәте булған күл[3].

ООПТ тәғәйенләнеше: 1. Күлде һаҡлау, уның экосистемаларын һәм эстетик күренешен тергеҙеү. 2. Мәҙәни — тарихи әһәмиәте[3].

Сергей Тимофеевич Аксаковтың бала сағы Иҫке Ҡыйышҡы ауылы янында (ул ваҡытта Сергеевка тип аталған)[4] үткән. Үҙенең «Детские годы Багрова-внука» мемуар китабында Аксаков ауылдың барлыҡҡа килеү тарихын һәм үҙенең тыуған күленең тирә яғын тасуирлай:

Ҡыйышҡы күле төрлө боролоштар менән…өс саҡрымдай һуҙылып ята; киңлеге уның шундай тигеҙһеҙ: ҡайһы урындарҙа етмеш сажинға етә, ҡайһы берҙә ярты саҡрым. Ҡаршы ятҡан яры һөҙәк ауышлыҡ менән һыуға төшкән урманлы ҡалҡыулыҡ; һул яҡтан күл бик яҡын ғына тар тармаҡ менән тамамлана, яҙ көндәрендә, ташҡында, уға Ағиҙел йылғаһы һыуын ҡоя; бөгөл артынан уң яҡта күлдең осо-ҡырыйы күренмәй ине, уның буйында беҙҙең утарҙан ярты саҡрымда, мин телгә алған, күлдән шулай уҡ Киишки тип исемләнгән бик ҙур мишәр ауылы урынлашҡан ине. Әлбиттә, урыҫтар уны ла, күлде лә һәм яңы Сергеевка урыҫ ауылын шулай уҡ ябай ғына "Кишки"тип йөрөттөләр — һәм күлгә лә был уның оҙон ҡыйшайған һуҙымын билдәләгән исем бик килешә ине. Таҙа, үтә күренмәле һыу, урыны менән бик тәрән, аҡ, ҡомло төбө, һыуҙа көҙгөлә кеүек сағылдырылған…төрлө-төрлө ҡарурман…

Хәҙерге ваҡытта яр буйында имәндәр юҡ, талдар, миләш, балан һәм башҡа ҙур булмаған ағастар үҫә. Күлдең күләме бик ныҡ бәләкәсәйгән, хәҙер уның оҙонлоғо 2,5-3 км һәм киңлеге яҡынса 100 м[5].

Күлдең аръяғында иртә тимер быуатының (беҙҙең эраға тиклем 8 быуат — беҙҙең эраның 4 быуаты) боронғо ҡәберлек бар. Районда карст борғаҡтары таралған[6].

Күлдең атамаһы «ҡыйыш» башҡорт һүҙенән алынған.

  1. «…налево виднелись длинная полоса воды, озеро Киишки и противоположный берег…», «Детские годы Багрова-внука» Аксакова
  2. Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465
  3. 3,0 3,1 CD Econet 2008 йыл 7 сентябрь архивланған.
  4. Открытие музея Аксакова в д. Киешки — Мемориальный дом — музей С. Т. Аксакова в Уфе 2016 йыл 4 март архивланған.