Үлемһеҙлек аллеяһы (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Мемориаль аллея
Үлемһеҙлек аллеяһы
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог
Төҙөлгән ваҡыты 1969 йыл
Статус реставрацияланған

1969

Үлемһеҙлек аллеяһы — Таганрогтың 34-се мәктәбе эргәһендәге скверҙа урынлашҡан мемориаль аллея. Унда СССР-ҙың герой-ҡалаларынан, хәрби дан ҡалаларынан һәм башҡа тарихи урындарҙан килтерегән тупраҡ йыйылған. Аллея иҫтәлекле акциялар һәм сәскәләр һалыу урыны булып тора[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үлемһеҙлек аллеяһына 1969 йылда Дубки сауҡалығында Балтика флотының һуғыш ветерандары һәм 1-се төҙөлөш тресының ВЛКСМ комитеты инициативаһы буйынса нигеҙ һалына. Гитлерсылар тарафынан 10 мең самаһы кеше (нигеҙҙә, Таганрог халҡы) язаланған Петрушино морононан, Ҡыҙыл десант, Самбек бейеклегенән һәм Краснодондан ер һалынған дүрт урна килтерелә. Яңы ултыртылған йәш үҫентеләр аллея барлыҡҡа килтерә.

Артабанғы йылдарҙа Үлемһеҙлек аллеяһына герой-ҡалаларҙан, Звездный ҡаласығынан (Ю. А. Гагарин һәйкәленән), башҡа ҡаһарманлыҡ урындарынан тупраҡ килтерелә. Ер һалынған капсулаларға тейешле һүҙҙәр яҙыла.

1985 йылдың яҙында Үлемһеҙлек аллеяһын 34-се мәктәп эргәһендәге скверға күсерергә ҡарар ителә. Унда түбәндәге һүҙҙәр яҙылған стела ҡуйыла: «Бында Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының ҡаһарманлығы иҫтәлеге итеп герой-ҡалаларҙың һәм башҡа легендар урындарҙың изге тупрағы һалынды». Стела эргәһенә махсус капсулаларҙа Үлмеһеҙлек аллеяһының элекке урынынан йыйылған тупраҡ һалына[2].

Артабанғы йылдарҙа стела ремонтланмай һәм тиҙ емерелә, аллея ташландыҡ хәлгә килә. Әммә 2007 йылдың авгусында мемориаль комплекс реставрациялана, төҙөкләндерелгән аллеяғаиҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған биш тонналы таш ултыртыла. Унда шундай юлдар яҙылған:

Үлемһеҙлек аллеяһы. Бында каштандар аҫтында герой-ҡала Мәскәү, Ленинград, Севастополь, Одесса, Киев, ҡаһарман Брест ҡәлғәһенең һәм башҡа хәрби дан урындарының тупрағы һаҡлана. Халыҡтың Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы үлемһеҙ! Аллая 1969 йылда һалына. 2007 йылдың авгусында тергеҙелә[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Коомунисты Таганрога возложили цветы на Аллее Бессмертия  (урыҫ.). Коммунистическая Партия Российской Федерации Ростовская Область. 5 март 2017 тикшерелгән.(урыҫ.). Коммунистическая Партия Российской Федерации Ростовская Область. 5 март 2017 тикшерелгән.
  2. Тимошенко, 2003, с. 136136
  3. Аллея Бессмертия  (урыҫ.). Исторический Таганрог. 5 март 2017 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • В. И. Тимошенко Энциклопедия Таганрога — Ростов-на-Дону: РостИздат, 2003. — 526 б.