Эстәлеккә күсергә

Үле йылға (иҫке үҙән)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үле йылға
Рәсем
 Үле йылға Викимилектә

Үле йылға, иҫке үҙән, аҡмаҫ йылға, туба — (рус. Ста́рица)[1] — йылға йырҙаһының элекке үҙәнендә ваҡыт үтеү менән, айырым ағымһыҙ һыу ятҡылығына әүерелгән өлөшө.

Меандрланыу процесында үле йылға барлыҡҡа килеү схемаһы

Үле йылға, ҡағиҙә булараҡ, элмәк йә дуға рәүешле була. Ғәҙәттә ташҡын һәм йәки ҡар һыуҙары күтәрелгән осорҙа йылғалар туғайҙар аша йырҙаһын турайтырға һәләтле. Йылға ныҡ ташҡанда күрше бөгөлдәр ҡушылыу арҡаһында ла үле йылға үҙәне барлыҡҡа килә. Иҫке үҙәндәр ҡайһы саҡ оҙонса ла була. Бындай үҙән йылғалар күп тармаҡлы булғанда хасил булыусан.

Йырҙаһы турайғас, йылға яңы ҡылымыҡ буйлап аға башлай, ә элекке, оҙонораҡ йырҙаһы, үле йылғаға әүерелә. Яйлап иҫке үҙән сиге ҡом һәм ләм ташылдығы менән күмелә һәм яңы йырҙаға сыҡмай башлай. Күпмелер ваҡыт үле йылға күл булып ҡала, ә һуңынан һаҙмырт болонға йә һаҙлыҡҡа әйләнә, йәки кибә.


  1. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 592 с. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  • Попов И. В. Деформации речных русел и гидротехническое строительство. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 328 с.