Ҡыҙыл атлылар (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Ҡыҙыл атлылар»
Ҡыҙыл атлылар.jpg
Төр112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби гәзите
Баш мөхәррирАли Карнай
Сыға башлаған1942 йыл, апрель
Телбашҡорт
Сығыу туҡтаған1943 йыл, февраль
Редакция адресы:Хәрәкәт итеүсе армия

«Ҡыҙыл атлылар» — 1942 йылдың апреленән 1943 йылдың февралендәге тарихи рейдҡа тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының башҡорт телендә сыҡҡан гәзите. Ул башҡорт атлыларының легендар юлын яҡтыртып бара. Мөхәррире — яҙыусы Али Карнай.

Хеҙмәткәрҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәррир вазифаһын күренекле яҙыусы Али Карнай (Имамғәли Мөхәмәтдин улы Зөлкәрнәев — 1943 йылдың 16 июнендә яу ҡырында һәләк була) башҡара. Фронт гәзитендә «Ҡыҙылармеец Х. Мансуров» имзаһы менән ул ҡыйыу яугирҙәр тураһында һөйләүсе тиҫтәнән артыҡ бәләкәй-бәләкәй очерк-һүрәтләмәләр, хикәйәләр урынлаштыра. Күләм яғынан ҙур булмаһалар ҙа, оҫта яҙыусы—журналист тарафынан яҙылған был мәҡәләләр фронт ысынбарлығын киң ҡырлы яҡтырта. Яҙыусы Ватан һуғышы күренештәрен һүрәтләүҙе шундай мәҡәләләр биреү менән генә сикләмәй — башҡорт дивизияһының хәрби юлын, уның батырлыҡтарын ныҡлап өйрәнә. Ҙурыраҡ әҫәр өсөн материалдар туплай. Бәрелеш булған урындарҙы һүрәтләгән һәм ваҡиғаларҙы тәфмирләп яҙған көндәлек алып бара.

Гәзиттең яуаплы сәркәтибе, икенсе бер ҙур әҙип Шакир Насиров була. Шағир Әхтәм Ихсан штаттағы хәбәрсе сифатында алғы позиция менән редакция араһында йөрөп, баҫманы мәҡәләләр менән тәьмин итә. Яу ҡырынан репортаждар яҙа, гәзит биттәрендә һалдаттарҙың сығыштарын ойоштора.

Наборщик булып Хөршиҙә Хәйерова һәм Фәүзиә Рәхимова эшләй. Хөршиҙә Хәйерова иҫтәлектәренән:

« Хәтеремдә, Башҡорт атлы дивизияһының беренсе һанын 1942 йылдың апрелендә сығарғайныҡ. Тирә-яҡта тынлыҡ, һалдаттар шаяра-көлә йөрөй, беҙгә эшләргә мәшәҡәтләүсе юҡ. Шуға күрәлер, инде ул саҡта миңә дивизия гәзитенең типографияһында эшләү артабан да бына шулай еңел генә үҙ ыңғайына барыр төҫлө тойолғайны. Ошо тәүге һанды сығарыу өсөн хәрефтәр йыйған сағымда уҡ һәр бер бәләкәй генә ҡурғаш хәрефтең немец фашистары йөрәгенә пуля булып ҡаҙалыуын теләп эшләнем. Артабан һәр һанды йыйған һайын миндә ниндәйҙер ошо теләк көсәйгәндән-көсәйә барҙы... Бына беҙ фронттың алғы һыҙығында, Елецк ҡалаһы эргәһендә бер ауылда. Ҡала яна, тирә-яҡты һуғыш һөрөмө ҡаплап алған. Ошонда беҙ дивизия гәзитенең икенсе һанын сығарҙыҡ, һуғыш шарттарында гәзит сығарыуҙың ауырлыҡтарын мин тәүге тапҡыр ошонда татыным. Бынан һуң беҙ шундай ауырлыҡтар менән йөҙәрләгән һан гәзит, листовкалар сығарҙыҡ. Бармаҡтарым, хәрефтәр соҡоп, йөҙәрләгән тапҡыр ҡананы. Эшебеҙ бик күп - үҙебеҙ йыябыҙ, үҙебеҙ уҡып төҙәтәбеҙ (Корректор ҡаралмаған), гәзит баҫа торған машинаны ла йыш ҡына үҙебеҙгә әйләндерергә тура килә. (Уны эшләтер өсөн фронтта электрҙы ҡайҙан алаһың?) Хатта ҡайһы сакта гәзиттәрҙе полктарға үҙебеҙ алып барып бирә торғайныҡ. Төндә, ҡулға карабин тотоп, типографияла эшләүселәр алмашлап, үҙ мөлкәтебеҙҙе һаҡлай - поста тора инек. Ләкин беҙ, теш ҡыҫып, бирешмәҫкә, һыр бирмәҫкә тырыштыҡ. Шулай итмәй булмай. Беренсенән, ир-егеттәр ҡан ҡойоп һуғышҡанда, ниңә беҙ, ҡыҙҙарбыҙ тип, иҙереп төшөргә тейеш? Килешмәй. Икенсенән, үҙебеҙ сығарған гәзитте уҡығас, һуғышсыларҙың дәрте күтәрелеп, батырлыҡтары артып киткәнде күреү беҙгә яңынан-яңы көс өҫтәй ине. »

Ҡайһы бер саҡта гәзит дошманға ҡаршы фашистарҙың "үҙ ҡоралын"да ҡуллана. Алыҫ юл ваҡытында гәзит сығарыу өсөн кәрәк булған типография материалдары — линейкалар, бабашкалар, башҡа айырыу материалдар ҡойолоп ҡалғас, яҡында ғына ниместәрҙең типография тейәлгән ҡыйралған машинаһынан байтаҡ техник материалдар йыйып алып ҡайталар.

Гәзиттәге мәҡәләләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәзит биттәрендәге нәфрәт һәм үс менән һуғарылған мәҡәләләр башҡорт атлыларын дошманды аямайынса көрәшергә саҡыра. Уралдан йыраҡта булһа ла, яугир үҙ өйөн, ауылын, туғандарын яҡлап һуғышыуын билдәләй. Сөнки һуғыш яланында шәхси яҙмыш юҡ. Ил яҙмышы — һинең шәхси яҙмышың, ғаиләң яҙмышы.

«Беҙҙең менән халыҡ» мәҡәләһендә гәзит яугирға: «Алдыбыҙҙа һуғыш яланы ята. Дошман алыҫ түгел. Ул беҙҙең ата-әсәләребеҙҙең, ҡатындарыбыҙҙың һәм балаларыбыҙҙың хоҡуҡтарын тапарға, сал Уралды, алтын Башҡортостанды, бай илебеҙҙе баҫып алып, бәхетле тормошобоҙҙо емерергә теләй… Башҡорт воины! һин Украина яландарында алыҫтағы ҡатының, балаң, атаң, әсәңде яҡлап һуғышаһың. Улар һинең гвардеец исеменә тап төшөрмәүҙе талап итә!» — тип өндәшә. Ниместе үлтерергә, көрәштә арыҫлан булырға, рубежды ныҡ тоторға, дошманды үткәрмәҫкә, бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә саҡыра. «Уҡы, өйрән, ҡоралыңды отличноға үҙләштер», -тигән кәңәштәр бирә һәм еңеү беҙҙең яҡта булыр, тип һуғышсыны тынысландыра. Сөнки: «… беҙҙең менән Ватан, беҙҙең менән халыҡ». Агитацион йүнәлеш һәр мәҡәләлә күренеп тора. Ошо уҡ мәҡәләнең аҙағында редакция уҡыусыһына, «… Үҙеңдең Ватаның, халҡың өсөн көрәшеү — был ҙур дан. Ә Ватаның, халҡың өсөн һөйөклө полководец, Верховный Главнокомандующий, Маршал иптәш Сталин етәкселегендә көрәшеү — был икеләтә дан, был воин өсөн бәхет. Был бөйөк данға лайыҡлы булайыҡ, гвардеец иптәштәр!» тип мөрәжәғәт итә. Нәфрәт һәм үс алыу тойғоһо менән һуғарылған мәҡәләләр гәзиттең һәр һанында осрай һәм төп өлөштө ала.

Башҡорт атлыларының батырлыҡтары гәзит биттәрендә күп кенә урынды биләп тора. Кавалеристарҙың күрһәткән ҡаһарманлыҡтары тураһында бәйән иткән мәҡәләләр йыш күренеш була.

Ат темаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атты тәрбиәләүгә, ашатыуға, яуға әҙерләүгә ҙур урын бирелә. Аттарын насар ҡарағандар тәнҡитләнә. Был теманың ни тиклем мөһим булыуы тураһында айырым һандарҙың шул турала яҙып сығыуҙары ла һөйләй. «Хатта, һин аҡһаҡ булһаң да һуғышҡа бар, һинең атыңдың дүрт аяғы ла бар бит», тигән башҡорт халыҡ мәҡәле килтерелә 1943 йылдың 4 июль һанында. «Ат — хәрби ҡорал» мәҡәләһендә, гвардия кесе лейтенанты Сергеевтың взводының ат ҡарау буйынса беренсе урынды алып килеүе тураһында һөйләнә. Был взводта атҡа һәр кем хәрби ҡорал итеп ҡарай. Ат ҡарау оҫтаһы Ҡолгәрәевтың: «Яҡшы аттан башҡа, яҡшы кавалерия юҡ», — тигән һүҙҙәре взводтың көрәш девизы булып тора.

Агитация эшенең ойошторолоуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Махсус һандарҙа агитация нисек алып барылырға тейешлеге хаҡында һүҙ бара. «Агитация боецтың психологияһына һәм шартҡа ҡарап аныҡ, йөтмәткеле, идея яғына тотанаҡлы булырға тейеш. Агитаторҙар был бурыстарын һәйбәт үтәһен өсөн, уларға ярҙам кәрәк. Семинарҙар ҙа, сәйәси хеҙмәткәрҙәрҙең түбәнге агитатор менән осорашҡанында уға бөтә мәсьәләләрҙе аңлатырға, теге йәки был хәлде дөрөҫ бәйәләргә өйрәтергә кәрәк… Беҙ түбәнге агитаторҙың үҙ бурыстарына яуап бирә алыуына, ул үҙенең ялҡынлы большевистик һүҙе менән боецтарҙы иптәш Сталиндың приказын үтәүгә, немец-фашист бандиттарҙы йәһәтерәк юҡ итергә мобилизациялауына ирешергә тейешбеҙ», — тиелә унда. Агитация маҡсатында әҙәби әҫәрҙәр, башлыса, гәзиттең мөхәррире Али Карнайҙың бәләкәй әҫәрҙәре ҡулланыла.

Күләме буйынса бәләкәй хикәйәләр, гәзит биттәрендә шул уҡ пропагандистик ролде үтәй. Һуғыштар ҡыҙыу барған көндәрҙә гәзит сығарып өлгөрөп булмағанлыҡтан, «Ҡыҙыл атлылар» редакцияһы иң мөһим хәбәрҙәр менән листовкалар баҫтыра.

Бойороҡтар үтәлеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1943 йылдың майында Сталиндың 195-се бойороғо сыҡҡандан һуң гәзит биттәрендә ошо приказдың үтәлеше төп урынды ала. Һәр частан уның үтәлеше тураһында хәбәрҙәр килә. Приказды теүәл үтәүселәр миҫал итеп килтерелә, уға битараф ҡарағандар ҡаты тәнҡитләнә. Һалдаттарға бер генә минутты ла бушҡа үткәрмәйенсә, хәрби эште өйрәнеүҙе киң йәйелдереп ебәрергә, техниканы ныҡлап өйрәнергә, яҡшы хәтерҙә ҡалдырыу кәрәклегенә баҫым яһала. Мәҡәлә аҙағында һалдат алдында торған бурыс аңлатыла. Ул, уҡырға, өйрәнергә, приказды тормошҡа ашырырға, тип яңғырай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]