Эстәлеккә күсергә

Ҡырғыҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡырғыҙ
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: билдәһеҙ
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт (төньяҡ-көнбайыш диалект)

Дин

ислам

Ҡырғыҙ — башҡорт ҡәбиләһе.

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләштәренә ҡарай.

Ырыу-ҡәбилә ҡоролошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡаҙыҡай
  • Тәнекәй.

Башҡорттарҙың ҡырғыҙ ырыуы Йәнәсәй ҡырғыҙҙары нәҫеленән барлыҡҡа килгән. VIII—X быуаттарҙа улар Һырдаръя буйҙарына күсенәләр, артабан — Волганың уң ярына, ә унан инде Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығына барып сығалар[1]. XIII—XIV быуаттарҙа ҡәбилә Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә туплан [1]. Көньяҡта башҡорт ҡырғыҙҙарының ерҙәре Ыҡ һәм Зәй йылғалары үрҙеренә тиклем барып етә. Үҙ сығышын ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары Сыңғыҙхан нәҫеленән Тонаҡ бей һәм Ҡадыҡ бейгә бәйләйҙәр.

Йәнәсәй ҡырғыҙҙары монголдар менән тығыҙ бәйләнештә булған, тигән фекерҙәр бар[2][3]. Н. Я. Бичурин фекеренсә, боронғо ҡырғыҙҙар (хәгәстәр, хағастар) монгол[4] йәки төрки-монгол ҡатнаш сығышлы булған [3][5][6][7].

Ҡырғыҙ ырыуы шәжәрәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырғыҙҙарҙың боронғо шәжәрәһе 1913 йылда «Шура» журналының 10-сы һанында баҫтырыла, уны Бөгөлмә мөғәллиме Әхмәтғәли Хәлимов ишетеп яҙған. Әлеге шәжәрәне урыҫ теленә С. М. Абрамзон тәржемә итә:

«Ата-бабаларыбыҙҙан һаҡланып ҡалған шәжәрәгә ярашлы ҡырғыҙ башҡорттарына (йәғни, Бөгөлмә өйәҙе Александровка улусы Ташлы ауылы ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарына) нигеҙ һалыусының исеме Сәйет ҡырғыҙ йорто (Мөхәммәт ырыуы) нәҫеленән „Ҡорҡот ата“; ул Һыр диңгеҙе янындағы Бохара юлында (йәшәгән). Уның (Ҡорҡот атаның) атаһы Әхмәт бей, унан Мөхәммәт бей, унан Йәнбә бей, унан Ҡушыҡ бей.

Ҡушыҡ Татыш күле янындағы Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә Иҫке Ҡырғыҙ ауылында йәшәгән һәм Аҡ бейгә буйһонған. Ҡушыҡ бейҙең ике улы булған: беренсеһе Аҡҡош бей, икенсеһе Күккүҙ бей. Аҡҡош бейҙең Бутамыш бей исемле улы булған, унан Буралмыш бей (тыуған). Күккүҙ бейҙең ике улы булған: Ҡылсан исемлеһе (хәҙер бер бәләкәй ауылдың исеме) һәм Тыныс исемлеһе; ошо ике зат беҙҙең ерҙәргә Бөйөк батша Алексей Михайловичтан грамота алғандар, тип яҙалар.

Ҡылсандың Ураҙгилде улы булған, унан Ыҙай, унан Модоҡ, унан Бикмөхәмәт. Данлыҡлы Бикмәхәмәт үҙенең ырыуҙаштары менән Иҫке Ҡырғыҙ ауылынан килделәр һәм Ҡатай ауылында йәшәй башланылар. Бикмөхәмәттең Хөсәйен исемле улы булған, ул 1755 йылда үҙенең ырыуҙаштары менән Бөгөлмә өйәҙе Александровка улусында Ташлы ауылына нигеҙ һалды[8]».

Ҡырғыҙ ҡәбиләһе башҡорттарының тораҡ пункттары[9][10][11][12]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Баҡалы районы Иҫке Ҡатай, Иҫке Ҡорос, Иҫке Ҡуян, Ҡамай, Килкабыҙ, Ҡамышлытамаҡ, Мулланур, Саҡат, Үҫтем, Туҡтағол, Яңы Ҡатай
Илеш районы Баҙы-Ҡуян, Иҫке Айыу, Иҫке Күктау, Иҫке Ҡырғыҙ, Иҫке Татыш, Иҫәнбай, Үрмәт, Иштирәк, Ҡарабаш, Тыпый, Уяндыҡ, Үрге Юлдаш, Шәммәт, Ябалаҡ, Яңы Күктау
Краснокама районы Иҫке Мошто, Уртауыл, Яңы Мошто
Туймазы районы Аблай, Бәтке, Илеш, Туҡмак-Ҡаран, Үрмәт
Шаран районы Бурһыҡ, Ерекле, Күгәрсен-Бүләк, Сәкәнтамаҡ, Түбәнге Зәйет, Түбәнге Ташлы
Татарстан Аҡтаныш районы Айыш, Аҡтаныш, Иҫке Әлим, Кәзкәй (Ҡаҙыҡай), Тыңламаҫ, Чөгәнә, Яңы Әлим
Баулы районы Ташлы
Ютазы районы Аҡбаш, Бәйрәкә, Иҫке Ҡаражирек, Кәрәкәшле, Ташкичү
  1. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М., Наука, 1974. С.361.
  2. Арзыбаев Т. К. Этнические связи кыргызов с монголами, ойратами, калмыками, бурятами // Материалы Первого Международного алтаистического форума «Тюрко-монгольский мир большого Алтая: историко-культурное наследие и современность». — Барнаул, Горно-Алтайск, 2019. — С. 146—149.
  3. 3,0 3,1 Бичурин Н. Я. Повествования о Доме хойху // Собрание сведений о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена. www.vostlit.info. Дата обращения: 16 октябрь 2019.
  4. Нусупов Ч. Т. Политико-исторические проблемы генезиса идеологии, государственности и культуры кыргызского народа. — Кыргызский государственный национальный университет, 2000. — С. 65. — 295 с.
  5. Шойгу С. К., Аракчаа К. Д. Урянхай. Тыва Дептер. — Слово, 2007. — С. 40. — 662 с.
  6. Древнекитайские источники о кыргызской государственности и письма китайского императора кыргызскому кагану (III в. до н. э. — IX в. н. э.). — ARKHI, 2003. — С. 137. — 240 с.
  7. Позднеев Д. М. Исторический очерк уйгуров. — 1899. — С. 35. — 153 с.
  8. Абрамзон С. М. Киргизы и их этногенетические и историко-культурные связи / Авт. вступ. ст. С. Т. Табышалиев. — Ф.: Кыргызстан, 1990. — 480 с. (на стр.46)
  9. История башкирских родов, 2014, с. 76—136
  10. Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  11. Асфандияров А. 3. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  12. Асылгужин Р. Р. Некоторые аспекты этнодемографических процессов в полиэтничном регионе // Ватандаш. — 2007. — № 7. — ISSN 1683-3554.