Үтәбаев Мөхлис Суфиян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Үтәбаев Мөхлис Суфиян улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 5 февраль 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы
Вафат булған көнө 28 декабрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы
Һөнәр төрө церковнослужитель
Уҡыу йорто Рәсүлиә

Үтәбаев Мөхлис Суфиян улы (5 февраль 1888 йыл — 28 декабрь 1970 йыл) — мосолман дин әһеле. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үтәбаев Мөхлис Суфиян улы 1888 йылдың 5 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Иҫке Кинйәбулат ауылында (хәҙерге Баймаҡ Буранбай ауылы). Атаһы Суфиян ауыл муллаһы була, хажи.Баймаҡ районы

Таулыҡай мәҙрәсәһендә белем ала. Һуңынан «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен (Троицк) тамамлай. Төрки, ғәрәп, фарсы телдәрен белә.

1914 йылға тиклем Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Йәрмөхәмәт ауылы мәҙрәсәһендә уҡыта[1].

Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, инженер-сапер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, понтон кисеүҙәре буйынса белгес була[2].

Революциянан һуң Башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушыла, Башкурдистан милли-территориаль автономияһын яҡлай. Хәрәкәт лидеры Ә. Ә. Вәлиди менән таныш була.

19191920 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Бөрйән-Түңгәүер кантоны секретары, рәйесе булып эшләй.

1920 йылда Йылайыр кантоны мәктәптәрендә уҡыта.

1931 йылдың 31 ғинуарында ғаиләһе менән Иркутск өлкәһенә махсус ауылға һөргөнгә оҙатыла, 1994 йылда аҡлана. Черемхово ҡалаһында биш балаһы һәм ҡатыны — Ғөбәйҙә Камал ҡыҙы вафат була.

1937 йылдың 10 декабрендә ҡулға алынып, 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. Свердловск өлкәһендә төрмәлә ултыра, 1941 йылда азат ителә, 1991 йылдың 18 октябрендә аҡлана.

1947 йылдан Баймаҡ районының Буранбай ауылында В. И. Ленин исемендәге колхозда эшләй, бер үк ваҡытта мулла була. Бағымсылыҡ менән шөғөлләнә, күрәҙәлек итә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Буранбай ауылында — үҙенең тыуған ауылында — мәсет уның исеме менән атала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Утябаева М. М. Үтәбаев Мөхлис Суфиян улы // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Анатолий Черкалихин, Рашида Краснова Мне не выпало лишней удачи // Уфа : журнал. — 2005. — № 10 (47).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Живая память /авт.-сост. М. М. Утябаева. — Уфа, 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]