Ҡәләндарлыҡ
Ҡәләндарлыҡ | |
ғәр. الطَّرِيقَةُ الْقَلَنْدَرِيَّةُ | |
Нигеҙләүсе | Джамалю-д-дин ас-Сави[d] |
---|---|
Вики-проект | Проект:Ислам[d] һәм Проект:Суфизм[d] |
Ҡәләндарлыҡ Викимилектә |
Ҡәләндарлыҡ (ғәр. قلندرية; рус. Каландария) — тәүҙә мәләмәтилек суфыйлыҡ тәриҡәте идеялары тәьҫирендә барлыҡҡа килгән мистик-аскетик хәрәкәт, һуңынан берәҙәк ярлы дәрүиштәр тәриҡәтенә әүерелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәләндарлыҡ барлыҡҡа килгәндән алып ҙур эволюция кисерә.
Ҡәләндарлыҡ хәрәкәте XI быуат башынан да һуңға ҡалмайынса Хөрәсәндә һәм Урта Азияла мәләмәтилек тәғлимәте йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Ҡәләндарлыҡ тәриҡәтенең барлыҡҡа килеүе Йәләлетдин Мөхәммәт ибн Йонос әс-Сәүәжи (1232 й. вафат) эшмәкәрлеге менән бәйле, ул хәрәкәткә ойоштороу структураһын бирә һәм аныҡ тәғлимәткә дөйөм принциптар төҙөй.
Ҡәләндарлыҡ Сүриәнән килеп сығып Марокконан Һиндостанға тиклем тарала. XIII-XV быуаттарҙа Мысырҙа һәм Сүриәлә тәриҡәт ағзалары күп булған.
Индуизм һәм буддизм традицияларының тәриҡәткә етди йоғонто яһау сәбәпле, Ҡәләндарлыҡ тәғлимәте башҡа тәриҡәттәр доктриналарынан айырылып тора. Әс-Сәүәжи эшләгән положениеларға ярашлы, тәриҡәт ағзаһы бер ҡасан да хис-тойғоларға бирелмәҫкә; бер кейем менән ҡәнәғәтләнергә, бер киҫәк икмәк менән ҡәнәғәтләнергә; кешеләрҙән ситләшергә; яҡты йөҙлө булырға; ҡыйбатлы нәмәләрҙән йөҙ сөйөрөргә; даими сәфәрҙә булырға; ике йөҙлөлөктән ҡасырға тейеш булған.
Хәрәкәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәләндарлыҡ хәрәкәте XI быуат башынан да һуңға ҡалмай Хөрәсәндә һәм Урта Азияла мәләмәти тәғлимәте йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Шул осорҙағы сығанаҡтарҙа ул «берләшмә» тип аңлашылған та’ифа булараҡ күрһәтелә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Ҡәләндарлыҡ популярлыҡ яулай һәм көнсығышта Фирғәнәгә, көнбайышта Ираҡ менән Сүриәгә тиклем киң тарала. Бөтөр хәлгә еткәндән һуң (XIII быуат башы) уның эйәрсендәре йә Ҡәләндарлыҡ тәриҡәтенә ҡушыла, йә башҡа мосолман берләшмәләренә инә. Хәрәкәт несториан һәм буддизм монахтары практикаһының йоғонтоһон кисерә һәм, күрәһең, аныҡ формулировкаланған тәғлимәткә эйә булмай[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 130
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акимушкин О. Ф. Каландарийа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 130—131. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Туйчиева Н. М. Каландария //Сборники конференций НИЦ Социосфера. 2013. № 49. С. 19-23.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |