Эстәлеккә күсергә

Ҡәүәт II

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡәүәт II
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Сәсәниҙәр дәүләте
Тыуған көнө 590
Вафат булған көнө 6 сентябрь 628({{padleft:628|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Вафат булған урыны Dastagird[d], Ираҡ
Ктесифон[d]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе чума[d]
Атаһы Хосров II Парвиз[d]
Әсәһе Мария[d]
Бер туғандары Борандохт[d], Азармедохт[d], Фаррухзод-Хосров V[d], Шахрияр[d], Марданшах[d] һәм Javanshir[d]
Балалары Арташир III[d]
Нәҫеле Сәсәниҙәр
Һөнәр төрө суверен
Биләгән вазифаһы король Сасанидской империи[d]
Эра Византийский Египет[d] һәм Сәсәниҙәр
 Ҡәүәт II Викимилектә

Ҡәүәт II Шируйе (590—628) — Ирандың батшалар батшаһы (шаһиншаһ), 628 йылда бер нисә ай идара итә. Сәсәниҙәр династияһынан, Хөсрәү II Пәрүиздең оло улы. Ҡәүәткә Шируйе («Бала арыҫлан») ҡушаматы бирелгән, Иран тарихсылары уны йышыраҡ ошо ҡушамат менән атай.

Фирҙәүси Ҡәүәтте Маврикийҙың ҡыҙы Византия принцессаһы Марияның улы тип һанай. Риүәйәттәргә ярашлы, йондоҙнамәселәр Пәрүизгә уның оло улы сыуалыштар һәм бәлә-ҡазалар сәбәпсеһе буласағын юраған. Бәлки, шуғалыр ҙа Хөсрәв уны тәхет вариҫы итеп ҡуйырға теләмәй, Ҡәүәткә егерме өс йәш тулғас, уны ниндәйҙер ғәйептәре өсөн һаҡ аҫтында тоторға бойора. Ул тәхетте һөйөклө ҡатыны Ширин менән никахынан булған кесе улы Мәрҙәншаһҡа тапшырырға ҡарар итә. Шируйены Хөсрәү II -гә ҡаршы баш күтәреүселәр азат итә. Фирҙәүси яҙа: «Улы атаһының ғүмерен ҡыйырға теләмәй, әммә Хөсрәү тәхеттән ҡолауын танымай, һәм шул саҡта хәрби етәкселәр, шаһиншаһ уларға ҡамасауларға көсһөҙ булған Хөсрәүҙе үлтерә»[1]. Ғөмүмән, фарсы китаптарынан һәм ауыҙ-тел ижадынан мәғлүмәт алған мосолман тарихсылары Ҡәүәт II-не ихтыярһыҙ һәм һәләтһеҙ хаким, ә шәхес булараҡ — асыҡтан-асыҡ яуыз итеп күрһәтә. «Ҡурҡаҡ һәм етлекмәгән» (Фирҙәүси ҡылыҡһырламаһы буйынса) Ҡәүәт башта үҙенең бөтә ир туғандарын имгәтә, ә һуңынан үлтерә, егермегә тиклем(төрлө сығанаҡтар буйынса), шул иҫәптән Мәрҙәншаһты ла. Дөрөҫ, Сүриәнең аноним хроникаһы мәғлүмәттәре буйынса, Хөсрәү Пәрүизде һәм уның балаларын үлтереүҙең төп инициаторы ҡолатылған батшаның элекке чиновнигы, Яздиндың улы Шамта була[2]. Феофан Византийлы атаһын үлтереүҙе тап Ҡәүәт II башлап ебәреүе һәм үлеменә тиклем биш көн буйы Хөсрәүҙе ишетмәгән йәберләүҙәргә дусар итеүе тураһында яҙа:

«Ҡулдарын арҡаһына сылбырҙар менән ныҡлап бәйләп, аяҡтарына, муйынына ауыр тимерҙәр һалып, әле йәш сағында аҡса һаҡлау өсөн төҙөгән ҡараңғы йортҡа ырғыталар; бында улар уны аслыҡтан ғазаплағандар, әҙ генә икмәк һәм һыу биргәндәр.. Сироис (йәғни Шируйе) шул саҡта: „Бушҡа йыйған, күптәрҙе аслыҡтан үлтергән, донъяны емереп ташлаған алтынын ашаһын“, — тигән; ул сатраптарҙы уны әрләргә һәм уға төкөрөргә ебәргән; һуңынан тәхеткә ултыртырға теләгән Мәрҙәншаһын күҙе алдында үлтергән, шулай уҡ уның башҡа балаларын да уның алдында үлтереп, бөтә дошмандарын уларға һүгенергә, төкөрөргә ебәргән. Биш көн дауам иткән әрләштәрҙән һуң Сироис уға уҡтар менән атырға бойора, шулай итеп, тирандың яйлап-яйлап йәне сыға».[3]

Артабан, риүәйәттәр буйынса, Ҡәүәт II атаһының тол ҡатынына, һаман да һылыу Ширинға өйләнергә теләй. Әммә ҡатын уны алдай, туй алдынан иренең ҡәберенә барырға рөхсәт һорай, йәнәһе ире уға нимәлер ҡалдырған, һәм унда ағыу эсә.

Ҡәүәт II тәңкәһе

Әрмән тарихсылары, киреһенсә, Шируйены маҡтай, сөнки, беренсенән, ул византиялылар менән һуғышты тамамлай, икенсенән, халыҡты өс йылға һалымдан азат итеү тураһында указ сығара. «Сеерт йылъяҙмаһы» ның несториан авторы шаһтың христиан динен тотҡанын, хатта тәнендә тәре йөрөткәнен белдерә, был, әлбиттә, ышанырлыҡ түгел[4].

Ҡәүәт II тәхеткә ултырғанға тиклем Ирандың хәле бик ҡырҡыу була. Фарсылар еңелгән Византия менән оҙайлы һуғыш арҡаһында ил ҡаҡшаған. Көрәште дауам итергә көс булмаған. Ҡәүәт II шунда уҡ Гераклийға күбеһенсә несторий епископтары торған илселек ебәрә, шулай итеп власты үҙгәртеүе һәм тыныслыҡҡа ынтылыуы тураһында иғлан итә. Быға яуап итеп Ираклий, ҙур контрибуциянан тыш, бөтә әсирҙәрҙе азат итеүҙе, Ҡодоста әсирлеккә алынған изгеләрҙе ҡайтарыу, Ҡәүәттең атаһы идара иткән осорҙа яулап алынған бөтә ерҙәрҙе кире ҡайтарыуҙы, шунда уҡ Византияның баҫып алынған биләмәһенән фарсы гарнизондарын һәм ялан армияларын сығарыуҙы талап итә.

Шарттар ҡабул ителә һәм 628 йылдың 3 апрелендә тыныслыҡ төҙөлә.

Әммә Гераклий фарсылар менән солох төҙөһә лә, төрөктәр Кавказ аръяғын емереүен дауам итә. Яҙын берләшкән төрки-хазар ғәскәре Тифлисте ала. Тәүге ҡамау ваҡытында грузиндар һәм фарсылар тарафынан төрөктәргәкүрһәтелгән кәмһетеүҙәр өсөн үс итеп, хаған төрөктәр әсирлеккә ала алған һәр кемде ҡырырға бойора, ә грузин батшаһы менән фарсы марзбанын йәберләргә, һуҡыр итергә һәм тиреһен тунарға ҡуша.

Йыл элек һыу ағыҙып алып киткән Түбәнге Месопотамия баҫыуҙарын һаҡлаусы дамбаларҙы емереклектәр арҡаһында төҙәтеп булмай. Бер миҙгел эсендә бында уңдырышлы ерҙәрҙең һиҙелерлек өлөшө һаҙлыҡтарға әйләнә. Хатта батшаның үҙен дә аямаған эпидемия, аслыҡ башлана. Ҡәүәт II 628 йылдың октябрендә, һигеҙ айҙан да артыҡ батшалыҡ итмәй, «ашҡаҙан ауырыуынан» (дизентерия) вафат була[5][6][7]. Әммә Ҡәүәт II-нең үлеменә ағыу сәбәпсе булыуы ла ихтимал[8].

Ҡәүәт II «фарсы батшаларының йолаһы буйынса» йәйҙе үткәрергә тип Хулфанға, йәғни Ктесифондан төньяҡтараҡ, юлда вафат була.

Уның үлеме Ирандағы бола һәм ихтилалдарға катализатор була, был Сәсәниҙәр державаһының көсһөҙләнеүенә һәм 23 йылдан һуң тулыһынса емерелеүенә килтерә.

Сәсәниҙәр

Алдағыһы:
Хөсрәү II Пәрүиз
шаһиншаһ
Иран һәм Иран булмаған

628
(8 ай идара итә)

Вариҫы:
Әрҙәшир III .
  1. ↑ Мухаммад ат-Табари. Истории пророков и царей. XXXVI. Дата обращения: 2 июль 2015. Архивировано 4 март 2016 года.
  2. ↑ Анонимная сирийская хроника о времени Сасанидов. § 16—17. Дата обращения: 2 июль 2015. Архивировано 2 июль 2015 года.
  3. ↑ Феофан Исповедник. Летопись, под 618 г. от Р. Х. Дата обращения: 2 июль 2015. Архивировано 18 март 2015 года.
  4. ↑ Ҡалып:Книга:Дашков С. Б.: Цари царей — Сасаниды
  5. ↑ Анонимная сирийская хроника о времени Сасанидов. § 17. Дата обращения: 2 июль 2015. Архивировано 2 июль 2015 года.
  6. ↑ Абу Ханифа ад-Динавари. Книга длинных известий, стр. 117. Дата обращения: 8 июль 2015. Архивировано 18 март 2015 года.
  7. ↑ Абу Ханифа ад-Динавари. Книга длинных известий, стр. 117. Дата обращения: 8 июля 2015. Архивировано 18 марта 2015 года.
  8. ↑ Ҡалып:Книга:Дашков С. Б.: Цари царей — Сасаниды
  • Дашков С. Б.: Цари царей — Сасаниды
  • Дьяконов М. М.: Очерк истории Древнего Ирана