Ҡыҙыл ҡурай (гәзит)
Уҡыу көйләүҙәре
«Ҡыҙыл ҡурай» | |
«Ҡыҙыл ҡурай» — ижтимағи-сәйәси гәзит. Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты органы. 1921 йылдың 18 февраленән 23 мартҡа тиклем, «Башҡортостан хәбәрҙәре» гәзитен нәшер итеү туҡталып торған саҡта, Стәрлетамаҡ ҡалаһында аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Барлығы 5 һаны донъя күрә. Гәзиттә РКП(б) органдарының эшмәкәрлеге яҡтырьыла, сәйәси, иҡтисади һ.б. темаларға мәҡәләләр баҫыла. Мөхәррире — Дауыт Юлтый.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл ҡурай (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Энциклопедия Башкортостана (рус.)