Ҡылйылан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡылйылан
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Gordius aquaticus Linnaeus, 1758

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  64229
NCBI  42815
EOL  1064636

Ҡылйылан — (Gordius aquaticus), ҡылйыландар класына ҡараған селәүсен.

Кәүҙә оҙонлоғо 5—20 см (ҡайһы берҙә 100 см тиклем), йыуанлығы 0,5—2 мм. Кәүҙәһе сәс һымаҡ, тығыҙ кутикулала[1]. Төҫө аҡтан алып аҡһыл көрәнгә һәм ҡараға тиклем. Эсәктәре өлөшләтә редукцияға бирелгән. Нервы системаһы йотҡолоҡ яны ҡуласаһынан тора, унан ҡорһаҡ нервы олоно сыға. Айырым енесле хайуан. Инә зат аҡ төҫтәге шнур рәүешендә йәбешкән бер нисә млн йомортҡа һала. Аталанған йомортҡанан 1 мм тиклем оҙонлоҡтағы ирекле йәшәгән балағорттар үҫешә, улар хәрәкәтсән томшоғо менән аралыҡ хужаның (ҡаты ҡанатлылар, шишмә күбәләктәре, һыу мырҙары, энәғараҡтар, хирономидаларҙың балағорттары) тәненә үтеп инә, унда цистаға төрөнә һәм төп хужа — эрерәк йыртҡыс бөжәк тәненә эләккәнсе шунда ҡала. Төп хужа организмында ҡылйылан өлкән селәүсен осорона тиклем үҫешә һәм уның тән япмалары аша тышҡы мөхиткә сыға (ғәҙәттә был осраҡта хужа үлә). Үҫешенең тулы циклы бер йылдан ашыу дауам итә. Балағорттар тәненең бөтә өҫкө йөҙө аша осмотик рәүештә туҡлана, өлкән заттар туҡланмай. Республиканың һыу ятҡылыҡтарында йәшәй, ҡауышыу осоронда йомғаҡтар барлыҡҡа килтерә. Ҡыйылан — бөжәктәрҙең, ҡыҫала һымаҡтарҙың паразиты; кеше һәм умыртҡалы хайуандар өсөн зарарһыҙ.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]