Үрге сауҙа майҙаны
| Үрге сауҙа майҙаны | |
|---|---|
| Төйөн табылған ҡалыптар: Ҡалып:Wikidata-coords | |
| Общая информация | |
| Город | |
| Исторический район | Новая Уфа |
{{{подпись}}} | |
| на карте OpenStreetMap | |
| на карте яндекс | |
| на карте Google | |
Үрге сауҙа майҙаны рус. Верхнеторговая площадь) — Өфөнөң тарихи һәм иң ҙур ҡала майҙаны, Яңы Өфөлә, Ленин, Пушкин, Карл Маркс һәм Коммунистик урамдары кварталында урынлашҡан. XIX быуаттың беренсе яртыһында ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы.
1819 йылдан Троицк майҙанынан сауҙа функцияһын үҙләштерә. Октябрь революцияһына тиклем ҡалала төп сауҙа һәм административ функция үтәй, шулай уҡ Өфө губернаһының төп сауҙа үҙәге булып тора[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1827 йылға тиклем Өфөлә баҙар аҙнаға бер тапҡыр, һуңынан ике тапҡыр — шишәмбе, йәкшәмбе көндәрендә йыйылған. Бынан тыш, йылына бер тапҡыр яҙ айында «Түбәнге баҙар» тип йөрөтөлгән баҙар асылған. Бында биҙрә, даға, суйын әйберҙәр һәм башҡа нәмәләр һатып алыу өсөн ҡала халҡы килгән, ауылдарҙа йәшәүселәр йыйылған[2].
Өфө сауҙагәрҙәренең юллауы буйынса 1812 йылда Өфөлә йәрминкәләр ойошторола. Ул йыл һайын 20 ғинуарҙан 1 февралгә тиклем үткәрелә. Йәрминкәләргә төрлө ҡалаларҙан сауҙагәрҙәр килгән. Мәскәүҙән улар сынаяҡ, ситса, киндер, туҡыма, Ҡазандан йәнлек тиреһе, бакалея, сәй, шәкәр, Уралдың тау заводтарынан — металл әйберҙәр, Ырымбурҙан һәм Һарытауҙан — емеш-еләк, Соль-Илецк яғынан — тоҙ, Силәбе өйәҙенән аҡ май һәм ҡыр ҡоштары ите килтергәндәр. Сит илдәргә сығарыу өсөн йәрминкәлә иген, бал, туң май, аҡ май, ҡомалаҡ, тире, поташ, шәм һатып алынған. Урамдарҙа, сауҙа майҙандарында һәм баҙарҙарҙа кибеттәр һаны йылдан-йыл арта бара. Даими эшләгән кибеттәр хужаһы сауҙагәрҙәр һәм мещандар була. Сауҙа рәттәре тәүҙә Троицк майҙанына тоташҡан Иҫке сауҙа майҙанында урынлаша. 1816 йылдағы янғындан һуң ҡала властары 1819 йылғы генераль планға ярашлы сауҙагәрҙәргә хужалыҡтарын Үрге сауҙа майҙанына Каруанһарай (Гостиный двор) районына күсерергә тәҡдим итә[2].
Кибет сауҙаһы билдәле бер дәрәжәлә махсуслашҡан була. Бакалея, кондитер, йәшелсә, икмәк, галантерея, һөт, москатель (төрлө химик әйберҙәр: буяу, елем) тауарҙар, туҡымалар һатыу һәм башҡа кибеттәр булған.
Майҙан 1820-се йылдарҙа төҙөлә башлай. 1825 йылда классицизм стилендә Каруанһарай төҙөлә башлай. 1830-сы йылдарҙа көньяҡ бульварҙа, Собор урамы ҡаршыһында, гауптвахта бинаһы төҙөлә[3].
1850—1860 йылдарҙа төньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә ағас һыу бүлеү будкаһы урынлаша, уның янында һыуҙы мискәләргә алыу өсөн майҙансыҡ була. 1864 йылға майҙандың көньяҡ бульвары ғына һаҡлана, һәм XIX быуаттың икенсе яртыһында бында Пушкин аллеяһы барлыҡҡа килә. 1889 йылдан Голубиная һәм Почта урамдары Пушкин (хәҙерге Пушкин) урамдарына берләштерелә[4].
Хәҙерге ваҡытта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрге сауҙа майҙаны һәм уның тирә-яғы хәҙерге ваҡытта туристар һәм урындағы халыҡ араһында популяр урын. Майҙандың эргәһендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, «Ете ҡыҙ» фонтаны, Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһы, шулай уҡ күп кафе һәм ресторандар урынлашҡан. Майҙанға яҡын йәмғиәт транспорты туҡталышы — «Каруанһарай» тип атала[4].
- Каруанһарай, holiday inn ҡунаҡханаһы, Үрге сауҙа майҙан резиденцияһы күренештәре
- 1908 йылда төҙөлгән йорт
- Тарихи биналарҙың бер декоры
- Майҙандың дөйөм күренеше
- Көньяҡ майҙан яғы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сәфәров В. Ф. Үрге сауҙа майҙаны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 1 2 Тарих тел әҙәбиәте институты. Өфө тарихы / Ғәниев Р. Ғ.. — Өфө: Китап, 1983. — С. 71—72. — 508 с.
- ↑ Павел Егоров Как гауптвахта стала первым уфимским музеем // Общественная электронная газета. — 2020. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 май 2025)
- 1 2 Синенко С.. Верхнеторговая площадь — Уфа от А до Я (24 февраль 2013). 30 май 2025 тикшерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәфәров В. Ф. Үрге сауҙа майҙаны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Верхнеторговая площадь — Уфа от А до Я