Ҡыҙылморон ( яр)
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған |
Ҡыҙылморон- Ишембай районы Алаҡай ауылы янында урынлашҡанАғиҙел йылғаһының боронғо юлының уң яҡ яры [1]. Яр аҫтында, Ағиҙел туғайында, Ишембай ҡалаһын һыу менән тәьмин итеү скважиналары ҡуйылған .
Ярҙың бейеклеге 50 м самаһы. Төнъяҡтан ярҙа ваҡ селек, сейә, гөлйемеш ҡыуаҡлыҡтары үҫә. Яр бик текә. Ул ҡыҙыл балсыҡ, ҡомташ ултырмаларынан тора.
Ҡыҙылморон Ағиҙелдең боронғо яры булғанлыҡтан дала менән урман- дала зонаһы араһындағы тәбиғи сик булып тора. Бынан ары тауҙар бейегерәк була бара. Яҡында Олотау,Этъятыу,Һөйәрсәк тауы, Ергәнтау (376 м.) кеүек тауҙар, Салауат ҡалаһы (3 км) күренеп тора.
Үҫемлектәр донъяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡыҙылморон ярында Ҡыҙыл китапҡа ингән ҡылған, ер еләге, гөлйемеш, ҡырағай сейә, һары һәм күк умырзая үҫә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алакаево, деревня // Ишимбайская энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — Б. 65. — 656 б. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- ↑ Алакаево, деревня // Ишимбайская энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — Б. 65. — 656 б. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.