Ҡытай Республикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
'{{{Башҡортса исеме}}}
'
Flag of the Republic of China.svg {{{Эйәлек килеш}}} гербы
[[{{{Эйәлек килеш}}} флагы|Флаг]] [[{{{Эйәлек килеш}}} гербы|Герб]]
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]]
LocationTaiwan.svg
Рәсми телдәр тайваньский мандарин[d], Ҡытай теле, хакка[d][1], Тайваньские языки[d][2] һәм тайваньский язык[d]
Баш ҡала Тайбэй[d]
Территория
• Бөтәһе

35 980 км²
Валюта новый тайваньский доллар
Интернет-домен .tw
Код ISO TW
МОК коды ROC, TWN
Телефон коды +886
Сәғәт бүлкәте UTC+08:00[d]

Ҡытай Республикаһы (ҡыт. ғәҙәти 中華民國, , пиньин: Zhōnghuá Mínguó, палл.: Чжунхуа Миньго; йыш ҡына республика контроле аҫтында булған биләмәләрҙең күп өлөшөн алып торған утрау исеме менән Тайва́нь тип тә йөрөтөлә) — Көнсығыш Азиялағы өлөшләтә танылған дәүләт. Ҡайсандыр бер партиялы система менән йәшәп, киң дипломатик танылыуға эйә булған һәм бөтә Ҡытай өҫтөнән контроллек иткән. Хәҙерге ваҡытта Тайвань һәм уға яҡын ятҡан утрауҙарҙы ғына контролдә тотҡан һәм сикләнгән дипломатик танылыуы булған демократик дәүләткә әйләнгән. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын төҙөүсе дәүләттәрҙең береһе, түҙәрәк БMO-ның Именлек Советы составына инә. 1971 йылда Ҡытай Республикаһының Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы урыны БМО-ның Генераль Ассамблеяһының 2758-се резолюцияһына ярашлы Ҡытай Халыҡ Республикаһына бирелә.

Нью-Тайбэй

2018 йылдың авгусындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, Ҡытай Республикаһы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында ағза булып торған 17 дәүләт тарафынан ғына танылһа ла, ғәмәлдә ул үҙ вәкиллектәре аша донъяның күпселек илдәре менән бәйләнеш тота.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Exquisite-kmix.png
Этот звуковой файл был создан на основе введения в статью версии за 7 май 2012 йыл и не отражает правки после этой даты.

Ҡытай Республикаһы 1911 йылда нигеҙләнә һәм ҡоро ерҙәге Ҡытайҙың күп өлөшән һәм 1917 йылдан һәм 1921 йылдың 3 февраленә тиклем Монголияны контролдә тота. Быға тиклем Японияныҡы булған Тайвань һәм Пэнху (Пэнхуледао) утрауҙар төркөмө Икенсе донъя һуғышынан һуң Ҡытай Республикаһы ҡарамағына күсә. Ҡытайҙа барған граждандар һуғышында 19461950 йылдарҙағы еңелеүҙәрҙән һуң Гоминьдан партияһы Тайвань утрауына күсенә һәм илдең ваҡытлыса баш ҡалаһы итеп Тайбэйҙы иғлан итә. Ҡытай Республикаһы контроле аҫтында Тайвань, Пэнху, Цзиньмэнь, Мацзу һәм уларҙың эргәләрендәге ваҡ утырауҙар ҡала. Ғәмәлдә бары тик ошо утрауҙарға ғына хужа булыуына ҡарамаҫтан 1970-сы йылдарға тиклем Ҡытай Республикаһы күпселек илдәр һәм халыҡ-ара ойошмалар тарафынан барлыҡ Ҡытайҙың законлы власы итеп ҡабул ителә; шуға ла Ҡытай Республикаһы вәкиле 1971 йылға тиклем Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында Ҡытай Халыҡ Республикаһы урынын алып тора.

Тайбэй 101 — Тайваь иҡтисадының уңыш символы

Конституцион йәһәттән Ҡытай Республикаһы «материктағы Ҡытай»ға ҡарата үҙенең хоҡуҡтарынан баш тартмаған, шулай ҙа һуңғы ваҡыттарҙа был турала бик әүҙем һөйләмәй. Ҡытай Республикаһы сәйәси партияларының илдең бойондороҡһоҙлоғына ҡараштары бер-береһенән радикаль рәүештә айырылып тора. Ике элекке президент Ли Дэнхуэй һәм Чэнь Шуйбянь, Ҡытай Республикаһының материктағы Ҡытайҙан айырылған үҙаллы һәм бойондороҡһоҙ дәүләт булып йәшәү тейешлеге фекерендә торғанлыҡтан, формаль рәүештә илдең суверенитеты һәм бойондороҡһоҙлоғо тураһында белдереү зарурлығын күрмәй.

Ҡытай Республикаһы — идаралыҡтың яртылаш президент системаһы һәм дөйөм һайлау хоҡуғы булған демократия. "Азияның дүрт юлбарыҫы"ның (Көньяҡ Корея, Сингапур, Гонконг һәм Тайвань) береһе булараҡ, Ҡытай Республикаһы донъя иҡтисадында 19-сы урынды биләй. Уның технология индустрияһы Ер шарында мөһим роль уйнай. Дәүләттә тормош кимәле ныҡ юғары, ә кеше башына иҫәпләнгән эске тулайым продукт буйынса ил хәҙерге ваҡытта Ҡытай Халыҡ Республикаһынан күпкә алда тора.

Географик хәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]