Эстәлеккә күсергә

Үҙәк Тибет хөкүмәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үҙәк Тибет хөкүмәте
тиб. བཙན་བྱོལ་བོད་གཞུང་
Нигеҙләү датаһы 28 апрель 1959
Логотип
Рәсми атамаһы བཙན་བྱོལ་བོད་གཞུང་
Дәүләт  Һиндостан[1]
Бойһонған ойошма (филиал) Chatrel[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Дхарамсала[d], Химачал-Прадеш[d], Һиндостан
Алыштырған Тибет[d]
Рәсми сайт tibet.net
xizang-zhiye.org
bod.asia
Урынлашыу картаһы
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 10 049 һәм 115 000 ± 999[2]
 Үҙәк Тибет хөкүмәте Викимилектә

Иленән ҡыуылған Тибет хөкүмәте, йәғни Үҙәк Тибет хөкүмәте (ЦТА, тибар. བཙན་བྱོལ་བོད་གཞུང་) — Ҡытай Халыҡ Республикаһы Тибертты көс ҡулланып баҫып алғанға (инкорпорация) тиклем булған тарихи Тибет хөкүмәтенең күсәгилешлеген һаҡлап ҡалған ойошма. Хөкүмәт башлығы — Лобсанг Сенге (рус телле сығанаҡтарҙа Лобсанг Сангай) (2011 йылдың 27 апреленә тиклем хөкүмәт башлығы булып Нууу-лама XIV була).

Ойошма Һиндостанда урынлашҡан һәм Ҡытай тарафынан бер ҡасан да танылмаған[3]. Башта ул Тибеттың Кашағ хөкүмәте тип атала, ә 1960 йылда был атама «Бөйөк Ҡар Ере Хөкүмәте» тип үҙгәртелә[4]. Ойошманың эске структураһы хөкүмәттекенә оҡшаш; ул Тибетта власты баҫып алыуҙы төп маҡсаты итеп ҡуймауын белдерә; «Тибетта азатлыҡ яуланыу менән» һәм Тибеттың үҙендә тибет халҡытарафынан барлыҡҡа килтерелгән хөкүмәт файҙаһына был ойошма таратыласаҡ, тип белдерә улар[5]. Өҫтәүенә сәйәси эшмәкәрлектән тыш, был ойошма Һиндостанда йәшәгән тибет халҡы өсөн мәктәп селтәре менән идара итә һәм башҡа мәҙәни саралар үткәрә. 1991 йылдың 11 февралендә Үҙәк Тибет Хөкүмәте Гаагала (UNPO) (Нидерланд) Вәкәләтле органы булмаған милләттәр һәм халыҡтар ойошмаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе[6][7].

1950 йылда Тибетҡа Ҡытай ғәскәрҙәре индерелгәндән һуң ике премьер-министры булған һәм башында Далай-лама торған хөкүмәт илдә ғәҙәттәгесә эшләүен дауам итә. Шул уҡ ваҡытта Ҡытайҙың хәрби властары әүҙем рәүештә үҙҙәренең хәрби базалары селтәрен төҙөй һәм йылдан-йыл Тибеттың эске эштәренә ҡыҫыла.

Ҡытай хөкүмәте, Тибет ерҙәренә дәғүә итеүен белдереп, ғәскәрен индергәндән һуң донъялағы держаларҙың береһе лә Тибетҡа ярҙам итмәгәс, Далай-ламаның Ҡытайға һөйләшеүҙәр өсөн ебәрелгән вәкилдәре менән төҙөлгән «17 пункттан торған Килешеү» (1950 йыл) тип аталған документ хоҡуҡи йәһәттән ошондай хәлде юлға һалырға тейеш була. БМО ла Тибет хөкүмәтенең Ҡытай оккупацияһына ҡаршы тороуҙа ярҙам тураһындағы үтенесен ҡәнәғәтләндермәй. «17 пункттан торған Килешеүгә» Тибет вәкилдәре Далай-лама менән кәңәшләшмәйенсә, Пекин баҫымы аҫтында ҡул ҡуя. Тибет халҡының ихтилалын баҫтырыу осоронда 1959 йылдың 28 мартында ҠХР-ҙың Дәүләт комитеты был килешеүҙе ғәмәлдән сығара. Шул уҡ йылда Тибеттан ҡасып киткәндән һуң Далай-лама ла килешеүҙең ғәмәлдән сығыуы тураһында белдерә.

Иленән ҡыуылған Тибет хөкүмәте 2000 йылда урыҫ телендә «Үҙәк Тибет Хакимиәте» тип аталған рәсми мәғлүмәт буклетын сығара, Далай-лама хөкүмәте нәшер иткән буклетта түбәндәге юлдар бар:

Иленән ҡыуылған Изге Далай-лама 1959 йылдың 29 апрелендә Һиндостандың төньяғында, таулы Массуриҙа, Тибет хөкүмәтен тергеҙеүе тураһында белдерә. Үҙәк Тибет хөкүмәте изге Далай-лама бойондороҡһоҙ Тибет хөкүмәтенең вариҫы булып тора. 1960 йылдан алып иленән ҡыуылған хөкүмәт Һиндостандың Дхарамсала штатында урынлаша. [сығанаҡ 870 көн күрһәтелмәгән]

ЦТА признаётся единственным и легитимным правительством всеми тибетцами, живущими как на территории Тибета, так и за его пределами. Кроме того, его легитимность и право представлять интересы тибетского народа признают также парламенты по всему миру. С самого начала ЦТА ставила перед собой две задачи: помощь тибетским беженцам и восстановление свободы Тибета. В основе программы помощи лежат вопросы образования

— Согласно вышеуказанному источнику[сығанаҡ 2332  көн күрһәтелмәгән]

Үҙәк Тибет хөкүмәте Тибеттың киләсәген тәьмин итергә тейешле хәҙерге заман демократияһы принциптарын үҙләштерә. 1960 йылдың 2 сентябрендә иленән ҡыуылған Тибет парламенты төҙөлә, артабан ул Тибер халыҡ депутаттары комиссияһы тип атала (хәҙер — Тибет Халыҡ депутаттары ассамблеяһы).

1990 йылда Далай—лама артабан демократлаштырыу тураһында белдерә, шунан һуң Ассамблея составы 46 ағзаға тиклем киңәйтелә. Ассамблеяға уға отчет бирергә бурыслы Ҡашаға йәки Министрҙар советын һайлау хоҡуғы бирелә. Тибеттың суд власы органы — Тибеттың Юғары суды комиссияһы ла ошондай уҡ тәртиптә булдырыла.

Тибеттың яңынан ойошторолған Халыҡ депутаттары ассамблеяһы «Иленән ҡыуылған тибеттар хартияһы» тигән исем алған тибет ҡасаҡтары Конституцияһын булдыра.

Хәҙерге ваҡытта [ниндәй?] Ҡашағ түбәндәге ете департаментҡа идара итә: эске эштәр, дин һәм мәҙәниәт; мәғариф; һаулыҡ һаҡлау; именлек; финанстар; мәғлүмәт һәм халыҡ-ара бәйләнештәр департаменттары. Ғәмәлдә иленән ҡыуылған 100 мең тибет общинаһы «дәүләт эсендә дәүләт» булып тора, уларҙың үҙҙәренең мәктәтәре, дауаханалары һәм башҡа төрлө социаль учреждениелары бар.

Иленән ҡыуылған хөкүмәттең финанстар департаментының ҡул аҫтында байтаҡ ҡына предприятиелар һәм трестар эшләй. Был хөкүмәт йылдың-йылында иленән ҡыуылған хөкүмәттең бюджетын туплай һәм уның тотҡарлыҡһыҙ эшләүен тәьмин итә.

Мәғлүмәт һәм халыҡ-ара бәйләнештәр Департаментының (ДИМС) төп бурысы — тибеттарҙы һәм донъя йәмәғәтселеген Тибеттағы хәлдәрҙең торошо менән таныштырып тороу. 12 илдә урынлашҡан вәкиллектәр туранан-тура Мәғлүмәт һәм халыҡ-ара бәйләнештәр Департаментына буйһона. Был офистар Нью-Дели, Женева, Нью-Йорк, Токио, Лондон, Катманду, Будапешт, Мәскәү, Париж, Канберра, Претория һәм Тайбэйҙа эшләй.

Хәүефһеҙлек департаменты ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү һәм Далай-ламаның именлеген тәьмин итеү менән шөғөлләнә.

Тибет иленән ҡыуылған органдар премьер-министр етәкселегендәге Ҡашағҡа тибет общинаһы һайлаған парламентты, Һиндостан хөкүмәте менән килешеү буйынса тибеттарҙың граждандар бәхәстәрен (енәйәт эштәрен ҡарауҙы ла индереп) хәл итергә хоҡуҡлы суд системаһын индерә.

2011 йылда Далай-лама, үҙеңең рухи лидер ролен башҡарасағын раҫлап, сәйәси властан баш тарта[8]. Хәҙер власть иленән ҡыуылған Тибет хөкүмәте ҡулында. Бойондороҡһоҙлоҡ осорондағы Тибет хөкүмәтенән власть яңы Тибет хөкүмәтенә күсәгилешлелек буйынса раҫлана. Иленән тибеттар Хартияһына (Конституцияһы ролен үтәй) бер нисә төҙәтмә индерелә.

Далай-лама раҫлауынса, Тибет ҡайтанан азатлыҡҡа эйә булыу менән иленән ҡыуылған Тибет хөкүмәте таратыласаҡ һәм дөйөм һайлауҙар барышында яңы демократик хөкүмәт ойоштороласаҡ.

  • Дуаль система дәүләт идара итеү
  • Тибет бойондороҡһоҙлоғо өсөн хәрәкәт
  1. Aligned ISNI and Ringgold identifiers for institutions (ингл.) // zenodo — 2017. — doi:10.5281/ZENODO.758080
  2. Интерфейс программирования приложения YouTube
  3. tibet.cn 2017 йыл 29 сентябрь архивланған.
  4. organization name. TIBETAN INDEPENDENCE IS HARMFUL TO THE NATION AND A MENACE TO THE STATE.
  5. Central Tibetan Administration.
  6. Ben Cahoon. International Organizations N–W.
  7. Members.
  8. Далай-лама XIV отмечает 80-летие, ТАСС (6 июнь 2015). 13 декабрь 2015 тикшерелгән.