Үмәр ауыл Советы (Баҡалы районы)
Үмәр ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Үмәр ауылы |
Административ-территориаль берәмек | Баҡалы районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2008 |
Үмәр ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы составындағы административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлгән. Почта индексы — 452672. ОКАТО коды — 80207863000. Объединен с сельским поселением Киләй ауфыл Советы менән берләштерелгән. 1992 йылда ойошторолған[1].
Ауыл советы составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үмәр ауылы — административ үҙәк.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992 йылда Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 9 ғинуарында 6-2/10-сы һанлы «Баҡалы районында Яңы Илек һәм Үмәр ауыл Советтарын ойоштороу тураһындағы» Указы сыға. Унда түбәндәге юлдар бар:
1. Баҡалы районында Яңы Илек ауыл Советын, административ үҙәген Яңы Илек ауылында урынлаштырып, һәм Үмәр ауыл Советын, административ үҙәген Үмәр ауылында урынлаштырып, ойошторорға.
2. Яңы Илек Ауыл Советы составына Яңы Илек һәи Иҫке Илек ауылдарын индерергә, был ауылдарҙы Киләй ауыл Советы составынан сығарырға.
Үмәр ауыл Советы составына Үмәр ауылын индерергә, был ауылды Киләй ауыл Советы составынан сығарырға.
3. Яңы Илек һәм Үмәр ауыл Советтарының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
2008 йылда киреһенсә үҙгәртелә: айырып алынған ауыл Советтары ҡайтанан Киләй ауыл Советы составына индерелә.
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1 түбәндәге юлдар бар[2]:
"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
в) «Киләй» атаһын һаҡлап, Киләй, Яңы Илек һәм Үмәр ауыл Советтарын берләштерергә, администрпатив үҙәген Киләй ауылында урынлаштырырға.Яңы Илек ауыл Советының Яңы Илек, Иҫке Илек ауылдарын, Үмәр ауыл Советының Үмәр ауылын Киләй ауыл Советы составына индерергә
Яңы Илек һәм Үмәр ауыл Советтарын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға.
Киләй ауыл Советының сиктәрен төҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
2008 год йылға Татарстан Республикаһы, түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Киләй ауыл Советы, Яңы Илек ауыл Советы («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы (ред. 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |