Ҡәнзәфәр (Силәбе өлкәһе)
Уҡыу көйләүҙәре
| Ауыл | |
| Ҡәнзәфәр | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Халҡы | |
| Милли состав | |
| Конфессиональ составы | |
| Телефон коды |
+7 35148 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
|
| |
Ҡәнзәфәр (рус. Канзафарово) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы ауылы. Ҡоншаҡ ауыл биләмәһе составына инә.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәге Ҡоншаҡ ауылынан 8 километр алыҫлыҡта, Өйәлге күленең көньяҡ-көнбайыш яр буйында урынлашҡан.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәнзәфәр — ҡатай башҡорттарының ауылы[2].
1795 йылда Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе Оло Ҡатай улусына ҡараған Ҡәнзәфәр ауылында 108 ир-егет иҫәпкә алынған.
1811 һәм 1816 йылдарҙағы ревизияларға ярашлы, 1816 йылда йорт йөҙбашы вазифаһын Сәлим Мирашулов, поход есаулы вазифаһын уның улы Мөхәмәтғәле Сәлимов башҡара.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| 1816 | 1834 | 1866 | 1920 | 1970 | 1995 |
|---|---|---|---|---|---|
| 64[3] | 289 | 392 | 391 | 202 | 209 |
| Халыҡ иҫәбе | |
|---|---|
| 2002[4] | 2010[1] |
| 152 | ↘147 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (58 %) йәшәй[5][6].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тимерғәлина Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы (31.01.1910—26.02.1939), йәмәғәт эшмәкәре. 1931—1936 йылдарҙа РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, 1936—1938 йылдарҙа РКСМ Үҙәк Комитетының бүлек мөдире урынбаҫары һәм мөдире, Үҙәк Комитет секретары. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1931 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ История башкирских родов. Катай. Том 24. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 201.
- ↑ Ир-егеттәрҙең иҫәбе.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Канзафарова // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.
| Был Силәбе өлкәһе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |