Ҡыйғаҙы ауыл Советы (Асҡын районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыйғаҙы ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Асҡын районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Ҡыйғаҙы ауыл Советы — Асҡын районының 2008 йылда бөтөрөлгән ауыл биләмәһе. Почта индексы — 452883. ОКАТО коды — 80204822000. Петропавловка ауыл Советы менән берләштерелә. Ҡыйғаҙы — административ үҙәк, Дәүләт, Ерекле Шишмә ауылдары.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1981йылда ауыл Советы составынан Царёвка ауылы сығарыла һәм бөтөрөлә (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 14 сентябрендәге 6-2/327-се һанлы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарын Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташлау тураһындағы» Указы[1]). 1986 йылда иҫәп мәғлүмәттәренән Яңы Ҡубыяҙ, Петровский утары алып ташлана (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге 6-2/396-сы һанлы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташлау тураһындағы» Указы[2]). 1989 йылда Ҡыйғаҙы ауыл Советынан БАССР-ҙың Петропавловка ауыл Советы булдырыла, 2008 йылда уға ауыл Советының ҡалған өс тораҡ пункты индерелә.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1, п.4, д), түбәндәге юлдар бар[3]:

«Петропавловка» атамаһын һаҡлап, Перопавловка һәм Ҡыйғаҙы ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәкте Петропавловка ауылында урынлаштырырға.

Ҡыйғаҙы ауыл Советының Ҡыйғаҙы, Дәүләт, Ерекле Шишмә ауылдарын Петропавловка ауыл Советы составына индерергә.

Петропавловка ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Ҡыйғаҙы ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1989 йылдың 25 июнендәге 6-2/327-се һанлы «Асҡын районында Петропавловка ауыл Советын булдырыу тураһындағы» Указында түбәндәге юлдар бар:

1. Асҡын районында Петропавловка ауыл Советын булдырырға, административ үҙәген Петропавловка ауылында урынлаштырырға..

2. Петропавловка, Йырмаялан, Шорохов, Ҡыйғаҙы ауыл Советы составынан сығарып, Петропавловка ауыл Советы составына индерергә.

3. Петропавловка ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы билдәләргә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]