Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Леонора Ҡыуатова
Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 ноябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр, балет артисы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы

РСФСР-ҙың халыҡ артисы Башҡортостандың халыҡ артисы

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы (9 ноябрь 1948 йыл) — башҡорт балет артисы, балетмейстер, педагог. РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1988). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2019).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Леонора Сафа ҡыҙы Ҡыуатова 1948 йылдың 9 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1958 йылда Ленинград хореография училищеһы вәкилдәре башҡорт бүлегенә уҡыусылар йыйыу өсөн Өфөгә килә. Һайлап алынған балалар араһында ун йәшлек Леонора Ҡыуатова ла була. Шулай итеп, журналист менән табип ғаиләһендә донъяға килгән ҡыҙсыҡ сәнғәт һуҡмағына аяҡ баҫа.

Был уҡыу йортона ингәндәрҙең иңенә ҡәҙимге мәктәптәгегә ҡарағанда өсләтә ауыр йөк төшә: бер юлы дөйөм белем алырға, музыкаға уҡырға, хореография дәрестәрендә шөғөлләнергә тура килә. Һәр кемдең дә түҙемлеге, ихтыяры етерлек түгел. Ул йылды Башҡортостандан ун дүрт кеше китә, һигеҙ йылдан бишеһе әйләнеп ҡайта. Ғәжәп түгел: сәнғәттең иң нескә, бик шартлы, ифрат ауыр был төрө бөтә «теләйемдәрҙе» ҡорбан иттерә, бөтә тормошоңдо бер маҡсатҡа һәм тик «кәрәккә» буйһондора. Өҙлөкһөҙ күнекмәләр, ҡәтғи режим, алһыҙ-ялһыҙ репетициялар ғүмереңдең йөкмәткеһенә әүерелә.

Ленинградтан ҡайтҡан 18 йәшлек һәләтле ҡыҙҙы Ҡазанға ҡоҙаларға, фатир асҡысы тотоп, атаҡлы балери­на Нинель Юлтыева килеп етә. Бер йылдан киләсәктә ҙур танылыу яулаясаҡ өмөтлө солист Сергей Козадаевҡа партнерша итеп Ленинград Бәләкәй опера һәм балет театрына саҡыралар. Әммә Леонора был тәҡ­димдәрҙән баш тарта, сөнки уның менән Пермь хореография училищеһын тамамлап ҡайтҡан бейеүсе Шамил Тереғолов араһында ғишыҡ уты тоҡана. Ике йылдан улар өйләнешә. Егерме биш йыл буйы сәхнәлә бергә бейейҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул өс йыл элек мәрхүм булды. Ире тураһында һөйләүен үтенгәс, Леонора Сафый ҡыҙы Шамил Әхмәт улының тик эш тип йәшәүен билдәләне. Әлбиттә, өйгә бик йоҡмаған да ул. «Һәйбәт кеше ине, улыбыҙҙы бергәләп тәрбиәләп үҫтерҙек», — тине лә Ҡыуатова тәрән һоҡланыу хисе менән иренең хеҙмәт уңыштары тураһында һөйләүгә күсте. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Тереғолов, хореография училищеһының педагогы, балаларға ун йәштән алып бейеү серҙәрен өйрәткән, уҡыу йортон тамамлап эшкә килһәләр, театрҙың ҡуйыусы балетмейстеры булараҡ, улар менән спектаклдәр әҙерләгән — был һирәк осрай торған күренеш. Мәшһүр артистың исеме Башҡортостан сәнғәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Тереғолов менән Ҡыуатованың бер генә улы бар.

Төп партиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Маша («Щелкунчик»; дебют, С. М. Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры, 1966)
  • Аврора («Йоҡоға талған һылыу» — «Спящая красавица»
  • Одетта-Одиллия («Аҡҡош күле» — «Лебединое озеро», бөтәһе лә — П. И. Чайковский)
  • Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр» — «Черноликие», Халиҡ Заимов һәм Александр Чугаев)
  • Жизель (А. Адандың ш. уҡ исемле балеты)
  • Зәйтүнгөл («Сыңрау торна»)
  • Китри («Дон Кихот», Л. В. Минкус) һ. б.
  • Айгөл («Айгөл иле»)
  • Зөбәржәт («Ай тотолған төндә»)

СССР‑ҙың Ҙур театры, Ленинград Бәләкәй опера һәм балет театры, Белорус ССР‑ының Ҙур опера һәм балет театры (Минск), Кремлдең съездар һарайы, «Россия» концерт залы, Союздар йортоноң Колонналар залы сәхнәләрендә бейей. М. Н. Барышников, В. М. Гордеев, Р. Усама м‑н сығыш яһай. Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡҡ. БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. СССР буйлап һәм донъяның 12 илендә гастролдәрҙә була.

Күренекле уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыусылары араһында Р. Р. Закирова, Г. Ғ. Мәүлекәсова, Н. А. Сологуб.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1982).
  • БАССР‑ҙың (1974) халыҡ һәм атҡаҙанған артисы (1971).
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1988).
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2019)[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]