Үрге Һөйән ауыл Советы (Ҡариҙел районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Үрге Һөйән ауыл Советы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәк Сиҙәш[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡариҙел районы
Халыҡ һаны 341 кеше (1 ғинуар 2018)[2]

Үрге Һөйән ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль районының муниципаль берәмеге.

Административ үҙәге — Сиҙәш ауылы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Үрге Һөйән ауыл Советы 1918 йылдың 2 декабрендә РСФСР Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комите́тының 901 һанлы «Улус һәм ауыл Советтарын яңынан һайлау тәртибе тураһында» ҡарары менән барлыҡҡа килә.

1977 йылда Конституцияға ярашлы, ауыл Советы халыҡ депутаттарының Үрге Һөйән ауыл Советы итеп үҙгәртелә, 1993 йылдың 27 октябрендә Үрге Һөйән ауыл Советы хакимиәте, ә 1997 йылдың 3 апрелендә — Үрге Һөйән ауыл хакимиәте тип үҙгәртелә.

2002 йылдың 19 авгусында Үрге Һөйән ауыл хакимиәте Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Үрге Һөйән ауыл Советы муниципаль берәмеге тип үҙгәртелә.

2005 йылдың 19 декабрендә Үрге Һөйән ауыл Советы муниципаль берәмеге Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Ҡариҙел районының Үрге Һөйән ауыл Советы ауыл биләмәһе тип үҙгәртелә.

«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Закон»ға ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[3].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]2012[6]2013[7]2014[8]2015[9]
427408406399383376368

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл биләмәһенең дөйөм майҙаны 1846,3 гектар. Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районының Яңы Муллаҡай һәм Озерки ауыл Советтары һәм Асҡын районының Солтанбәк ауыл Советы менән сиктәш.

Ауыл биләмәһе составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тораҡ пунктыТораҡ пункты тибыХалҡы
1 Сиҙәш ауыл, административ үҙәк 301[5]ауыл
2 Бартағатамаҡ ауыл 87[5]
3 Үрге Һөйән ауыл 17[5]
4 Түбәнге Һөйән ауыл 1[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ОКТМО
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРосстат.
  3. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  4. 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  8. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.