Эстәлеккә күсергә

ҠҠХЛ 2018/2019 йылдар миҙгелендә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ҠҠХЛ 2018/2019 йылдар миҙгелендә
Башы  9 сентябрь 2018
Аҙағы  апрель 2019
Даими чемпионат
Уйындар һаны  126
Чемпионат еңеүсеһе  Башҡортостан «Ағиҙел» (Өфө) (84)
Бомбардир  Рәсәй флагы Анна Шохина (76)
Плей-офф
Чемпион  Башҡортостан «Ағиҙел» (Өфө)
Финалист   Санкт-Петербург «Динамо» (Санкт-Петербург)
Серияла иҫәп  3 : 0
ҠҠХЛ миҙгелдәре
←2017/18 2019/20→

ҠҠХЛ 2018/2019 йылдар миҙгелендәҠатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының дүртенсе миҙгеле. Даими беренселек 9 сентябрҙә үткән миҙгелдең финалсылары «Ағиҙел» һәм «Торнадо» хоккей клубтары араһында уйын менән башлана һәм февралдә тамамлана. Шулай уҡ ҠҠХЛ чемпионы титулы өсөн плей-офф март һәм апрель айҙарында үтә. Ҡатнашҡан командалар составы лига нигеҙләнеүенән бер үк ҡала: турнирҙа Рәсәйҙең 6 ҡалаһынан 7 команда ҡатнаша.

Миҙгелдә йәштәр донъя чемпионатына (6—13 ғинуар), ҠҠХЛ йондоҙҙар уйынына (13 ғинуар), Ҡышҡы Универсиадаға (2—12 март), донъя чемпионатына (4—14 апрель) һәм Рәсәй йыйылма командаһының төрлө дуҫтарса осрашыуҙарына һәм турнирҙарына тәнәфес ҡаралған[1].

Өсөнсө ҠҠХЛ йондоҙҙар уйыны 2019 йылдың 13 ғинуарында Түбәнге Камала үтә. Көнбайыш командаһы был уйында Көнсығыш командаһын 4:2 иҫәбе менән ота. ҠҠХЛ даими чемпионатында Өфөнән «Ағиҙел» командаһы икенсе йыл рәттән беренсе була. ҠҠХЛ ике тапҡыр чемпионы Дмитровтан «Торнадо» плей-оффҡа эләкмәй ҡала. Красноярскиҙан «Бирюса» һәм Түбәнге Новгородтан «СКИФ» хоккей клубтары бронза миҙалдарҙы яулайҙар.

«Ағиҙел» хоккей клубы финалда Санкт-Петербургтан «Динамо» командаһын серияла 3-0 иҫәбе менән ота һәм икенсе тапҡыр ҠҠХЛ чемпионы исемен яулай. Миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы тип «Ағиҙел» ҡапҡасыһы Анна Пругова таныла[2].

Миҙгел араһы яңылыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2018 йылдың йәйендә Ухтанан «Арктик-Университет» хоккей клубы үҙенең исемен «Горный» тигәнгә үҙгәртә һәм 2018/19 йылдар миҙгеле барышында Санкт-Петербург ҡалаһына күсәсәк[3]. Үҙенең өйҙәге уйындарын «Горный» хоккей клубы «Юбилейный» спорт комплексында үткәрәсәк[4].

Тренерҙар алмашыныуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Миҙгел башланыр алдынан
Команда 2017/2018 йылдар миҙгелендәге тренер 2018/2019 йылдар миҙгелендәге тренер
«Горный» Андрей Куняков Владимир Малмыгин
Команда Ҡала Арена (ҙурлығы) Нигеҙләнгән Лигала
Ағиҙел Башҡортостан Өфө «Салауат Юлаев» СҺ (3 500) 2010 2015
Бирюса Красноярск крайы Красноярск Платинум Арена (7 046) 1987 2015
Горный Санкт-Петербург Санкт-Петербург «Юбилейный» СК (7 012) 2012 2015
Динамо СПб Санкт-Петербург Санкт-Петербург «Юбилейный» СК (7 012) 2013 2015
СӨЙК Свердловск өлкәһе Екатеринбург «Уралец» МКК (5 570) 2015 2015
СКИФ Түбәнге Новгород өлкәһе Түбәнге Новгород «Нагорный» МКАК (5 600) 2000 2015
Торнадо Мәскәү өлкәһе Дмитров «Дмитров» СК (2 000) 2003 2015

Тренерҙар һәм капитандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Клуб Баш тренер Капитан Тренерҙар китеүе
Ағиҙел Денис Афиногенов Екатерина Лебедева
Бирюса Александр Ведерников Валерия Павлова
Горный Владимир Малмыгин Лиана Ганеева
Динамо СПб Александр Зыбин Алёна Андрющенко
СӨЙК Сергей Чистяков Диана Абдулиина
СКИФ Владимир Голубович Ландыш Фәләхова
Торнадо Алексей Чистяков Анна Шохина

ҠҠХЛ даими чемпионаты 2018 йылдың 9 сентябрендә үткән миҙгелдең финалсылары Өфөнән «Ағиҙел» һәм Дмитров ҡалаһынан «Торнадо» хоккей клубтары уйын менән башлана һәм 22 февралдә тамамлана. Төп ваҡытта еңгән өсөн өс мәрәй, өҫтәмә ваҡытта йә буллиттар серияһында еңгән өсөн — ике, ә шунда отолған өсөн бер мәрәй бирелә.

ҠҠХЛ бөтә йондоҙҙар уйыны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының йондоҙҙар уйыны өсөнсө йыл рәттән КХЛ хоккей йондоҙҙары аҙналығында үтә. 2019 йылдың 13 ғинуарында Түбәнге Камала ҠҠХЛ хоккейсыларынан торған Көнсығыш менән Көнбайыш командалары көстәрен һынайҙар. Көнсығыш командаһын Денис Афиногенов («Ағиҙел» баш тренеры) етәкләй, Көнбайыш командаһы Алексей Чистяков («Торнадо» баш тренеры) етәкселегендә уйнаясаҡ[5]. 7 декабрҙә йондоҙҙар уйынында ҡатнашҡан уйынсылар билдәләнә[6]. Аҙаҡтан Көнсығыш командаһында Полина Болгареваны Элина Митрофанова алмаштыра[7], ә Инна Дюбанок урынына Мария Печникова саҡырыу ала[8].

Йондоҙҙар уйынында икенсе тапҡыр Көнбайыш командаһы 4:2 иҫәбе менән көслөрәк булып сыға. Тәнәфестәрҙә үткән һығыу конкурсында Алена Миллс еңә, ә иң эффектлы буллиттарҙа Оксана Братищеваға етеүсе булмай[9]. Анета Тейралова һәм Ольга Сосина уйындың иң яҡшы уйынсылары тип таныла. Был уйында ҡатнашҡан Мария Печникова һәм Николь Чупкова КХЛ оҫталыҡтар конкурсында ҡатнашырға саҡырыу ала.

13 ғинуар 2019
14:00*
Көнсығыш 2 : 4
(1:0, 1:3, 0:1)
Көнбайыш СМК «Нефтехимик», Рәсәй флагы Түбәнге Кама
4 873 тамашасы
Отчёт
Анна Пругова (0:00—29:03)
Надежда Морозова (29:03—60:00)
Ҡапҡасылар Валерия Меркушева (0:00—29:32)
Надежда Александрова (29:32—60:00)
Баш судьялар:
Рәсәй флагы Елена Иванова
Рәсәй флагы Яна Зуева
Лайнсмендар:
Рәсәй флагы Юлия Лавелина
Рәсәй флагы Арина Муха
Голдар:
Е. Роднова 5:23



О. Сосина (Э. Митрофанова) 30:19
1 — 0
1 — 1
1 — 2
1 — 3
2 — 3
2 — 4

24:15 Т. Рафтер
27:33 Х. Уильямс (Ф. Ҡадирова)
28:31 Ф. Ҡадирова (Д. Канаева)

58:29 А. Штарёва (Н. Пирогова)

4 мин Штрафтар 4 мин
33 Һуғыуҙар 30

* бында һәм артабан бар ерҙә лә Мәскәү ваҡыты буйынса уйындар башлана

УрынКомандаУЕӨВЕБСЕБСОӨВООШ±ШМ
1Башҡортостан «Ағиҙел»362611026164—61+10384
2Санкт-Петербург «Динамо» СПб3620201211107—73+3467
3Красноярск крайы «Бирюса»3618210213110—80+3062
4Түбәнге Новгород өлкәһе СКИФ3618112113114—82+3261
5Мәскәү өлкәһе «Торнадо»3615410115146—99+4756
6Санкт-Петербург «Горный»361211121999—136-3743
7Свердловск өлкәһе СӨЙК36100113336—245-2095

Яртыса ҡалын шрифты менән плей-офф ярыштарында үҙенә урын алған командалар билдәләнгән.
Курсив менән плей-офф ярыштарына эләкмәгән командалар билдәләнгән.

Уйынсылар статистикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Уйынсы Команда У Г П М +/− Штр
Анна ШохинаТорнадо33364076+4765
Ольга СосинаАғиҙел36313869+4516
Алевтина ШтарёваТорнадо36283058+3324
Елена ДергачёваТорнадо35183351+3130
Валерия ПавловаБирюса35331750+2116
Оксана БратищеваСКИФ36222345+3436
Николь ЧупковаАғиҙел35202444+3410

Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Г = голдар; П = һөҙөмтәле пастар; М = мәрәйҙәр; +/− = Плюс-минус; Штр = штраф ваҡыты

Уйынсы Команда У Г П М +/− Штр
Анета ТейраловаДинамо36151631+1832
Нина ПироговаТорнадо36102030+3526
Анна ШибановаАғиҙел36101929+2930
Мария БаталоваАғиҙел3662127+5228
Лиана ГанееваГорный3381624-622

Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Г = голдар; П = һөҙөмтәле пастар; М = мәрәйҙәр; +/− = Плюс-минус; Штр = штраф ваҡыты

Уйынсы Команда У Е ЫК КҠҺ% «0» Мин
Анна ПруговаАғиҙел36271.729392128
Валерия МеркушеваДинамо20131.8793.621188
Валерия ТаракановаСКИФ29132.1792.321577

Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Е = еңеүҙәр; ЫК = ышаныслыҡ коэффициенты; КҠҺ% = кире ҡағылған һуғыуҙар проценты; «0» = бер гол да үткәрмәгән уйындар; Мин = боҙҙа уҙғарған минут һаны

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының плей-офф уйындарына даими миҙгел һөҙөмтәһе буйынса иң яҡшы дүрт команда үтә. Плей-офф ярымфиналдарҙан башлана, шунда беренсе урын алған команда дүртенсе менән, ә икенсе команда өсөнсөһө менән ике еңеүгә тиклем уйнайҙар. Шул парҙар еңеүселәре ҠҠХЛ финалына сыға һәм шунда өс еңеүгә тиклем серияла чемпионды билдәләйҙәр. Ярымфинал парҙарында тәүге уйын даими миҙгелдә түбәнерәк урын алған команда майҙанында үтә, ә икенсе һәм кәрәкһә өсөнсө уйындар икенсе команданың майҙанында уҙасаҡ.

  Ярымфиналдар Финал
             
 1. Башҡортостан Ағиҙел 2  
 4. Түбәнге Новгород өлкәһе СКИФ 1  
 
     1. Башҡортостан Ағиҙел 3
   2. Санкт-Петербург Динамо 0
 
 
 2. Санкт-Петербург Динамо 2
 3. Красноярск крайы Бирюса 0  

1. «Ағиҙел» — 4. «СКИФ» 2-1 (1:2, 4:2, 4:3 ө.в.)

2. «Динамо» — 3. «Бирюса» 2-0 (3:0, 3:1)

1. «Ағиҙел» — 2. «Динамо» 3-0 (4:1, 2:1, 4:1)

Беренсе уйын

20 апрель 2019
11:00
Ағиҙел Башҡортостан 4 : 1
(4:0, 0:1, 0:0)
Санкт-Петербург Динамо Салауат Юлаев СҺ, Башҡортостан Өфө
1 250 тамашасы

Икенсе уйын

21 апрель 2019
11:00
Ағиҙел Башҡортостан 2 : 1
(1:0, 0:1, 1:0)
Санкт-Петербург Динамо Салауат Юлаев СҺ, Башҡортостан Өфө
1 370 тамашасы

Өсөнсө уйын

24 апрель 2019
18:30
Динамо Санкт-Петербург 1 : 4
(0:2, 0:1, 1:1)
Башҡортостан Ағиҙел «Юбилейный» СК, Санкт-Петербург Санкт-Петербург
819 тамашасы

Уйынсылар статистикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Уйынсы Команда У Г П М +/− Штр
Ольга СосинаАғиҙел6527+40
Елизавета РодноваАғиҙел6246+10
Элина МитрофановаАғиҙел6156+54
Николь ЧупковаАғиҙел6325+44
Инна ДюбанокАғиҙел6044+52

Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Г = голдар; П = һөҙөмтәле пастар; М = мәрәйҙәр; +/− = Плюс-минус; Штр = штраф ваҡыты

Уйынсы Команда У Г П М +/− Штр
Александра КапустинаСКИФ3022-10
Екатерина НиколаеваДинамо5022+32
Мария БаталоваАғиҙел6000+68

Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Г = голдар; П = һөҙөмтәле пастар; М = мәрәйҙәр; +/− = Плюс-минус; Штр = штраф ваҡыты

Уйынсы Команда У Е ЫК КҠҺ% «0» Мин
Анна ПруговаАғиҙел651.7291.40368
Милена ТретякДинамо411.8394.71229
Диана ФархутдиноваСКИФ313.1892.30132

Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Е = еңеүҙәр; ЫК = ышаныслыҡ коэффициенты; КҠҺ% = кире ҡағылған һуғыуҙар проценты; «0» = бер гол да үткәрмәгән уйындар; Мин = боҙҙа уҙғарған минут һаны

Йомғаҡлау таблицаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
УрынКоманда
1Башҡортостан Ағиҙел
2Санкт-Петербург Динамо
3Красноярск крайы Бирюса
4Түбәнге Новгород өлкәһе СКИФ
5Мәскәү өлкәһе Торнадо
6Санкт-Петербург Горный
7Свердловск өлкәһе СӨЙК
  • Иң яҡшы уйынсы – Анна Пругова (Ағиҙел)[10]
  • Иң яҡшы һаҡсы – Мария Баталова (Ағиҙел)
  • Иң яҡшы ҡапҡасы – Анна Пругова (Ағиҙел)
  • Иң яҡшы тренер – Денис Афиногенов (Ағиҙел)
Үткән:
2017/18
Миҙгелдәр:
2018/19
Киләһе:
2019/20