Үрәзмәтов Флүр Зинур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үрәзмәтов Флүр Зинур улы

Үрәзмәтов Флүр Зинур улы (13 май 1955 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, дәүләт хеҙмәткәре. 2004—2020 йылдарҙа Шишмә районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1994).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флүр Зинур улы Үрәзмәтов 1955 йылдың 13 майында Башҡорт АССР-ы Шишмә районының Яңы Сафар ауылында тыуған.

1979 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлай.

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19791981 — Башҡорт АССР-ы Шишмә районы Ленин исемендәге колхоздың орлоҡсо-агрономы.

19811983 — Башҡорт АССР-ы Шишмә районы Ленин исемендәге колхоздың баш агрономы.

19831984 — Өфө ҡалаһының Калинин емеш-йәшелсә контораһының заместитель директор урынбаҫары, һуңғараҡ — директоры.

19841985 — Башҡорт АССР-ы Мәләүез районының СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхоз рәйесенең урынбаҫары.

1985 — Башҡорт АССР-ы Мәләүез районының СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхоздың баш агрономы

19851998 — Башҡорт АССР-ы Мәләүез районының «Марс» колхозы рәйесе.

19982000 — «Мәләүез шәкәр заводы» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тышҡы идарасыһы.

20002004 — «Мәләүез шәкәр заводы» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

20042005 — Шишмә районы хакимиәте башлығы.

20062020 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Шишмә муниципаль районы хакимиәте башлығы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының мәғарифы алдынғыһы (1994)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996)
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт Грамотаһы (2005)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]