Ҡәһҡәһә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡәһҡәһә — башҡорт мифологияһында яуыз иблес[1].

«Урал батыр» эпосында Ҡәһҡәһә — төрлө ҡиәфәткә инә алған йыландар батшаһы.

Ҡыҫҡаса аңлатма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәт афәттәре тыуҙыра алған тылсымлы таяғы була. Үҙенең улы Зәрҡүм менән Урал батырҙы үлтермәксе була. Батшалығы ҡолатылғандан һуң, Ҡәһҡәһә Әзрәҡә менән берләшә һәм Урал батырға ҡаршы яуҙа һәләк була.

«Аҡбуҙат» эпосында Ҡәһҡәһә — Иҙелдең улы, Урал батырҙың ейәне. Аҡбуҙатты эҙләп Шүлгәндең һыу аҫты батшалығына төшә һәм уның ҡыҙы Нәркәскә ғашиҡ була. Шүлгән уны, ун ике башлы дейеүгә әйләндереп, Ҡәһҡәһә тип атай, үҙенә сибәр ер ҡыҙҙарын урларға мәжбүр итә. Һәүбән, үҙ халҡына хыянат иткәне өсөн, Ҡәһҡәһәне ярғанатҡа әйләндерә.

«Дандан батыр» әкиәтендә Ҡәһҡәһә — Ҡаф тауы артында йәшәгән дейеү итеп һүрәтләнә.

Башҡорт мифологияһының Ҡәһҡәһә, Зәрҡүм һәм Әзрәҡә исемле персонаждары иран донъяһы менән бәйле. Атап әйткәндә, Башҡорт мифологияһындағы Ҡәһҡәһә — аждаһа һымаҡ әшәке һәм зыянлы заттарҙың ун ике башлы батшаһы һәм Ҡош юлын символлаштыра, ә Әзрәҡә зороастрия текстарында Азарак формаһында теркәлгән. Зәрҡүм, фонетик вариантында «Зергам», иран телдәренән «арыҫлан» («лев») мәғәнәһендә тәржемә ителә. Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосындағы был персонаж Арыҫлан йондоҙлоғо символы булып тора[2][3].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙ. Шарҡылдаҡ, мыҫҡыллап көлөүсе мәғәнәһендә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт халыҡ ижады. 1—16 томдар.
  • Батырҙар тураһында әкиәттәр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
  • Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998
  • Башкирское народное творчество. Т.3. Богатырские сказки. Уфа, 1988.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]