Ҡытай үҙәк телевидениеһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡытай үҙәк телевидениеһы
Логотип
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 2 сентябрь 1958
Дәүләт Flag of the People's Republic of China.svg Ҡытай
Ойошма ағзаһы Европейский вещательный союз[d]
Барлыҡҡа килгән урыны Пекин
Баш компания (ойошма, предприятие) China Media Group[d]
Милке CCTV-4[d], CCTV-5[d], CCTV-1[d], CCTV-2[d], CCTV-10[d], CCTV-13[d], CCTV-14[d], CCTV-4K[d], CCTV-3[d], CCTV-5+[d], China Movie Channel (China)[d], CCTV-9[d], CCTV-11[d], CCTV-12[d], CCTV-15[d], CCTV Home Shopping[d], CCTV-Defense and Military[d], CCTV-8[d], CCTV-17[d], CCTV-TV Guide[d], CCTV-World Geography[d], CCTV-Storm Football[d], CCTV-The First Theater[d], CCTV-Storm Theater[d], CCTV-Nostalgia Theater[d], CCTV-Storm Music[d], CCTV-Weapon and Technology[d], CCTV-Women's Fashion[d], CCTV-Golf & Tennis[d], CCTV-Culture of Quality[d], CCTV-Billiards[d], CCTV-Hygiene and Healthy[d], CCTV-1 Hong Kong & Macau[d], Daifu Channel[d], CCTV-Entertainment[d], CCTV Overseas Chinese opera[d], CCTV-8K[d], CCTV-16[d] һәм China Movie Channel[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Штаб-квартира CCTV[d], Чаоян[d]
Хеҙмәтләндереүсе China Media Group[d]
Продукция Телевидение
Рәсми сайт cctv.com
big5.cctv.com
english.cctv.com
mn.cctv.com
mongol.cctv.com
Фолловерҙар һаны 1 005 641 һәм 1 560 000 ± 9999[1]
Commons-logo.svg Ҡытай үҙәк телевидениеһы Викимилектә
CCTV иҫке штаб-квартираһы(фатиры)

Ҡытай үҙәк телевидениеһы (ингл. China Central Television, ингл. Chinese Central Television, сокращается как CCTV; (ҡыт. ғәҙәти 中國中央電視臺, ябайл. 中国中央电视台, пиньин: Zhōngguó Zhōngyāng Diànshìtái, палл.: Чжунго чжунъян дяньшитай) — материк Ҡытайы биләмәһендәге төп телетапшырыуҙары компаниеһы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1958—1995 йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эфирға беренсе тапҡыр Пекин телевидениеһы исеме аҫтында 1958 йылдың 2 сентябрендә сыға. Уға хәтле 1958 йылдың 1 майында һынау (экспреременталь) тапшырыуҙары булған. 1973 йылдан II программа ебәрелә. 1978 йылдың 1 майынан алып исеме үҙгәртелә һәм CCTV тип йөрөтөлә. 1986 йылдың 1 ғинуарынан III программа эшен башлай. 1992 йылдың 1 октябренән юлдаш телевидениеһы аша сит илдәр йүнәлешендә (халыҡ-ара) эшләгән IV программа ебәрелә, 1994 йылдан кабель телевидениеһы аша V, VI, VII һәм VIII программалары күрһәтелә башлай.

1995 йылдан алып[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1995 йылдан алып телеканалдар исемен үҙгәртә һәм ошолай атала башлай CCTV News and Comprehersion Channel, CCTV Economic and Comprehersion Channel, CCTV Opera and Music Channel, CCTV International Channel, CCTV Movie Channel, CCTV Sports Channel, CCTV Literature Channel, 2000 йылдан заманса исем йөрөтә. 2008 йылда яңы Штаб-квартира CCTV асыла, ул Рема Колхас проекты буйынса төҙөлгән.

CCTV телевизион башняһы (манараһы)

Ойошма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡытай үҙәк телевидениеһы Ҡытай Радио, кино һәм телевидение идаралығы контроле ҡарамағында, ә ул идаралыҡ үҙ сиратында Ҡытай Халыҡ Республикаһы Дәүләт советына буйһона. Дәүләт советының сәйәси урынбаҫары хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса комитеты рәйес вазифаһын башҡара. Ойошма төбәк телевизион станциялары һәм урындағы власть органдары менән даими бәйләнеш тота һәм мөнәсәбәттәрҙе көйләй[2]. Ойошма Ҡытайҙағы өс иң ҙур масса-күләм мәғлүмәт саралары булған "ҙур өсмөйөш"кә керә. (Тағы икәүһе: People's Daily " һәм Xinhua)[3].

Идара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлеге ваҡыттағы видеотикшереүҙәр буйынса президенты Шэнь Haixiong был вазифаға 2018 йылдың февралендә тәғәйенләнгән[4].

Ҡытай телевидениеһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

China Network Television (CNTV) — интернет тапшырыуы 2009 йылдың 28 декабрендә ебәрелә. Ул алты сит ил телдәрендә алты шарт тәҡдим итә. Улар инглиз, француз, испан, урыҫ, корей һәм ғәрәп телдәрен эсенә үҙ ала. Рәсми сайты www.cctv.com. Ул CCTV International Network Co., Ltd. (ҡытайса:: 央视 网络 有限公司) тарафынан яҡлана.

Каналдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

CCTV-new-building.jpg

Төп телеканалдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • CCTV-1 — универсаль канал
  • CCTV-2 — финанс (2009 йылдың 24 авгусына тиклем был канал иҡтисад һәм тормош тип аталған)
  • CCTV-3 — сәнғәт һәм күңел асыуҙар

Эфир аша (цифралы (DVB-T), тәүҙә — аналоглы (PAL)), кабел буйынса һәм юлдаш телевидениеһы аша ҡарарға була.

Халыҡ-ара телеканалдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • CCTV-4 — халыҡ-ара (ҡытай телендә)
  • CCTV News — халыҡ-ара яңылыҡтар (инглиз телендә алып барыла ;иң тәүҙә ул «CCTV-9» тип аталған булған)
  • CCTV-9 Documentary — халыҡ-ара документаль (ҡытай һәм инглиз телдәрендә алып барылған)
  • CCTV-E — халыҡ -ара канал (испан телендә алып барыла)
  • CCTV-F — халыҡ -ара канал (француз телендә алып барыла)
  • CCTV-العربية — халыҡ-ара канал (ғәрәп телендә алып барыла)
  • CCTV-Русский — халыҡ-ара канал (рус телендә алып барыла)
  • CCTV-Entertainment — Дөйөм күңел асыу программаһы (ҡытай телендә алып барыла)
  • CCTV-Children — балалар каналы (ҡытай телендә алып барыла)
  • CCTV-Opera — опера (ҡытай телендә алып барыла)

Юлдаш телевидениеһы, Интернет[5] һәм SPB TV China мобиль ҡушымтаһы аша ҡарарға була[6][7].

Махсуслаштырылған телеканалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • CCTV-5 — спорт
  • CCTV-6 — кино
  • CCTV-7 — хәрби / ауыл хужалығы
  • CCTV-8 — телесериалдар
  • CCTV-10 — фән һәм мәғариф
  • CCTV-11 — ҡытай операһы
  • CCTV-12 — хоҡуҡи
  • CCTV-13 — яңылыҡтар
  • CCTV-14 — балалар өсөн
  • CCTV-15 — музыкаль
  • CCTV-HD — юғары асыҡлыҡ

Кабель һәм юлдаш телевидение булараҡ ҡарау мөмкинселеге булдырылған.

Шулай уҡ ҡарарға мөмкин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. (unspecified title)
  2. CCTV: One Network, 1.2 Billion Viewers, Adweek, 5 February 2007.
  3. Li, J. & Lee, C. (2000). Power, Money, and Media: Communication Patterns and Bureaucratic Control in Cultural China. Northwestern University Press. ISBN 978-0-8101-1787-7.
  4. 国务院任免国家工作人员 慎海雄任国家新闻出版广电总局副局长兼央视台长. 中国政府网 (9 February 2018).
  5. Belt And Road TV. CCTV Русский - ТВ из Китая онлайн бесплатно. Belt and Road TV. SPB TV AG. Дата обращения: 5 декабрь 2016.
  6. SPB TV China - Android Apps on Google Play. play.google.com. Дата обращения: 1 июль 2016.
  7. SPB TV China - AppStore. Apple. Дата обращения: 1 июль 2016.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Tv-stub Ҡалып:Европейский вещательный союз Ҡалып:CCTV