Ҡыҫыҡкүл
Ҡыҫыҡкүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Ҡыҫыҡкүл - рус. Кысы́куль [2] (Кысыколь[3]) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ ятҡан күл
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҫыҡкүл эргәһендә Түрғәяҡ күле, шулай уҡ Поликарп быуаһы урынлашҡан [2]. Күлдә 2 исемһеҙ утрау бар: ҙуры уртаһында һәм бәләкәйерәге - көнсығыш ярында[2]
Административ йәһәттән Мейәс ҡала округына инә
1883 йылда күлдең уң ярында археолог Константин Шишковский тарихҡа тиклемге боронғо кеше йәшәгән урындар эҙҙәрен тапҡан.
Ҡыҫыҡкүл ярында шулай уҡ иҫке обряд Никола монастыры булған.
Географик координаттары: киңлеге - 55°5′59.58″N (55.099882), оҙонлоғо: 60°3′36.88″E (60.060245).
Ярындағы тораҡ пункттар: Мейәс ҡалаһы.
Иң яҡын һыу сығанаҡтары: Поликарп быуаһы, Түрғаяҡ, Пустое, Медвежье күлдәре [4]
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уртаса тәрәнлеге: 2,7 м
- Максималь тәрәнлеге: 5,4 м
- Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 3,94*1,28 км
- Һыуының үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: һыуы болғансыҡ.
- Һыу сығанағы: Топкая һәм Сокольная йылғалары.
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 327м
- Майҙаны: 0,22км²
- Төбө: тигеҙ, ләмле.
Ярҙары ташлы, көнсығыштағы яры - текә, бейек, төньяҡ-көнсығыштағыһы - һөҙәгерәк, көнбайышында киң яр һыҙаты бар. Төньяҡ өлөшө иң һай һыулы. Күл һаҙмыртлана башлаған, таҙартыу талап ителә
Мейәс йылғаһына күлдән шишмә ағып төшә[4].
Түрғәяҡ күле кеүек үк, Октябрьский һәм Южный ҡасабаларына эсәр һыу сығанағы булып тора, бынан тыш, «Урал» автозаводы техник ихтыяждарға файҙаланыла. Түрғаяҡтан һыу килеп тороуына ҡарамаҫтан (3-4 млн. м³/йыл), был күлдең һайығайыуына килтерә.
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдә һыу үҫемлектәре күп түгел. Урмандар уратҡан, унда бәшмәк күп.
Күлдә аҡҡоштар йәшәй; сабаҡ, алабуға, ҡарабалыҡ, табан балыҡ, суртан, ҡорман, карп һәм шырт балыҡ тереклек итә[4].[5]..
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атама башҡорт телендәге "ҡыҫыҡ" һәм "күл" һүҙҙәренән килеп сыҡҡан тип фараз ителә. Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә атаманың килеп сығыуы былай аңлата:Кысы-Куль (Кисы-Куль), озеро, территория города Миасса, Аргаяшский район. От башкирских слов: кысык — «узкий», «тесный», «сжатый», «сдавленный», «узкое межгорье», кул — «озеро», в переводе означают «сдавленное озеро» или «озеро в теснине, узком межгорье»[6].[7]
"Ҡыҫыҡ" һүҙенең бер мәғәнәһе "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә "ике тау араһы" тип аңлатыла[8].
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Реестр наименований географических объектов на территорию Челябинской области по состоянию на 01.07.2015 . rosreestr.ru. Дата обращения: 2016-4-20. 2014 йыл 26 декабрь архивланған.
- ↑ «Кысыколь» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Кысыкуль
- ↑ Ҡыҫыҡкүл . Reki-ozera.ru. Дата обращения: 20 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года.
- ↑ Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 742-се бит
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кысыкуль
- Озеро Кысыкуль(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 742-се бит/ Ҡыҫыҡ
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7