Эстәлеккә күсергә

Ҡытай йондоҙлоҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡытай йондоҙлоҡтары
Рәсем
Культура культура Китая[d]
星象图
星象图

Ҡытай йондоҙлоҡтары (ҡыт. 星宿, пиньинь: xīngxiù, палл.: синсю йәки ҡыт. 星官, пиньинь: xīngguān, палл.: сингуань) — бергә тупланған йондоҙҙар төркөмө, улар традицион ҡытай мәҙәниәтендә телгә алына. Боронғо грек астрономияһына нигеҙләнгән хәҙерге йондоҙлоҡтарҙан улар бик ныҡ айырыла. Оло Етегән һәм Орион кеүек айырым төркөмдәр буйынса ғына оҡшашлыҡтар бар[1].

Барлыҡҡа килеүе һәм эволюцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо грек астрономияһының нигеҙе булған Вавилон һәм Мысыр астрономияһы, Ҡояшты күҙәтеүҙәргә һәм ҡояш сыҡҡанда һәм байығанда уның йондоҙҙарға ҡарата торошон сағыштырыуға нигеҙләнеп хасил була. Йыл дауамында Ҡояштың йондоҙлоҡтар аша хәрәкәт итеүе зодиакты барлыҡҡа килтергән сәбәп була[1].

Ә боронғо Ҡытайҙа күк йөҙөн күҙәтеүселәр, киреһенсә, үҙҙәренең иғтибарын Тимерҡаҙыҡ (поляр йондоҙ) йондоҙона йүнәлтә һәм уға ҡарата торошона ҡарап, башҡа йондоҙҙарҙы бүлә[1]: төньяҡ донъя ҡотобо тирәләй өс күк көмбәҙе (ҡыт. трад. 三垣, пиньинь: Sān Yuán) (уларҙың йондоҙҙары йыл әйләнәһенә күренеп тора) һәм 28 ай туҡталҡаһы (ҡыт. трад. 二十八宿, пиньинь: Èrshíbā Xiù) була, Айҙың хәрәкәтенә ярашлы уның айҙары зодиак төркөмдәренә бүленә.[2]. Ай туҡталҡалары һиндтарҙың Накшатр системаһына оҡшаш һәм, бер үк ваҡытта, 27 накшатрҙа классик исемлектән айырылып тора[1].

Төньяҡ йондоҙлоҡтар һәм астеризмдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытай астрономдары төньяҡ донъя ҡотобо тирәләй урынлашҡан күкте өс күк көмбәҙенә бүлә (короллектәргә, ингл. в.: кәртә): Ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге тыйылған күк көмбәҙе (ҡыт. трад. 紫微垣, пиньинь: Zǐ Wēi Yuán), Юғарығы һарайы көмбәҙе (ҡыт. трад. 太微垣, пиньинь: Tài Wēi Yuán) һәм Күк баҙары көмбәҙе (ҡыт. трад. 天市垣, пиньинь: Tiān Shì Yuán)[3]. Боронғо ҡытайҙар күҙлегенән ҡарағанда, Ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге тыйылған күк көмбәҙе күктең уртаһында урынлаша һәм ҡалған йондоҙҙар тарафынан уратып алына. Юғарығы һарайы көмбәҙе көнсығышта һәм төньяҡта ята, ә Күк баҙары көмбәҙе көнбайышта һәм көньяҡта ята. Өс күк көмбәҙе астеризмдарҙан (йондоҙҙар төркөмөнән) торған «диуарҙар» менән бүленә.

28 ай туҡталҡаһы дүрт билдәгә бүленгән, уларҙың һәр береһе донъя ҡитғалары менән бәйле, һәм һәр береһендә ете ай туҡталҡаһы бар[4][5].

Зодиактың дүрт билдәһе Ай туҡталҡаһы
Исеме



(пиньинь)
Транскрипция,



Тәржемә
Звезда Миҙгел
Зәңгәрһыу аждаһа



Көнсығышҡа



(東方青龍)
1 角 (Jiăo) Цзян, Мөгөҙ Vir α Яҙ
2 亢 (Kàng) Кан, Муйын Vir κ
3 氐 (Dĭ) Ди, Тамыр α Lib
4 房 (Fáng) Фан, Покои (Бүлмәһе) π Sco
5 心 (Xīn) Синь, Йөрәк σ Sco
6 尾 (Wěi) Вэй, Ҡойроҡ μ Sco
7 箕 (Jī) Цзи, Елгәргес γ Sgr
Ҡара ташбаҡа



Төньяҡта



(北方玄武)
8 斗 (Dǒu) Доу, Сүмес φ Sgr Ҡыш
9 牛 (Niú) Ню, Үгеҙ β Cap
10 女 (Nǚ) Нюй, Ҡыҙы ε Aqr
11 虛 (Xū) Сюй, Бушлыҡ β Aqr
12 危 (Wēi) Вэй, Ҡыйыҡ башы α Aqr
13 室 (Shì) Ши, Палата α Peg
14 壁 (Bì) Би, Диуар γ Peg
Аҡ юлбарыҫ



Көнбайыш



(西方白虎)
15 奎 (Kuí) Куй, Бот ω And Көҙ
16 婁 (Lóu) Лоу, Бәйләүес β Ari
17 胃 (Wèi) Вэй, Ашҡаҙан ε Ar
18 昴 (Mǎo) Мао, Сәсле баш 17 Tau
19 畢 (Bì) Би, Сачок ε Tau
20 觜 (Zī) Цзы, Ташбаҡа λ Ori
21 參 (Shēn) Шэнь, Өс йондоҙ ζ Ori
Ҡыҙыл ҡош



Көньяҡта



(南方朱雀)
22 井 (Jǐng) Цзин, Ҡоҙоҡ Gem μ Йәй
23 鬼 (Guǐ) Гуй, Демон Cnc θ
24 柳 (Liǔ) Лю, Тал δ Hya
25 星 (Xīng) Син, Йондоҙ α Hya
26 張 (Zhāng) Чжан, Асыҡ селтәр υ1 Hya
27 翼 (Yì) И, Ҡанат α Crt
Егерме һигеҙ 軫 (Zhěn) Чжэнь, Арба Crv γ

Көньяҡ йондоҙлоҡтар һәм астеризмдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Ҡытайҙа көньяҡ донъя ҡотобо билдәле булмай һәм уны өс Кәртәгә һәм 28 ай йортона индермәйҙәр. Мин империяһы аҙағында, Сюй Гуанци, эллиндарҙың йондоҙҙар картаһына таянып, тағы ла 23 астеризмды индерә[6].

Ҡытай



исеме



(пиньинь)
Транскрипция



Тәржемә
Иҫәптән



йондоҙҙар
Созвездие в
западном зодиаке
1 海山 Һайлыҡ 6 Мерв/Центавр/Муха/Парус
2 十字架 Тәре 4 Көньяҡ Тәре
3 馬尾 Ат ҡойроғо 3 Центавр
4 馬腹 Ат ҡорһағы 3 Центавр
5 蜜蜂 Бал ҡорто 4 Муха
6 三角形 Өсмөйөш 3 Көньяҡ Өсмөйөш
7 異雀 Сәйер ҡош 9 Ожмах Ҡоштары / Октант
8 孔雀 Тауис 11 Тауис
9 波斯 Фарсия 11 Индеецтар / Телескоп
10 蛇尾 Йылап ҡойроғо 4 Октант / Көньяҡ Гидра
11 蛇腹 Йылан эсе 4 Көньяҡ Гидра
12 蛇首 Йылан башы 2 Көньяҡ Гидра / Селтәре
13 鳥喙 Ҡош суҡышы 7 Тукан
14 Торна 12 Торна / Тукан
15 火鳥 Утлы ҡош 10 Феникс / Скульптор
16 水委 Һыу ағымы 3 Эридан / Феникс
17 附白 Аҡ йыйылма 2 Көньяҡ Гидра
18 夾白 Аҡ тап Ике Селтәре / Алтын Балыҡ
19 金魚 Алтын балыҡ 5 Алтын Балыҡ
20 海石 Диңгеҙ ҡаяһы 5 Мерв
21 飛魚 Осар балыҡ 6 Балыҡ
22 南船 Көньяҡ караб 5 Киль
23 小斗 Бәләкәй сүмес 9 Хамелеон

IAU йондоҙлоҡтарына тап килеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәндәге исемлектә IAU тарафынан ҡабул ителгән йондоҙлоҡтарҙың ҡытай системаһына тап килеүе күрһәтелә.


  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Needham, J. Астрономия в Древнем и Средневековом Китае = Astronomy in Ancient and Medieval China. — Философские труды Лондонского королевского общества. Серия А, Математические и физические науки. — Лондон: Королевское общество, 1934—1990. — Т. 276, No. 1257. — С. 67—82. — (Место астрономии в древнем мире).
  2. Становление и эволюция 28-и стоянок (ҡыт.)
  3. Руководство по астрономии — Mировая цифровая библиотека
  4. Китайское небо = The Chinese Sky. International Dunhuang Project. Дата обращения: 8 март 2020. Архивировано 4 ноябрь 2015 года.
  5. Sun, Xiaochun. Энциклопедия истории науки, техники и медицины в незападных культурах = Encyclopaedia of the History of Science, Technology, and Medicine in Non-Western Cultures / Helaine Selin (инг.)баш.. — Kluwer Academic Publishers, 1997. — С. 517. — ISBN 0-7923-4066-3.
  6. Sun, Xiaochun. Энциклопедия истории науки, техники и медицины в незападных культурах = Encyclopaedia of the History of Science, Technology, and Medicine in Non-Western Cultures / Helaine Selin (инг.)баш.. — Kluwer Academic Publishers, 1997. — С. 910. — ISBN 0-7923-4066-3.