Үҙәк универмаг (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Үҙәк универмаг
XX быуат башында төҙөлгән бина
XX быуат башында төҙөлгән бина
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, й.46/30
Архитектура стиле модерн
Нигеҙләнгән 1910 йыл

Үҙәк универмаг — Дондағы Ростов ҡалаһында, Оло Баҡса урамы, 46/30 адресы буйынса урынлашҡан бина[1]. Ростов өлкәһе Администрация Башлығының 1998 йылдың 9 октябрендәге 411-се ҡарарына ярашлы регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты иҫәбенә инә (Ростов өлкәһе етәкселеге Ҡарары редакцияһында 27.11.2014 № 495)[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ростов үҙәк универмагы урынлашҡан йорт, XX быуат башында ҡалала Г. Г. Пустовойтовтың сауҙа йорто булараҡ билдәле[2]. Г. Г. Пустовойтов — судно биләүсе, ҡала меценаты, уның аҡсаһына 1910 йылда был йорт төҙөлә[2]. Төҙөлөш архитектор Е. М. Гулин проекты буйынса башҡарыла.

Сауҙа йорто ҡаланың тарихи өлөшөндә, ике төп магистралдең — Оло Баҡса урамы менән Будённый проспекты киҫешкән ерендә урынлашҡан[3]. Баштан уҡ был йорттоң төрлө учреждениеләр һәм ойошмалар ихтыяжы өсөн ҡуртымға биреләсәк икәне билдәле була.[4] Йортта «Лондон» ҡунаҡханаһы һәм «Центральный» отеле, А. Гирштейндың зәргәр һәм сәғәт магазины урынлаша. Ростов универмагының иҫке өлөшөндә, үҙәк офисы Ригала булған, «Проводник» фирмаһының филиалы урынлаша[4].

Совет осоронда был йортта Дондағы Ростов Төньяҡ-Кавказ университетының фәнни китапханаһы эшләй. 1940-сы йылдарҙа ул емерелә һәм 1949 йылда архитекторҙар П. С. Калашников һәм Г. А. Петровтың проекттары буйынса тергеҙелә. 1965 йылда архитектор Лихобабиндың проекты буйынса өҫтәлмә ҡабырғаһы барлыҡҡа килә.[4].

XXI быуатта элекке Пустовойтовтың сауҙа йорто бинаһында Ростов үҙәк универмагы урынлашҡан[3]Уның дөйөм майҙаны 4000 квадрат метрҙан артыҡ. Универмаг бинаһына реконструкциялау үткәрелә, склад бүлмәләрен кәметеү иҫәбенә майҙаны ҙурайтыла, өҫтәлмә бүлмәләр файҙаланыуға индерелә[1].

Һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йорт модерн стилендә[1]. Тәҙрә элементтары был стилгә хас булғанса[4]. Йортта нуленсе, беренсе, икенсе, өсөнсө һәм дүртенсе ҡаттар бар[1]. Төҙөлөш барған осорҙа был ҡаланың иң ҙур төҙөлөштәренең береһе була[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]