Ҡыҫыҡ(йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҫыҡ
Характеристика
Оҙонлоғо 17 км
Һыу ағымы
Инеше
 · Координаталар 54°43′59″ с. ш. 57°26′37″ в. д.HGЯO
Тамағы Ләмәҙе
 · Координаталар 54°35′40″ с. ш. 57°25′15″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Ләмәҙе → Эҫем → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан, Силәбе өлкәһе
РДҺР 10010200612211100019345
Ҡыҫыҡ(йылға) (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
инеше
Точка
тамағы

Ҡыҫыҡ(Оло Ҡыҫыҡ) (. ҡыҫыҡ , йәғни тар) — Рәсәй йылғаһы. Көньяҡ Уралдың көнбайыш өлөшөнән башланғыс алып, көньяҡҡа ҡарай аға. Ләмәҙе йылғаһының уң ҡушылдығы. Оҙонлоғо — 17 километр.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҫыҡ йылғаһы көньяҡ йүнәлештә ағып барып, Ҡара йылға шаршыһынан түбәндәрәк, йәмле ҡаялар ҡаршыһында Ләмәҙе(Эҫем ҡушылдығы) йылғаһына барып ҡушыла.

Ҡыҫыҡ Икен һәм Бәҙәреш йылғаларынан ҡала Ләмәҙе йылғаһының мөһим ҡушылдыҡтарының береһе булып тора.

Йылға тамағы эргәһендә, уң ярында Ҡыҫыҡ урмансылар ҡасабаһы булған.Ҡасабаның тағын бер атамаһы — Пищетара. Халыҡ уны үҙенсә үҙгәртеп Пиштар тип йөрөткән.

Ҡасаба тирәһендә оҙаҡ ҡына киң ҡолас менән ағас ҡырҡыу эштәре алып барылған. Шуға ла Ҡыҫыҡҡа алып бара торған тар колеялы тимер юлы һалынған. Тик әлеге ваҡытта ҡасаба урыны аҡлан булып ҡалған.

Йылға буйҙарында тораҡтар юҡ. Ҡырҡылған урман ныҡ зыян күргән. Хәҙерге ваҡытта  тергеҙеү.буйынса эштәр алып баралар.

Ҡыҫыҡ йылғаһында Көньяҡ Уралдағы тау йылғаларына хас балыҡтар, шул иҫәптән һирәк хайуандар иҫәбендә һаналған бәрҙе һәм бағыр тереклек итә.

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғлүмәттәр буйынса рәсәй дәүләт һыу реестры ҡарап кама бассейны округы, һыу хужалығы участкаһы — йылға Эҫем йылғаһының башынан тамағына тиклем, йылға — Ағиҙел. Бәләкәй йылға бассейны — Кама[1].

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612211100019345[1].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]