Ҡыяуыҡ (Егән ҡушылдығы)
Ҡыяуыҡ | |
Ҡайҙа ҡоя | Егән |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Уса[d] |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Бассейн майҙаны | 76,3 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы һәм Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 18 km |
Ҡыяуыҡ (рус. Кияук, Кияукова) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районыдағы йылға, Егән йылғаһының һул ҡушылдығы. Йылғалар системаһы: Ҡыяуыҡ → Егән → Ағиҙел→ Кама → Волга[2]. Йылғаның оҙонлоғо 18 км. Һыуы биләгән майҙан 76,3 км²[3].
Ҡыяуыҡҡа Уҫы, Ҡарамалы йылғалары ҡоя.
Йылға башы урман биләмәһендә, Әхмәр һәм Барский урмандары араһында. Р-316 автомобиль юлы аша үтә.
Ҡыяуыҡ һәм Йәнырыҫ ауылдары Ҡыяуыҡ йылғаһы буйында ултыра. Йәнырыҫ ауылынан һуң йылғаның урыҫса атамаһы Кияукова[4]
Ҡыяуыҡ ауылына яҡын ғына йылғала быуа быуылған.
Атаманың килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыя — урыҫса 'косая, наклонная' тигәнде аңлата, -уыҡ — һөҙҙең суффиксы («Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге», 1980, С.100).
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыяуыҡ йылғаһы буйында Йәнырыҫ ауылы янында мамонт һөлдәһе — тештәре, метр ярым оҙонлоғондағы һуҡҡы тештәре (бивни) һәм башҡа һөйәктәре табыла. Был табылмалар ҡиммәтле экспонаттар булараҡ, Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына[5] тапшырыла.
Урындағы халыҡ әйтеүенсә, Екатерина II[6] заманындағы тәңкәләр ҙә табыла.
Топографик карта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лист карты N-40-89. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г. — верхнее течение
- http://bashmap.narod.ru/N40/N-40-077.jpg, Лист карты N-40-77 Красноусольский. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1980 г. — среднее и нижнее течение
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ KIIQ | N2501 / Кияук 2013 йыл 12 февраль архивланған.
- ↑ Государственный водный реестр РФ: Кияук . Архивировано 22 ноябрь 2012 года.
- ↑ http://bashmap.narod.ru/N40/N-40-077.jpg
- ↑ Достопримечательности — Ишимбайский район — 450 лет в составе России 2011 йыл 5 сентябрь архивланған.
- ↑ История — Безнен форум(недоступная ссылка)