Ғ. Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғ. Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры
Элекке исеме

Ҡыйғы колхоз-совхоз театры, Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры

Эшләй башлаған

1934

Ғималетдин Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театрыБашҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан башҡорт халыҡ театры.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1934 йылда Ҡыйғы колхоз-совхоз театры булараҡ ойошторола.

1959 йылдан алып театр «халыҡ» исемен йөрөтә, ә 1977 йылда уға Башҡорт АССР-ның һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Ғ. М. Минһажев исеме бирелә.

Репертуары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Таңсулпан» Кадир Даяндың "Таңсулпан"ы театрҙың беренсе постановкаһы була. Ҡыйғы башҡорт халыҡ театрында 150-нән артыҡ спектакль ҡуйылған:

Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ театры оллектив составында хеҙмәт иттеләр: Б. Б. Бикмөхәммәтов, М. Г. Исламова, Г. Х. Сәғитова; Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, М. Г. Бадамшина һәм М. Л. Лоҡманов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре М. Б. Вәлиев, Ф. Б. Хәбибуллин һәм башҡалар.

Театрҙың беренсе художество етәксеһе И. Ибраһимов була. Төрлө ваҡытта театр менән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р . А. Кутупов, Р . С. Самиков һәм башҡалар етәкселек иттеләр. Театр постановкаларының художество биҙәлеше өҫтөндә Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Е. А. Белоусов, К. Г. Ғайфуллин, ә музыкаль яҡтан — Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре С. А. Яруллин. эшләнеләр.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ауыл драма коллективтары Бөтә Рәсәй смотрҙары лауреаты (Ырымбур ҡалаһы, 1964, 1967);
  • Халыҡ театрҙары Бөтә Рәсәй смотрҙары лауреаты (г Чебоксары, 1969);
  • Ауыл үҙешмәкәр Бөтә Рәсәй смотрҙары лауреаты (Өфө, 1972);
  • Үҙешмәкәр сәнғәт ижады Бөтә Союз фестивалдәре лауреаты (Өфө, 1977, 1985);
  • Үҙешмәкәр сәнғәт ижады Бөтә Союз фестивалдәре лауреаты (Өфө, 1987);
  • Театр сәнғәте Республика смотры лауреаты(Үрге Ҡыйғы ауылы, 1990);
  • Лауреат фестивалей народных театров «Алтын тирмә — Золотая юрта» халыҡ театрҙары фестивале лауреаты (Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы, 1996; Яңауыл ҡалаһы, 2005).

Факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғ. Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры янында Балалар өлгөлө "Кажигер "театр коллективы эшләй[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]