Ҡәҙим Әлмәт

Ҡәҙим Әлмәт – төрлө милли музыка ҡоралдарынан торған ҙур ансамбль.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ансамбль 2021 йылда «Татнефть» хәйриә фонды тарафынан төбәктең боронғо музыкаль мәҙәниәтен тергеҙеү һәм популярлаштырыу маҡсатында ойоштора[1]. Коллективтың репертуары 1907 йылдан башлап Татарстан, Ырымбур, Ульяновск, Силәбе, Әстерхан өлкәләре ауылдары буйлап этнографик экспедицияларҙа тупланған материалдарға нигеҙләнгән. Материалды эшкәрткәндә Волга буйы халыҡтарының музыкаль формаһы, ижади ритмдары һаҡлап ҡалыу тырышыла, был боронғо музыкаль мәҙәниәттең рухын, атмосфераһын сағылдыра.
Бөтә әҫәрҙәр ҙә төрки һәм төрлө туғандаш халыҡтарҙың ҡоралдарында башҡарыла, шул иҫәптән ҡылҡубыҙ, ятаған, думбыра, саҙ, гужен һ.б. Коллективтың тәүге альбомы «Ғәжәйеп ирер Болгар тарихы» профессиональ тәнҡитселәр тарафынан юғары баһаға лайыҡ була һәм 2022 йылғы «Russian World Music Awards» премияһында «Иң яҡшы аутентик проект» номинацияһында еңә.
2024 йылда «Ҡәҙим Әлмәт» «Иң яҡшы видео» номинацияһында «Russian World Music Awards» премияһын яулай. Уларҙың икенсе альбомы «Ғәйәр Жәнәй» "Russian World Music Chart"та «Иң яҡшы халыҡ альбомы» категорияһында инә. [2]
2025 йылда Әлмәттә «Әлиф» ижади төркөмө ойошторған «Ҡараш» фестивале сиктәрендә «Ҡаф» спектакленә музыканы башҡара һәм яҙҙыра. [3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Об ансамбле Кадим Алмет. Итория создания. Коллектив. kadim-almet.ru. Дата обращения: 28 май 2025.
- ↑ Музыкальный альбом «Гаярь Джанай». kadim-almet.ru. Дата обращения: 28 май 2025.
- ↑ Радиф Кашапов. В Альметьевске прошел театральный фестиваль «Караш». Реальное время. Реальное время (2 апрель 2025).