Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы
башҡ. Ҡыуатов Ғүмәр Мөхәммәтғалим улы
Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы
Флаг
БАССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары
23.05.1919 — 14.03.1928
 
Рождение: 29 июнь 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән кантонына ҡараған Ҡыуат-Бикбирҙе ауылы[1]
Смерть: 6 апрель 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (52 йәш)
Мәскәү
Место погребения: Новодевичье кладбище[d]
Белеме: Ҡазан университеты[d]

Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы — Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, дәүләт эшмәкәре; 1893 йылдың 29 июнендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән кантонына ҡараған Ҡыуат-Бикбирҙе ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған (хәҙерге Ейәнсура районы).

Биографияһы һәм эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыуат Ғүмәров гимназияны, Ҡазан университетының медицина факультетын тамамлай. Врач дипломын алыуға Герман һуғышы башлана, фронтҡа китә. Революциянан һүң Ғүмәр Ҡыуатов Башҡортостандың беренсе һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Был вазифаны башҡарыу уға бик ауыр йылдарға тура килә. Граждандар һуғышы Башҡортостанды тамам бөлгөнлөккә төшөрә. Бөтә ерҙә аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә, төрлө йоғошло яман сирҙәр тарала. Ул йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙа кадрҙар етешмәй. Тәүге халыҡ комиссары эш башлағанда ни бары 6 врач була. Ғүмәр Ҡыуатовтың белеме, ойоштороу һәләте, арымай талмай фиҙәҡәр эшләүе һаулыҡ һаҡлау эшенә йәмәғәтселекте ылыҡтыра.

1930 йылда Ҡыуатов Мәскәүҙең Үҙәк нерв системаһы эшсәнлеген өйрәнеү институтына уҡырға инә. Яуаплы вазифалар биләү менән бер рәттән фәнни эш менән шөғөлләнә. Бик күп фәнни эштәре нәшер ителә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби госпитальдәрҙә эшләй, хирургик операциялар яһай.

Иҫтәлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостанда иң ҙүр клиник дауахана Ҡыуатов исемен йөрөтә
  • Өфө ҡалаһы Калинин районындағы урам Ҡыуатов исемен йөрөтә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.