Ҡырым флагы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡырым флагы
Нигеҙләү датаһы 21 апрель 1999
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Юрисдикция таралышы Ҡырым Автономиялы Республикаһы
Жанр Панславянский флаг[d] һәм Горизонталь өс буйлы флаг[d]
Соотношение сторон 2:1[d]
Төҫ күк[d], аҡ һәм Ҡыҙыл төҫ
Һүрәтләнгән объект поле[d], глава[d] һәм оконечность[d]
 Ҡырым флагы Викимилектә

Ҡырым флагы (Ҡырым Республикаһының дәүләт флагы/Ҡырым Автономиялы Республикаһының флагы) (укр. Прапор Автономної Республіки Крим, Ҡырым тат. Къырым Мухтар Джумхуриетининъ байрагъы/Qırım Muhtar Cumhuriyetiniñ bayrağı) горизонталь урынлашҡан өс һыҙаттан торған туҡыма: өҫкө өлөшө зәңгәр төҫтә, флаг киңлегенең алтынан бер өлөшөн; уртаһы — аҡ төҫ, флаг киңлегенең алтынан дүрт өлөшөн; аҫҡыһы ҡыҙыл төҫтә, ул флаг киңлегенең алтынан бер өлөшөн тәшкил итә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флаг тәүҙә 1992 йылдың 24 сентябрендә Ҡырым Республикаһының дәүләт флагы булараҡ раҫлана[1][2].

1999 йылдың 21 апрелендә был закон ғәмәлдән сығарыла, ә 1992 йылғы Ҡырым флагы Ҡырым Автономиялы Республикаһы флагы итеп раҫлана[3].

Бойондороҡһоҙ Ҡырым Республикаһы иғлан ителгәндән һәм уны Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, Ҡырым Автономиялы Республикаһы флагы рәсми раҫланмаған килеш яңы ойошторолған республика флагы сифатында ҡулланылыуын дауам итә. 2014 йылдың 5 июнендә Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советы Рәсәй Федерацияһы составындағы Ҡырым Республикаһы символдарын, шул иҫәптән флагты, Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә Ҡырым Республикаһын символдары сифатында раҫлаған закон ҡабул итә. Ошо уҡ акт менән республика парламенты Ҡырым Армияһының автономия символикаһы тураһындағы акттарын ғәмәлдән сығара.

Тәҡдим ителгән флаг варианттары (1992 йыл)

1-се вариант
2-се вариант
3-сө вариант
4-се вариант

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырым флагын күтәргән саҡта һулдан вертикаль торошта — зәңгәр, уртаһында — аҡ, уңда ҡыҙыл һыҙат урынлашырға тейеш.

Флагтың киңлеге бер метрға тиң, оҙонлоғо — ике метр, һаптың оҙонлоғо — 3,4 метр.

Ҡырым флагы йәки уның һүрәте башҡа үлсәмдәрҙә лә булырға мөмкин, әммә бөтә осраҡта ла флаг киңлегенең уның оҙонлоғона нисбәте 1:2, ә флаг оҙонлоғоноң флаг һабына нисбәте 1:1,7 масштабында һаҡланырға тейеш.

Ҡырым флагы һәм уның һүрәте һәр саҡ флагтың төҫлө эталон һүрәтенә тап килергә тейеш.

Бәйле флагтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Закон Республики Крым от 24.09.1992 № 146−1 «О Государственном флаге Республики Крым 2018 йыл 14 май архивланған.»
  2. Постановление Верховного Совета Крыма от 24.09.1992 № 147−I «О порядке введения в действие Закона Республики Крым „О Государственном флаге Республики Крым“»
  3. Постановление Верховной Рады Автономной Республики Крым от 21.04.1999 № 457−2/99 «О Флаге Автономной Республики Крым»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]