Эстәлеккә күсергә

Үрге Тәтешле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Үрге Тәтешле
рус. Верхние Татышлы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле

Ауыл биләмәһе

Үрге Тәтешле

Координаталар

56°17′25″ с. ш. 55°51′14″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1703 йыл

Халҡы

6645[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар-сөнниҙәр христиандар-православтар

Этнохороним

татышли́нцы, татышли́нец, татышли́нка

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34778

Почта индексы

452830

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 825 001

ОКТМО коды

80 650 425 101

ГКГН номеры

0013349

Үрге Тәтешле (Рәсәй)
Үрге Тәтешле
Үрге Тәтешле
Үрге Тәтешле (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Тәтешле

Үрге Тәтешле (рус. Верхние Татышлы) — Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 6645 кеше булған[2]. Почта индексы — 452830, ОКАТО коды — 80250825001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 6645 3152 3493 47,4 52,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (70.3 %)[3].

Үрге Тәтешле ауылы удмурттары, бүлендек Ураҙгилде ауылы удмурттары менән 1809 йылда ерҙе файҙаланыу хоҡуғы өсөн күрше Кәлтәй ауылы башҡорттары менән ер бәхәсендә былай тип белдерә: «Беҙҙең ауылдаштарыбыҙ менән 1703 йылдың 3 июлендәге яҙмаға ярашлы ер һәм урман файҙаланыу буйынса уртаҡлығыбыҙ бар. Ата-бабабыҙға Танып улусы Янчура аҫаба башҡорто Йәнгилдендең вотяк Янбәт Йәнкәйев тип бирелгән». Мәскәү һәм Өфө архивтарында ошондай документ һаҡлана. «1703 йылдың 3 июне йәйендә, Себер юлының Табын улусы аҫаба башҡорто Йәнсура Оса юлы Ҡайпан ауылы вотягы Йәнбет Йәнекәйевҡа яҙма биргән. Йәнсура, минең улым юҡ, үҙем ҡартайғанмын аҫаба ерҙәремде Йәнбәт Йәнекәйевҡа тапшырам».

Танып улусы ерҙәрен дөйөм тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, Татышлы ауылы (Үрге) ерҙәре ғәйәт ҙур булған: һөрөнтө ерҙәр — 1164 дестинә, бесән баҫыуҙары — 1051 дисәтинә, урман — 8013 дисәтинә, уңайһыҙ ерҙәр — 542 дисәтинә.

1748 йылда Үрге Тәтешле ауылында 98 ир-ат йәшәгән. V ревизияла ауыл икеегә бүленгән тип күрһәтә. Үрге Тәтешлелә — 154 ир-ат теркәлгән (бөтәһе лә Е. И. Пугачев ихтилалында ҡатнаша). VII ревизия 163, VIII ревизия 254 ир-атты иҫәпкә алған.

1859 йылда 95 ихатала 630 удмурт йәшәгән. 1866 йылда башҡорт ырыу улустары урынына территориаль улустар, шул иҫәптән Тәтешле улустары барлыҡҡа килгән. Үрге Тәтешле ауылы шул уҡ исемдәге улустың үҙәгенә һәм ауыл үҙәгенә әүерелгән. Ауыл тиҙ үҫешкән. Шәмбе баҙарҙары буоған. 12 магазин эшләгән (1870). 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 231 ихатала 1239 удмурт һәм башҡорт иҫәпкә ингән.[4]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.318
  5. http://www.gpns.ru/sites/default/files/11.01.22.pdf 2020 йыл 27 ноябрь архивланған. Память. Анас Тулвинский. Газета «Салаватский нефтехимик», 22 января 2011, № 2 (4935) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2018)